Ғәзизов Мостафа Шакир улы

Мостафа Шакир улы Ғәзизов (рус. Мустафа Шакирович Газизов; 1923 йылдың 5 октябре, Иҫке Муса ауылы2005 йылдың 27 октябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — хәрби хеҙмәткәр, гвардия капитаны (2000). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танк полкының разведка взводы уҡсыһы, командир ярҙамсыһы. Башҡортостандан Дан орденының беренсе тулы кавалеры.

Биографияһы

Ғәзизов Мостафа Шакир улы 1923 йылдың 5 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны [1] Яңы Муса ауылында тыуған[2].

Ҡабаҡ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң колхозда эшләй.

1942 йылдың мартынан Ҡыҙыл Армияла. Көнбайыш, Калинин, Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында һуғыша, 1942 йылдың сентябренән 1-се гвардия танк армияһының 8-се гвардия механизацияланған корпусы 21-се гвардия механизацияланған бригадаһының 69-сы гвардия танк полкында уҡсы, разведка взводы командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[3]

Төрлө дәрәжәләге Дан ордены менән һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә: 1943 йылдың 24 декабре — 1944 йылдың 1 ғинуары — Житомир ҡалаһы өсөн (III дәрәжә, 10.02.1944), 21—29 март — Тернополь ҡалаһы өсөн (II дәрәжә, 8.05.1944), 21—23 июль — Польшаның Олешице ҡалаһы янында (I дәрәжә, 23.09.1944)[4].

Һуғыш тамамланғандан һуң СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен дауам итә[3], 1945 йылдан — Кавказ аръяғы Һәм Киев хәрби округтарында механизацияланған подразделениелар командиры[2].

1950 йылкесе лейтенанттар курсын тамамлай.

1959 йылдан отставкала. Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 2005 йылдың 27 октябрендә вафат була. Көньяҡ зыяратта ерләнә[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы
  2. 1 2 3 4 Ғ. Һ. Булатов, А. Н. Пинтсон. Ғәзизов Мостафа Шакир улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (28 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026. (баш.)
  3. 1 2 3 [ttps://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=4090 Газизов Мустафа Шакирович]. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026. (рус.)
  4. Газизов Мустафа Шакирович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026. (рус.)
  5. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026. (рус.)

Һылтанмалар