Хәрби әсирҙәрҙең хәрби ҡәберлектәре (Өфө ҡалаһы)
Хәрби әсирҙәрҙең хәрби ҡәберлектәре (Өфө ҡалаһы) — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһындағы хәрби әсирҙәрҙең хәрби ҡәберлектәре. Был хәрби мемориалдар һәм ҡәберлектәр һәләк булған хәрби әсирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн булдырылған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм унан һуң Башҡортостан Республикаһында, шул иҫәптән Өфөлә, бик күп хәрби әсирҙәр эшләй һәм йәшәй. Хәрби әсирҙәр торлаҡ һәм халыҡ-хужалыҡ төҙөлөшөндә эшләй. Үлгәндәрҙе урындағы зыяраттарҙа ерләйҙәр, 50-се йылдарҙа иҫән ҡалғандарҙың күбеһе тыуған иленә ҡайта.
1945—1948 йылдарҙағы хәрби ҡәберлектәр
Эске эштәр министрлығының 39-сы архивы фонды мәғлүмәттәре буйынса[1], Өфө ҡалаһы биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби әсирҙәрҙең мемориаль хәрби ҡәберлектәре өс зыяратта урынлашҡан, уларҙа Эске эштәр министрлығы лагерҙарында, махсус госпиталдәрҙә һәм эшсе батальондарҙа вафат булған хәрби әсирҙәрҙең ҡәберҙәре табылған:
- Өфө районының Баланов ауылы эргәһендәге зыяратта (хәҙерге Дим зыяраты) 176 кеше (немецтар, япондар, австриялылар, мадьярҙар, румындар) ерләнгән, зыярат ябыҡ хәлдә;
- Лопатин зыяратында 366 кеше (немецтар, австриялылар, поляктар, венгрҙар, латыштар, чехтар, мадьярҙар) ерләнгән;
- Сергий зыяратында ерләнгәндәр һаны 93 кеше (немецтар, мадьярҙар, австриялылар, чехтар), хәҙер ул ябылған. Ерләнгән хәрби әсирҙәрҙең дөйөм һаны 635 кеше тәшкил итә (2014 йылғы мәғлүмәттәр буйынса). Эске эштәр министрлығы архивы исемлегенә ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында 1945 йылдан 1948 йылға тиклем вафат булған 635 хәрби әсирҙең исеме, хәрби дәрәжһе, милләте, тыуған йылы һәм вафат булған көнө билдәле.
Статистика
| Дөйөм мәғлүмәт | |
| Ил | Рәсәй |
| Төбәк | Башҡортостан Республикаһы |
| Ҡала | Өфө |
| Тәүге ҡәберлек | 1945 |
| Һуңғы ҡәберлек | 1948 |
| Һаны | 635 кеше |
| Милли составы | немецтар, япондар, австриялылар, мадьярҙар, румындар, поляктар, венгрҙар, латыштар, чехтар |
| Яуаплы ойошма | Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте |
Мемориаль комплекстар
Мемориаль комплекстар Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Дим, Орджоникидзе, Киров райондарында урынлашҡан. Лопатин зыяратында[2] ҡәберҙәр символик рәүештә тәре төркөмдәре менән билдәләнгән, төркөмдә — өсәр тәре. Үҙәк мемориал булып металл ҡара тәре тора. Димдәге һәм Сергий зыяраттарында шулай уҡ металдан ҡара тәреләр ҡуйылған. Ҡәберлектәргә составында хәрби әсирҙәрҙең туғандары булған сит ил делегациялары килә. Мемориалдарҙы «Хәрби мемориалдар» халыҡ-ара хәрби-мемориаль хеҙмәттәшлек ассоциацияһы вәкилдәре тәрбиәләй[3].
Өфө ҡәберлектәренән тыш, республиканың башҡа райондарында эшләгән хәрби әсирҙәр Ишембай, Салауат ҡалаларындағы һәм башҡа урындарҙағы зыяраттарҙа ерләнгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Центральный архив / Структура внутренних войск. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 сентябрь 2025.Архивная копия от 3 март 2016 на Wayback Machine
- ↑ Уфа страницы истории » Страница 262 » Литература. История России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 сентябрь 2025. Архивировано из оригинала 2 март 2016 года.
- ↑ Военные мемориалы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 сентябрь 2025. Архивировано 9 февраль 2016 года.
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
- Некрополь террора и Гулага
- К 9 мая в Уфе перепишут солдатские захоронения и могилы военнопленных
- В Уфе паспортизированы захоронения военнослужащих
- Захоронения и могилы военнопленных в Уфе
- Паспортизация воинских захоронений открывает утраченные имена
- Места нахождения кладбищ Уфы.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |