Ҡарамышев Батыргәрәй Йософ улы
Ҡарамышев Батыргәрәй Йософ (Мөхәмәтйософ) улы — уҡытыусы.
Биографияһы
Файл:Ҡарамышев Батыргәрәй Йософ улы.jpg
Кәбирә һәм Батыргәрәй Ҡарамышевтар
Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (Хәҙерге Башҡортостанҙың Ишембай районы) Маҡар ауылында кантон башлығы Мөхәмәтйософ Ҡарамышев ғаиләһендә тыуған. Сығышы менән Ҡарамышевтар башҡорт дворяндары нәҫеленән.
Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған. Өфө губернаһы урыҫ-башҡорт училищеларында, һуңыраҡ Маҡар мәктәбендә белем бирә.
Ғаиләһе
Ҡатыны — Кәбирә Әхмәтйән ҡыҙы Вәлидова — Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы Вәлидовтың һеңлеһе.
Улдары:
- Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Ҡарамышев (1888—1922) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре;
- Әмир Ҡарамышев (1893—1918) — 1917—1918 йылдарҙа Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре;
- Мөхтәр Ҡарамышев (1895—?) — Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.
- Сөләймән Ҡарамышев (?—1919) — офицер, Башҡорт корпусында хеҙмәт итә. Петроградты Юденич ғәскәрҙәренән обороналағанда һәләк була.
Ҡыҙҙары Рүзидә — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрби табибы.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Ярмуллин А. Ш. Ҡарамышевтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.