Ярмуллина Альбина Зөфәр ҡыҙы
Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина (рус. Альбина Зуфаровна Ярмуллина; 1979 йылдың 28 июле, Сибай, Башҡортостан Республикаhы) — педагог, тарихсы-ғалим, мәҙәниәт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры (өҙөклөк менән). Тарих фәндәре кандидаты (2008), доцент.
Биография
Ярмуллина Альбина Зөфәр ҡыҙы 1979 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының, хәҙер Башҡортостан Республикаһы, Сибай ҡалаһында тыуған.
1994 йылда урындағы 10-сы урта мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия колледжының «башланғыс класс уҡытыусыһы» бүлегенә уҡырға инә. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының (2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты) тарих-филология факультетында уҡый һәм юғары белемле тарихсы һөнәрен ала.
Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеге ҡаланың 6-сы урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлай.
2004 йылдан — Сибай институтының тарих кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы.
2008 йылда Башҡорт дәүләт университетында аспирантура тамамлай һәм «История развития государственного статуса башкирского языка: 1917-2007 гг.» тигән темаға диссертация яҡлап, «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә эйә була[1].
2010—2016 йылдарҙа — Сибай институтының тарих кафедраһы мөдире, юридик факультеттың дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы доценты.
2015 йылдың ноябренән (өҙөклөк менән) Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры булып эшләй[2].
2021 йылдың февраленән 2022 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Милли музейының генераль директоры була[3][4].
Ғилми эшмәкәрлеге
- 90-дан ашыу фәнни мәҡәлә авторы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 2018 йылдың февралендә проект эшмәкәрлеген һәм музей-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, тарихи-мәҙәни мираҫты популярлаштырыуға индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
- 2019 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы 500 етәксеһе» исемлегенә инә.
- 2021 йылда В. И. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейын асыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хатын ала.
Иҫкәрмәләр
- ↑ История развития государственного статуса башкирского языка: 1917-2007 гг.,тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 07.00.02, кандидат исторических наук Ярмуллина, Альбина Зуфаровна. disserCat — электронная библиотека диссертаций (2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
- ↑ Сотрудники музея. Ярмуллина Альбина Зуфаровна. Директор. Сибайский музей. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
- ↑ Национальный музей Республики Башкортостан возглавила Альбина Ярмуллина. ИА «Башинформ» (17 февраль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
- ↑ Уволена директор Нацмузея Башкирии после скандальной выставки Васильевой. Интернет-издание Пруфы.рф. (28 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
- ↑ Районные и городские курултаи башкир Республики Башкортостан. Город Сибай. Председатель исполнительного комитета курултая башкир города Ярмуллина Альбина Зуфаровна. МСОО «Всемирный Курултай (Конгресс) башкир». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Сибайский музей. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2026).
- Современный музей — генератор идей. Журнал «Ватандаш», 18 апреля 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2026).
- У современного музея — новые задачи. Газета «Сибайский рабочий», 3 ноября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2026).