Ҡала округы (территориаль берәмек)

Ҡала округы (рус. Городской округ) — төрлө илдәрҙәге дәүләт-административ һәм тик урындағы үҙидараға ғына ҡағылышлы, ләкин дәүләт власы менән бәйле булмаған территориаль берәмек төрө атамаһы (мәҫәлән, Рәсәйҙә урындағы үҙидаралыҡ дәүләт власы органдары системаһына инмәй)[1][2]).

Ҡала округы тип урындағы әһәмиәттәге административ берәмектәр составына инмәгән ҡала йәки (һәм) муниципалитетты атарға мөмкин[3] (Рәсәйҙәге райондар[4], АҠШ-тағы округтар һ.б.).

Рәсәй

Рәсәйҙә ҡала округы төшөнсәһе «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» 06.10.2003 йылғы 131-ФЗ һанлы (28.12.2013 й. үҙгәртелгән) Федераль закон менән индерелә. Был законға ярашлы, ҡала округы ҡала биләмәһе төрө булып тора һәм дәүләт идаралығы органдары күҙлегенән түгел, ә муниципаль бүленеш һәм урындағы үҙидара органдарын ойоштороу күҙлегенән ҡарала[5]. Ҡала районы — билдәле бер статуслы муниципаль берәмек төрө, һәм ул муниципаль район составына инмәй. Ҡала округының урындағы үҙидара органдары урындағы әһәмиәткә эйә мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра, шулай уҡ федераль закондар һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондары менән урындағы үҙидара органдарына тапшырылған ҡайһы бер дәүләт вәкәләттәрен тормошҡа ашыра ала[5]. Йыш ҡына ҡала округы һәм ҡала төшөнсәләре бер үк мәғәнәлә ҡулланыла[6].

Рәсәйҙә «ҡала округы» статусына эйә булған 500-ҙән ашыу муниципалитет бар. Ул ҡаланың үҙенән һәм башҡа тораҡ пункттарынан торорға мөмкин. Әйтәйек, Владивосток ҡалаһы бер нисә ауыл менән бер рәттән Владивосток ҡала округы составына инә.

Инглиз телендәге independent city терминын ҡулланыу күҙлегенән ҡарағанда, Рәсәйҙә өс бойондороҡһоҙ ҡала бар: Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Севастополь, улар федераль әһәмиәтле ҡалалар булып тора.

Германия

Канада

Канаданың Онтарио провинцияһында «бойондороҡһоҙ ҡалалар» (АҠШ аңлатмаһына оҡшаш) «айырым, бер кимәлле муниципалитеттар» (single-tier municipality) тип атала. Уға оҡшаштар Квебек, Альберта һәм Нью-Брансуик провинцияларында ла бар.

Ҡытай

Ҡала округы (округ әһәмиәтендәге ҡалалар; ҡыт. ябайл. 地级市, пиньин: dìjíshì, палл.: дицзиши, ингл. Prefecture-level city) — Ҡытайҙа округ кимәлендәге административ берәмек. Башта ҡала округы тип урбанизацияланған округтар, атап әйткәндә, провинция үҙәктәре урынлашҡан ҡалалар һәм ҙурыраҡ ҡалалар иҫәпләнгән. Әммә яйлап округтарҙың һаны арта бара һәм 1980—2000 йылдарҙа округтарҙың күпселеге ҡала округтарына үҙгәртелә.

Ҡала округтары провинциялар составына инә һәм үҙ сиратында өйәҙҙәргә, шул иҫәптән ҡала өйәҙҙәренә бүленә.

Ҡала округтары ғәҙәти мәғәнәлә «ҡала» түгел, сөнки ҡала зонаһына өҫтәп, уларға ҙур ауыл биләмәләре инә, шуға күрә «ҡала округы» тигән атама дөрөҫөрәк.

Польша

Польшала повет хоҡуғында 65 ҡала бар (miasta na prawach powiatu); илдең Варшава, Краков һәм Гданьск кеүек төп ҡалалары ошондай статусҡа эйә.

АҠШ

АҠШ-та independent city (бойондороҡһоҙ ҡала) төшөнсәһе бар, йәғни бер округ составына ла инмәгән ҡала. Бойондороҡһоҙ ҡалалар тик биш штатта ғына бар: Мэрилендта Балтимор, Невадала Карсон-Сити, Аляскала Анкоридж, Джуно һәм Ситка, Миссуриҙа Сент-Луис, шулай уҡ Вирджинияла 39 бойондороҡһоҙ ҡала, уның конституцияһы махсус рәүештә административ берәмектәрҙең был төрөн күҙ уңында тота.

Яҡын (әммә бөтөнләй тиң булмаған) consolidated city-county (берләшкән ҡала-округ) төшөнсәһе округ һәм ҡаланың үҙидара органдары берләшкән округты аңлата. Мәҫәлән, Сан-Франциско, Филадельфия һәм Денвер — «ҡала- округтар». АҠШ-тың баш ҡалаһын ниндәйҙер мәғәнәлә округ тип тә иҫәпләргә мөмкин, сөнки Колумбия округы федераль берәмеге эсендәге бөтә округтар (урындағы кимәлдәр) XIX быуат аҙағында бөтөрөлә.

Иҫкәрмәләр

  1. Конституция РФ. Статья 12. «Местное самоуправление в пределах своих полномочий самостоятельно. Органы местного самоуправления не входят в систему органов государственной власти»
  2. Федеральный закон «Об общих принципах организации местного самоуправления в Российской Федерации». Глава 6. Органы местного самоуправления и должностные лица местного самоуправления. Статья 34. Органы местного самоуправления. 4. «Органы местного самоуправления не входят в систему органов государственной власти»
  3. Выражаясь более точно, городской округ в административно[-территориальном] отношении не подчиняется типичным административно-территориальным единицам местного значения — району, (автономному) округу, области (в том числе автономной), губернии, (автономному) краю, земле
  4. Например, в РФ (а также РСФСР) и Украине — это города (не районного подчинения, а) краевого и республиканского/федерального подчинения, и областного, окружного подчинения (значения)
  5. 1 2 «Об общих принципах организации местного самоуправления в Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2014. Архивировано 13 апрель 2014 года.
  6. Закон Московской области от 31 марта 2005 г. N 98/2005-ОЗ "О наименованиях органов местного самоуправления муниципальных образований Московской области" (принят постановлением Московской областной Думы от 16 марта 2005 г. N 6/132-П). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 7 декабрь 2015 года.

Һылтанмалар