Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы
Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы (24 апрель 1927 йыл — 21 май 2007 йыл) — уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1]. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957), РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы.
Биографияһы
Абдулхаҡ Абдрахман улы Ҡаһарманов 1927 йылдың 24 апрелендә Башҡортостан АССР-ы Ишембай районы Оло Кәбәс ауылында (хәҙер бөткән ауыл) тыуған.
Артабан ғаиләһе Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылына күсә. Атаһы Абдрахман дини белемле була, ауылда ғәрәпсә балалар уҡыта. Уның ике ҡатыны була: Хәҙисә һәм Бүләкбикә.
Абдулхаҡ Абдрахман улы Ҡаһарманов Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыуын тамалағас, 1942—1943 йылдарҙа Ҡалғаһау башланғыс мәктәбендә, 1943 йылда Үрге Нөгөш мәктәбендә уҡыта. Темәс педагогия училищеһына ситтән тороп уҡырға инә.
1944 йылда һуғышҡа алына. Өфөлә 28-се яуға әҙерләү полкында артиллерислыҡҡа әҙерлек үткәс, 1945 йылдың майында Көнсығыш фронтҡа оҙатыла. Пруссиянан күсерелгән 39-сы армияның 5-се гвардия корпусы, 9-сы гвардия дивизияһы, 54-се гвардия полкының артиллерия батареяһында дүрт Бөрйән егете: Абдулхаҡ Ҡаһармановтың ауылдаштары Йыһанур менән Кәлимулла Әминевтар, Монасип ауылынан Сәлих Дәүләтбирҙин бергә хеҙмәт итә.
Абдулхаҡ Ҡаһармановҡа оҙаҡ хеҙмәт итергә тура килмәй, уны икенсе орудиеға күсерәләр. Монголияла бер ай самаһы әҙерлек һыҙығында торғандан һуң, япондарға ҡаршы һуғыш башланыр алдынан уны 4-се орудие наводчигы итеп тәғәйенләйҙәр. Япондарҙың Холун Аршинский тигән нығытылған районын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Ошо һуғышта һул аяғына снаряд ярсығы тейеп яраланып, хәрби госпиталгә эләгә һәм 10 ай дауалана. Һауығып, кире үҙенең батареяһына ҡайтҡас, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Япондар еңелгәндән һуң, Ҡытайҙа һуғышта ҡатнашып, Лядунь ярымутрауына килеп етеп, яугир һуғыш юлын Дайрен ҡалаһында тамамлай. Порт-Артур ҡалаһында кесе командирҙар әҙерләү курсында уҡып сығып, сержант званиеһы ала. 7 йыл хеҙмәт итеп, 1951 йылда тыуған яғына ҡайта.
Һуғыштан һуң ныҡлап уҡытыусылыҡ эшенә тотона. 1952 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай. Уҡытыу эше менән бергә ул агитатор-пропагандист була. 1957 йылда уға районда тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1958 йылда уны Тимер башланғыс мәктәбенә директор итеп эшкә ебәрәләр. Унан һуң ул тағы ла тыуған ауылына (1963 йылда) ҡайтып яратҡан эшен дауам итә.
Абдулхаҡ Абдрахман улы Ҡаһарманов 1962 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына ситтән тороп уҡырға инә һәм уны 1967 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлай.
Артабанғы хеҙмәт йылдары етәкселек менән бәйле: Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә директор, Ғәлиәкбәр ауыл Советы рәйесе вазифаларын башҡара. Алыштырғыһыҙ депутат булып та ауылдаштарына хеҙмәт итә. Тап ошо йылдарҙа уҡытыусының тынғыһыҙ тырыш хеҙмәте баһалана, уға «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Оҙаҡ йылдар ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара. Ҡатыны Зәйнәп менән балаларына яҡшы тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Оло улы Усман, медицина институтын тамамлап, оҙаҡ йылдар район дауаханаһында эшләй. Кәрим[2] менән Хәмиҙә Стәрлетамаҡ пединститутын тамамлап, тыуған ауылында эшләйҙәр, Ҡәйүм Өфө авиация институтын тамалағандан һуң Хәйбулла районында төпләнеп, уҡытыусы булып эшләй. Төпсөк улдары Рауил да[3][4] уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Ҡыҙы Ғәбиҙә китапхана техникумын тамамлай.
2007 йылдың 21 майында оҙаҡ ауырыуҙан һуң мәрхүм була.
Ғәлиәкбәр мәктәбендә Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы исемендәге премия булдырылған һәм һәр уҡыу йылы аҙағында алдынғы уҡыусыларға тапшырыла.
Шулай уҡ уҡығыҙ
- Инфоурок[5]
Һылтанмалар
Кагарманов Абдулхак Абдрахманович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://1418museum.ru/heroes/24323166/ 2022 йылдың 2 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Кагарманов Карим Абдулхакович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 251. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Тынғыһыҙлыҡ — уның булмышы
- ↑ Ҡотлайбыҙ! «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы»(недоступная ссылка)
- ↑ В борьбе за знания. Ветеран великой отечественной войны Кагарманов Абдулхак абдрахманович
Әҙәбиәт
- Исмәғил Яманаев. Үкенерлек түгел үткәндәр… — Сибай: Сибай ҡала типографияһы, 2015. — 162 б.
- Кагарманов Абдулхак Абдрахманович
- Даръяларға ашҡан инеш ине