Ҡомарлы уйын

Ҡомарлы уйын (рус. Азартная игра; франц. jeu de hasard букв. «осраҡ уйыны»; революцияға тиклем Рәсәйҙә «азардный уйын» тип яҙылған азардовать «тәүәккәлләргә» тигән архаизмдан) — аҡса йәки башҡа матди ҡиммәттәр отоу менән бәйле отош уйыны, был уйында отош тулыһынса йәки күбеһенсә уйынсыларҙың оҫталығына түгел, ә осраҡҡа бәйле һәм ҡыҙыҡһыныу уйын процесына түгел, ә уның һөҙөмтәһенә йүнәлтелгән[1].

Теоретик үҙенсәлектәре

Һәр айырым ҡомарлы уйын йомғағы осраҡлыҡҡа бәйле булһа ла, оҙайлы сериялы уйындар һөҙөмтәһе ниндәйҙер статистик законлылыҡтарға[1] буйһона. Рулеткалар һәм башҡа уйын йорттарын тотоусылар, уйындарҙа бер ниндәй алдау булмаһа ла, оҙайлы уйындарҙан отошта ҡала. Был — уйындың шарттары менән бәйле. Мәҫәлән, рулеткала, тәгәрмәстә берҙән алып өскә тиклем йәшел сектор 0 (зеро) булғанлыҡтан, ҡыҙыл йәки ҡара 50 проценттан кәмерәк төшөү шансына эйә.

Уйын «ғәҙел» йәки «зыянһыҙ, хәтер ҡалдырмаҫлыҡ» булып, бөтә яҡтарға ла отош мөмкинлегенә бер төрлө өмөт биргән шарттар тыуҙырылһа ла, уйын барышында күп һанлы ҡабатлауҙарҙың бер яҡҡа күпмелер отош тәьмин итеүе — ихтималлыҡ теорияһы[1] өлкәһенә ҡараған математик тикшеренеү предметы булып тора.

Тарихы

undefined
undefined

Бөтөн донъялағы кеүек, Боронғо Һиндостанда һөйәктәр уйыны билдәле булған. Веда гимндары йыйынтығы «Ригведа» поэмаһында ҡомарлы уйындар менән мауығыуҙы иҫкәртеү булып яңғыраған «Уйынсы ялыуы» бар: «Һөйәк менән уйнама, ә үҙ бураҙнаңды һөр! Үҙ милкеңдә ләззәт тап һәм уны юғары баһала! Үҙ малыңды һәм үҙ ҡатыныңды ҡара, бәхетһеҙ уйынсы!». «Бхавишья-пурана» китабында ҡомарлы уйын менән бәйле хикәйә бар: ниндәйҙер бер принц, һөйәк менән уйнап, бөтә нәмәһенән, шул иҫәптән, ҡатынынан мәхрүм ҡала. «Маһабһаратам» эпосы, һөйәк уйынын ҡомарлы тип атаһа ла, уны бик ентекләп тасуирлай.

Боронғо гректарҙың, бигерәк тә коринфяндарҙың, ҡомарлы һөйәк уйынына мөкиббән китеүе тураһында мәғлүмәт бар. Тик Спартала ғына ҡомарлы уйын бөтөнләй тыйылған була[2]. Шулай уҡ боронғо грек мифологияһында ла ҡомарлы уйын иҫкә алына. Грек легендаһына ярашлы, Троя ҡалаһын ҡамау ваҡытында эстәре бошҡан һалдаттарҙың күңелен асыу маҡсатында, Паламедей һөйәк уйынын тәҡдим итә. Грек биографы Плутарх һөйәк уйынын мөкиббән китеп уйнаған фарсы батшабикәһе Парисатис тураһында телгә ала.

Боронғо Рим хоҡуғы, ҡомарлы уйындарҙың рухи тарҡатыу йоғонтоһон тулыһынса тойомлап, уларға ҡарата ҡәтғи ҡарар ҡабул итә: тыйылған уйындарҙа аҡсаһын отторған уйынсы (alea дәрәжәһендә тип атала Римдә рөхсәт ителгәненән айырмалы рәүештә, ludi, qui virtutis causa piunt) аҡсаһын кире алыу талабын ҡуя алған.[2].

Ҡомарлы уйындар германдарҙа ғәҙәттән тыш таралған була. Боронғо германлы мөлкәтен генә түгел, үҙенең иректә йәшәү хоҡуғын да юғалтҡан: уйында отолған һәм түләрлек бер нәмәһе лә булмаған кешене ҡоллоҡҡа һатҡандар. XIII йөҙйыллыҡта уҡ законлы сикләүҙәр барлыҡҡа килә башлаһа ла, XIV быуатта, бөтә урындағы кеүек, Германияла ла, уйын өйҙәрен (тәүләп Италияла, XII йөҙйыллыҡта) тыя башлайҙар; әммә иң яңы заманға тиклем бәләкәй герман дәүләттәрендә рулеткалар һәм башҡа вертептар кеүек уйын өйҙәренә түҙеп кенә ҡарау түгел, улар урта хәлле казначействоларға ла байтаҡ һалым түләгәнлектән, хатта хөкүмәт тарафынан дәртләндерелгән. Пруссияның юғары күтәрелеүендә һәм Германияны берләштереү дәүерендә был өлкәлә ҙур полиция реформаһы тормошҡа ашырыла — герман ерҙәрендә уйын өйҙәре юҡҡа сығарыла. 1868 йылдың 1 июлендәге уйын өйҙәрен ябыу тураһында законға һәм артабан Германияның бер дөйөм законға буйһоноп берләштерелеүенә тиклем, Германия үҙенең Баден-Бадендағы, Бад-Доберандағы, Бад-Эмстағы, Висбадендағы, Гамбургтағы һ. б. уйын өйҙәре менән аяныслы танылыуы менән дан тотҡан була[2].

Сығанаҡтар буйынса билдәле булған мәғлүмәттән сығып фекер йөрөткәндә, боронғо замандарҙан ҡомарлы уйындарҙың пари һәм һөйәк ташлау төрҙәре генә таралған була. 1423 йыл тирәһендә ағас һәм баҡырға гравировкалау сәнғәте барлыҡҡа килгәндән һуң, Испанияла һәм Германияла рәссамдар күрәҙәлек итеү маҡсаттары өсөн, һуңынан бағымсылыҡҡа нигеҙләнгән уйын ҡоралы булараҡ, йәғни ҡомарлы уйындар өсөн, уйын кәрттәре әҙерләй башлай. Тәүгерәк кәрт уйыны, төрлө кире элементтарҙың һөнәре һаналып, оҫта алдау формаһы булып хеҙмәт итә, һәм 1494 йылда уҡ кәрт хәйләләп уйнаусыларының (шулерҙар) алдаҡ алымдарын фашлаған «Liber vagatorum» трактаты баҫылып сыға. Уйын притондарҙа, кабачоктарҙа ойошторолған була, һәм 1541 йылда Англияла уйын притондарын эҙәрлекләү тураһында беренсе закон сығарыла. Әлегә тиклем инглиз дөйөм хоҡуғы буйынса уйын өйҙәрен тотоусылар, «дөйөм зыянлы эш ойоштороусылар (ингл. common nuisance), байтаҡ юлдан яҙған бәйелһеҙ кешеләрҙе бер урынға йыйып, кәйеф-сафа ҡороп күңел аҙҙырыусылар» тип атала[1].

Әммә, яйлап ҡомарлы уйындар һарайҙа һәм юғары ҡатлам вәкилдәре араһында ла тарала. Был уйындарҙың ныҡ үҫешкән мәле Францияла Людовик XIII һәм Людовик XIV осоронда була, был уйындар менән бергә хәйләләү, алдау тарала, һәм был ҡылыҡтары менән юғары йәмғиәттең билдәле бай шәхестәре лә фашлана. Людовик һарайынан ҡомарлы уйындар модаһы Европаның башҡа һарайҙарына ла күсә (бөгөнгө көнгә тиклем ҡомарлы уйындарҙың күпселеге үҙҙәренең француз атамаларын һаҡлаған), һәм ҡомарлы уйын дворяндар яратҡан шөғөлгә әүерелә. XVIII быуат аҙағы буржуазияһы, йәмғиәттә үҙенең йоғонтоһон нығытып, шулай уҡ «дворян модаһын» өйрәнергә ашыға, әммә буржуазия вәкилдәре араһында ҡомарлы уйындарҙың таралыуы XIX быуаттың 30—40-сы йылдарынан ғына һиҙелерлек күләмгә етә (Германияла һәм Рәсәйҙә тағы ла һуңыраҡ). Ишектәре бөтә кешегә лә асыҡ булған ҙур уйын йорттары төҙөлгәндән һуң ғына, ҡомарлы уйында төрлө синыфтарҙың бер төрлө шарттарҙа ҡатнашыуы мөмкин була. Уға саҡлы ҡомарлы уйын үҙенең синыф даирәһенән тыш уйналғанда ғына, ғәйепкә алырлыҡ булған[1].

XIX быуаттан башлап Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән уйын «клубтары» киҫкен ҡатлам-синыф характерлы булған («Инглиз»—юғары ҡатлам өсөн, «Сауҙагәрҙәр өсөн», «Приказчиктар өсөн» һ. б.)[1].

Бәйлелек

Ҡомарлы уйындарға бәйлелек кешене психологик буйһоноуға — лудомания торошона килтерә. Бындай бәйлелек йәмғиәттә социаль-ижтимағи һәм медицина мәсьәләләрен тыуҙырыуы мөмкин. Хәүеф факторҙары шәхси үҙенсәлектәргә бәйле: эмоциональ үҙгәреүсәнлек, үҙ-үҙенде контролдә тотоуҙың кәмеүе.

Бәйлелек тәртибе депрессив ҡаҡшауға алып килә. Тикшеренеүселәр аңдың үҙгәрешле торош билдәләрен, атап әйткәндә, уйынға мөкиббән китеү менән бер үк ваҡытта бөтә иғтибарҙы уйынға ғына туплап (концентрация), тирә-яҡ ысынбарлыҡтан ситләшеүҙе күҙәтә.

Мәскәүҙә уйын автоматтарына патологик бәйлелек арҡаһында мөрәжәғәт иткән 96 кешене тикшергәндә, 15 осраҡта үҙ-үҙенә ҡул һалыу тураһында уйлау, 36 осраҡта — астеник ҡаҡшау асыҡланған[3].

Ҡомарлы уйындарға мөнәсәбәт

Саманан тыш уйын ҡомары арҡаһында килеп сыҡҡан икенсе дәрәжәләге кире күренештәр менән көрәш элекке замандарҙан бирле донъяның бөтә илдәрендә лә административ һәм енәйәткә ҡаршы сәйәсәт мәсьәләләренең береһе булып килә. Йәмғиәткә зыянлы яҡтарҙың береһе — халыҡта хеҙмәт түкмәй генә килем алып байыуға ынтылыуҙың көсәйеүен тыуҙырыуы, әммә был йыш ҡына бәйлелеккә һәм ярлылыҡҡа алып килә; кеше иҫәбенә байырға тырышыу арҡаһында аҡсаның әрәм-шәрәм булыуына, үҙләштереүҙәргә; уйындла алдашыуҙарҙың артыуына, башҡалар иҫәбенә йәшәүселәр һанының артыуына килтерә[1]. Ҡомарлы уйындар барышында килешелгән йөкләмәләр (уйынға законһыҙ ылыҡтырыу йәки уйнарға мәжбүр итеү осраҡтарынан тыш), дәғүә йәки юллау хоҡуғы менән һаҡланмаған, күпселек осраҡта натураль йөкләмәләргә генә ҡайтып ҡала.

Ҡомарлы характерҙа булһа ла, покер бөгөнгө көндә законлы тәртиптә күп кенә илдәрҙә рәсми спорт төрө тип танылған. Нью-Йорк Федераль суды покер «һөҙөмтәгә оҫталыҡ өҫтөнлөклө йоғонто яһаған» уйын тип таныны[4]. Покер бриджы Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан рәсми рәүештә спорт төрө тип танылды һәм Пекин ҡалаһында үткән 2008 йылғы Бөтә донъя интеллектуаль уйындары программаһына индерелде.

Рәсәйҙә

Рәсәйҙә элек-электән күп кенә ҡомарлы уйындар билдәле булған, шуларҙан уйын кәрттәрен һәм һөйәк уйыны — зернде дин әһелдәре лә, воеводаларға был уйынсыларҙы күҙәтеү аҫтына алырға ҡушҡан хөкүмәт тә эҙәрлекләгән. XVII быуаттағы воеводалар наказдарынан күренеүенсә, кәрт һәм зернь уйынсыларын ҡамсы менән һуҡтырғандар, ә кәрт менән зернде тартып алырға һәм яндырырға ҡушылған[2].

Пётр I осоронда тәү сиратта хәрбиҙәргә кәрт һәм аҡсаға һөйәк уйнау ҡәтғи тыйылған була (Артиллерия хәрби уставы § 59; Диңгеҙ уставы, IV китап, гл. I, §§ 15, 19), ә һуңғараҡ тыйыу барыһына ла тарала: аҡсаға уйнау тыйыла, бының өсөн уйнап алғанға ҡарата өсләтә штраф ҡарала (указ № 3127, 17.12.1717 йыл)[5]. Был күрһәтмә императрица Анна Иоанновна идара иткән осорҙа 1733 йылдың 23 ғинуарында раҫланған: «партикуляр һәм ирекле өйҙәргә йыйылып, бер кем лә аҡсаға, ваҡ-төйәк мөлкәткә, хужалыҡтарға һәм ауылдарға һәм кешеләргә һис тә уйнамаҫҡа». Полиция күҙәтергә тейеш булһа, штрафтың өстән бер өлөшө ошаҡсыға тәғәйенләнә (№ 6313). Шуның менән һаман да киңерәк тарала барған уйынға ҡаршы торорға уйлағандарҙыр, әммә, күрәһең, бушҡа: был күрһәтмә бер туҡтауһыҙ ҡабатланған (№ 9380, 10714). Фәҡәт Елизавета Петровна идара иткән йылдар һуңында (1761 йылдың 16 июне) законда тыйылған ҡомарлы уйындар менән рөхсәт ителгән коммерция уйындары араһында айырма яһалған: «танылған дворян йорттарында уйынды ҡулланыу рөхсәт ителә; бары тик аҙ аҡса суммаһына ғына, отош өсөн түгел, әммә ваҡыт үткәреү маҡсатында ғына» (№ 11275)[2].

Императрица Екатерина II осоронда башта ҡомарлы уйындарҙы ғөмүмән тыйыу тураһында раҫлауҙар сығарылған (№ 11877, 12263, 12560), кәрт бурыстарының дөрөҫ булмауы һәм уйын отошо өсөн үтескә биреүселәргә аҡса ҡайтарыуҙан баш тартыу тураһында (№ 12593, 13677), ә «Устав благочиния»ла (1781 йыл) ҡарар ителгән: «игры домашния и игрища, поелику в оныя не входит беззаконие или противное узаконению, полиции не запрещает; в запрещённой же игре смотреть на намерение, с каким играли, и обстоятельства. Буде игра игроку служила забавою или отдохновением посреди своей семьи и с друзьями, и игра не запрещена, то вины нет; буде же игра игроку служит единственным упражнением и промыслом, или дом, в коем происходила игра, открыт день и ночь для всех людей без разбора, и что тут же и оттого происходит прибыток запрещенный, то о том исследовав, учинить по законам. Просьба же и иск о долге по игре да уничтожится» (Уст. благ. § 67)[2].

Император Александр I тәхеткә ултырғандан һуң, хөкүмәт әүҙем рәүештә ҡомарлы уйындарҙы эҙәрлекләй. 1801 йылда Петербург һәм 1806 йылда Мәскәү хәрби генерал-губернаторҙарына ҡомарлы уйынсылар артынан ныҡ күҙәтеү ойошторорға, ғәйеплеләрҙе судҡа бирергә һәм исемдәрен императорҙың үҙенә еткерергә ҡушыла (№ 19938, 22107). Император Александр I осоро положениелары һәм Екатерина дәүеренең «Устав благочиния» ҡарарҙары үҙгәртеүһеҙ Рәсәйҙә 1917 йылға тиклем ҡулланылған «Устав о предупреждении и пресечении преступлений» (ст. 444—449, т. XIV) тигән документҡа күсерелгән. Закон, рөхсәт ителмәгән ҡомарлы уйындарҙан башҡа, коммерция уйындарын таныған. Ҡомарлы уйындарҙы булдырмау, уйын йорттарын табыу һәм уларҙы ойоштороусыларҙы һәм унда ҡатнашыусыларҙы суд менән эҙәрлекләүҙе башҡарыусы полиция органдары яуаплылығына бирелгән. Полиция уйын ҡоралын, ваҡытын, урынын, ҡатнашыусыларын, маҡсатын һәм хәл-ниәтен асыҡларға тейеш була. Закон, юҡ-бар үпкәләүҙәр һәм тынысһыҙланыуҙар булмаһын өсөн, полицияға һаҡлыҡ менән эш итергә ҡуша. Мәскәүҙә тотализаторҙар 1889 йылда Мәскәү генерал-губернаторы күрһәтмәһе менән тыйылған була[2].

Совет хоҡуғы менән яңы иҡтисади сәйәсәткә тиклемге осорҙа төрлө ҡомарлы уйындар, спекулятив байығыу төрө булараҡ, ҡәтғи тыйыла. 1917 йылдың 24 ноябрендә Петроград Хәрби-Революцион Комитетының бөтә уйын клубтарын һәм притондарын ябыу тураһында ҡарары сыға. Әммә большевиктар уйын бизнесына ҡаршы етди көрәш алып бармай, һәм ул йәшерен рәүештә йәшәүен дауам итә. Петроград Хеҙмәт Коммунаһының Комиссарҙар Советы 1918 йылдың яҙында М. И. Калининдың Петроградтағы уйын йорттарын легалләштереү һәм һалым һалыу (килемдәренән 10-30 %) тәҡдимен тикшерә һәм кире ҡаға[6].

1921 йылдың 9 ноябренән РСФСР-ҙың Хеҙмәт һәм Оборона Советы тарафынан[6] башҡарма комитеттарҙың айырым рөхсәте нигеҙендә концессион башланғыс менән уйын йорттарында түләүле «ҡомарлы булмаған уйындар»ҙы ойоштороу[1], шулай уҡ уйын кәрттәрен һатыу рөхсәт ителә[6]. 1923 йылдың ахырынан, Петроград эшселәренең буш ваҡытын үткәреүен һәм шуның менән бәйле негатив күренештәрҙе социологик тикшеренеүҙәр менән бәйле, ҡалаларҙағы «йоҡо райондарында» казиноларҙы, лото уйыны залдарын һәм башҡа шундай уйын йорттарын ябыу кампанияһы башлана. Бының өсөн самогонға, кокаинға һәм ҡомарлы уйындарға ҡаршы көрәш буйынса махсус комиссия ойошторола. 1928 йылдың майында Халыҡ Комиссарҙары Советы бөтә ерҙә лә уйын йорттарын тыя, ә Енәйәт кодексына 201-се статья өҫтәлә: ҡомарлы уйындар ойоштороусыларға төрмәгә оҙайлы срокка ябылып ҡуйыу янай[6]. Ҡомарлы уйындарға яҡын лотереялар һәм ипподромдарҙағы тотализаторҙар ғына рөхсәт ителә, был ситуация СССР-ҙа даими һаҡлана. 1976 йылда башланған дәүләт «Спортлото» лотереяһы иң популяр була һәм ул килтергән бөтә килем спортты финаслауға, шул иҫәптән 1980 йылда үткән Мәскәү Олимпиадаһын финанслауға тотонола. 1940 йылдан 1973 йылға тиклем тәү сиратта Ригала киң таралыу алған бриджды ла спорт төрөнә индергәндәр, бридж буйынса хатта халыҡ-ара турнирҙар ҙа үткәрелгән, әммә һуңғараҡ бридж, «Коммунизм төҙөүсенең әхлаҡ кодексы»на тап килмәй тип, тыйылған[6].

1988 йылда «Интурист» ҡунаҡханаларында, сит ил туристары күңел асһын өсөн, 200-ҙән ашыу уйын автоматы ҡуйыу рөхсәт ителә. 1989 йылдың яҙында Таллинда беренсе казино асыла, ә августа казино Мәскәү ҡалаһындағы «Савой» ҡунаҡханаһында ла эшләй башлай.

1990 йылдан, СССР-ҙың тарҡалыуы менән, казино һәм уйын автоматтары залдары Рәсәйҙә сикләнмәгән күләмдә барлыҡҡа килә.

2006 йылда Рәсәйҙең бөтә территорияһында[7], илдең иң ҙур ҡалаларынан алыҫ урынлашҡан дүрт «Уйын зонаһы»нан башҡа, казино һәм уйын учреждениелары ойоштороуҙы тыйған закон ҡабул ителә. Бына ошо төбәктәр: Алтай крайы, Краснодар крайы һәм Ростов өлкәһенең сиге, Калининград өлкәһе, Приморье; Ҡырым Рәсәй Российской Федерацияһына 2014 йылда ҡабат ҡушылғандан һуң, Ҡырым ярымутрауы территорияһында ла уйын зонаһын ойоштороу тәҡдим ителә[8].

2009 йылдың 1 июленән Рәсәйҙә ҡомарлы уйындар рәсми рәүештә тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, уйын йорттарының бер өлөшө «электрон лотереялар», интернет-кафе һәм компьютер клубтары «пәрҙә»һе аҫтында йәшерен эшләүен дауам итә[6].

Рәсәй Федерацияһының заманса закондарына ярашлы, ҡомарлы уйын — «эш итеүҙә мөмкин булған ике варианттың береһен, нәтижәһе икеле йәки насар һөҙөмтә биреү ихтималлығына ҡарамай, һайлау, уйында ҡатнашыусы ике йәки бер нисә кешенең үҙ-ара ризалығы буйынса килешеүе йәки бындай килешеүҙең бер нисә ҡатнашыусыһының ҡомарлы уйынды ойоштороусы ҡағиҙәләре буйынса килешеп уйнауы»[9].

Йыш ҡына Рәсәйҙәге ҡомарлы уйындарға дәүләт лотереяларын да индерәләр. Был дөрөҫ түгел. Лотереяла отош приз фонды ярҙамында уны үткәрер алдынан туплана. Ҡомарлы уйында — ҡатнашыусыларҙың аҡсаһы иҫәбенә уйын барышында отош йыйыла. Бынан тыш, лотерея отошо лотерея билетында (йә башҡа документта) күрһәтелгән урында түләнә. Ҡомарлы уйын осрағында отош уйынды үткәргән урында бирелә. «Лотереялар тураһында» федераль законға[10] «2014 йылдың 1 июленән дәүләт лотереяларынан башҡа теләһә ниндәй лотереяларҙың эшмәкәрлеге туҡтатылырға тейеш» тигән төҙәтмәләр индерелә.

АҠШ-та

Тарихсылар Лиза Моррис һәм Алан Блок раҫлауынса, «1840-сы йылдарға тиклем уйын бизнесы Миссисипи һәм Огайо йылғалары һәм шулай уҡ Бөйөк күлдәр буйлап йөрөгән пароходтарҙа ойошторолған». Һуңынан, тыйыуҙарға ҡарамаҫтан — ә бәлки шул тыйыу эҙемтәһе булараҡ — йәшерен уйын бизнесы ҡоро ерҙә лә сәскә атҡан, һәм шуның һөҙөмтәһе булып «аяныслы билдәлелек алған бер нисә «криминаль ҡала» барлыҡҡа килгән».

Лотереялар иһә Боронғо Донъяла ла билдәле булған. Королева Елизавета I 1569 йылда махсус грамота баҫтырып беренсе инглиз лотереяһын үткәрергә рөхсәт бирә. Һуңыраҡ, Англияның Америка колнияларында ла һәм шулай уҡ Иҫке Донъяла ла лотереяларҙы ирекле рекламалағандар һәм ирекле нигеҙҙә дөйөм халыҡ ҡаҙнаһын тулыландырыу сараһы тип иҫәпләгәндәр. Әммә, лотерея мәсьәләһе буйынса регуляр рәүештә ығы-зығы ҡубыуы һәм сәйәси һөжүм ойошторолоуы арҡаһында, XIX быуатта улар АҠШ-та бөтөнләй тыйыла. Легаль лотереялар ойоштороу тәжрибәһенә бары 1963 йылда ғына мөрәжәғәт итәләр: Нью-Гэмпшир штатында, ә 1965 һәм 1993 йылдар арауығында 35 штатта һәм Колумбия округында лотерея ойоштороуға дәүләт монополияһы индерелә. Һуңғы ваҡытта АҠШ-та йәмәғәтселектең ҡомарлы уйындарға мөнәсәбәте түҙеп ҡарау яғына үҙгәрә. Gallup йәмәғәт фекерен фәнни-тикшереү институты мәғлүмәттәре һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 67 проценттан ашыуы, был күренештә бер насарлыҡ та күрмәйбеҙ һәм ҡомарлы уйындарҙы тыйыу йәмғиәткә бер төрлө лә файҙа килтермәй тигән.

Һәр штат ҡомарлы уйындар буйынса үҙенең закондар йыйынтығын билдәләй. Дөйөм федераль закондар ҙа бар. Баҙарҙы көйләүселәр — штаттар хакимиәттәре һәм American Gaming Association (баҙарҙа ҡатнашыусыларҙы — етештереүселәрҙе, таратыусыларҙы һәм операторҙарҙы берләштерә). АҠШ-та уйын бизнесы индей резервацияларында, круиз караптарҙа һәм Невада штатында үҫешә. Йыл һайын баҙарҙың дөйөм килеме 71.1 млрд доллар тәшкил итә.

АҠШ-та барлығы 1600-тан артығыраҡ казино эшләй. Дөйөм алғанда, Онлайн уйын бизнесы рөхсәт ителгән, әммә онлайн ҡомарлы уйындар менән бәйле финанс транзакциялары тыйылған.

Диндәрҙә

Христиан сиркәүе, ундай уйындар нигеҙһеҙ байығыу теләген үҫтерә һәм насар социаль эҙемтәләргә килтерә тип, ҡомарлы уйындарға кире ҡарашта. Ҡомарлы уйын менән мауығыу дини санын алыуға һәм диндән ҡыуыуға тсәбәп була ала. Ҡомарлы уйындарҙы тыйыуға ике ҡарар бар; был Изге апостолдарҙың 42-се ҡағиҙәһе[11][12][13]Зернь, шашка, шахмат һәм һөйәк уйындарын тыйыу тураһындағы законды 1551 йылда Стоглавый собор ҡабул иткән[14][15].

Ислам дине лә ҡомарлы уйындарҙы тыя. Шуның өсөн ислам илдәренең күпселегендә ҡомарлы уйындар закондан тыш иҫәпләнә.

Иудаизм да шулай уҡ ҡомарлы уйындарҙы тыя. То́ра ла улар телгә алынмаһа ла, Талмуд уйындарҙы тәнҡитләй[16].

Иҡтисад

The Economist[17] журналы мәғлүмәттәре буйынса, казино, спорт ставкаларын, лотереяларҙы һ. б. индереп, 2011 йылда ҡомарлы уйындар һөҙөмтәһендә отоштоң дөйөмләштерелгән күләме (ставкалар күләменән минус отош күләме) 350 миллиард АҠШ долларына тиң булған. Шуның менән бергә 50 миллиарды онлайн-казино ставкалары өлөшөнә тура килә.

Донъя күләмендә отош өлөшө буйынса беренсе өс урынды: Гонконг — 32 %, Швеция — 23 %, Бөйөк Британия — 21 % — биләгән.

Төрлө ҡомарлы уйындарҙа ҡатнашыусыларҙың артыуы башҡа өлкәләрҙә, айырып әйткәндә, ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында, хәүефҡә мөнәсәбәтте байтаҡҡа арттыра: мөмкин булған уңышһыҙлыҡтан ҡасыуҙың тәбиғи механизмдары баҫыла, ә ҡомарлы уйында ҡатнашыу ғәҙәттәре фонд баҙарындағы уйын кимәленә күсә[18].

2016 йылдың башында «KeyToCasino.com» порталы аналитиктары интернет-казино-онлайн буйынса тикшеренеү үткәргән, һәм ул онлайн-казино уйынсылары араһында АҠШ долларының лидерлығын тартып алған евро иң популяр валюта булып торғанын асыҡлаған.

Уйын зоналары

Мәҙәниәттә

Классик әҙәбиәттә

Рус әҙәбиәте классиктарының бер нисә әҫәре ҡомарлы уйындарға һәм мауығыусы кешенең яҙмышына уларҙың ниндәй йоғонто яһауына бағышланған. А. С. Пушкиндың «Пиковая дама» повесы ҡомарлы уйын менән бәйләнгән кеше яҙмышын бәйән итә. Николай Васильевич Гоголдең «Игроки» комедияһы мутлашыусылар образын тасуирлай. М. Ю. Лермонтов үҙенең «Маскарад», «Штоссе» һәм «Тамбовская казначейша» әҫәрҙәрендә шулай уҡ сюжет бәйләнеше өсөн ҡомарлы уйын темаһын файҙаланған. Ф. М. Достоевский «Игрок» романында тормошоноң мәғәнәһенә әйләнгән ҡомарға буйһоноу кешене рухи һуҡырлыҡҡа килтереүен хикәйәләй. О. Э. Мандельштам «Казино» шиғырында уйын аппараттары араһына барып ингән кешенең хәл-торошон образлы итеп тасуирлай. Александр Грин «Гениальный игрок» хикәйәһе сюжетына уйындың үҙенең мәғәнәһен юҡҡа сығарыусы отошһоҙ кәрттәр идеяһын индерә. Александр Иванович Куприн «Система» хикәйәһендә Монте-Карлонан килгән еңелмәҫ уйынсы тураһында һөйләй, һәм уның ошо һәләтенән ҡурҡҡан казино хужалары уны үҙҙәренең уйын йорттарына индермәгән.

Һынлы сәнғәттә

XVI быуат аҙағынан башлап, рәссамдар, уларҙың шәхес үҫешенә емергес кире тәьҫир итеүен айырым билдәләп, ҡомарлы уйындарҙы һүрәтләй башлай. Рәссамдар Виллем Корнелис Дейстер, Жорж де Латур, Караваджо шуға оҡшаған һүрәттәрҙең тотош серияһын булдыра.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 Люблинский П. И. «Азартная игра» // Большая советская энциклопедия, 1 издание, — М.: Советская энциклопедия, 1926, Т. 1, С. 635—638.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2025)
  2. 1 2 3 4 5 6 7 Азартные игры // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2025)
  3. Малыгин В. Л., Хвостиков Г. С., Малыгин Я. В. Особенности характерологических свойств патологических азартных игроков и психопатологические феномены, сопровождающие азартную игру. Сайт «Наука. Педагогика» (2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025.
  4. Федеральный судья признал покер игрой мастерства. Сайт «Новости покера» (22 август 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. (рус.)
  5. Полное собрание законов Российской империи. указ Петра I 17 (28) декабря 1717 «О запрещеніи носить пряденое и волоченое золото и серебро покупать оное и играть въ деньги». Российская национальная библиотека (17 декабрь 1717). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025.
  6. 1 2 3 4 5 6 Олег Тарасов. Азартные игры в Советском Союзе. Сайт «История государства» (23 июль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. (рус.)
  7. Закрытие казино в России. РИА «Новости» (14 сентябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. (рус.)
  8. Власти Крыма предложили перенести игорную зону из Ялты в Евпаторию. РБК (12 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. (рус.)
  9. Федеральный закон Российской Федерации от 29 декабря 2006 г. N 244-ФЗ О государственном регулировании деятельности по организации и проведению азартных игр и о внесении изменений в некоторые законодательные акты Российской Федерации. Интернет-портал «Российской газеты» (31 декабрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. (рус.)
  10. Государственная Дума РФ. Федеральный закон от 11.11.2003 N 138-ФЗ «О лотереях». КонсультантПлюс (11 ноябрь 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025.
  11. И. И. Срезневский. Материалы для словаря древнерусского языка по письменным памятникам. Санкт-Петербург, 1890—1912. Том II. Л — П 1902 год. колонка 71. «лѣкъ, лѣка» (1902). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. (рус.)
  12. Бенешевич В. Н. Древнеславянская Кормчая. том 1, Издание 1906 год (1906). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. (рус.)
  13. Кормчая 1650 года. стр. 523. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. (рус.)
  14. И. И. Срезневский. Материалы для словаря древнерусского языка по письменным памятникам. Санкт-Петербург, 1890—1912. Том III. Р -Ѩ (йотированный юс малый) и дополнения 1912 год. колонка 911. тавлия=тавлѣя (1912). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. (рус.)
  15. Стоглав. Глава 92 «О игрищах еллинского беснования». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. (рус.)
  16. Андрей Мельников. Играми бесовскими тешатся. Независимая газета. Газета «Вера и люди». Интернет-версия (15 июль 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025. (рус.)
  17. We value your privacy (ингл.). The Economist Group (4 июнь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025.
  18. Шиллер, Роберт , 2013, с. 103

Әҙәбиәт

  • Игорный бизнес / Пер. с англ. и фр. НВЦ «Библиомаркет»; Ред.-сост. А. В. Пурник. — М., 1994. — 208 с.
  • Eliage, Mircea. The Encyclopedia of Religion. — N. Y.: Simon & Schuster Macmillan, 1995. — Vol. 5. — P. 486—474.
  • Евгений Ковтун. История правового регулирования азартных игр в России. — М.: ИПЦ Маска, 2009. — ISBN 978-5-91146-255-0.
  • Евгений Ковтун. Азарт в Стране Советов. — М.: Олимп-Бизнес, 2012. — ISBN 978-5-9693-0220-4.
  • Роберт Шиллер. Иррациональный оптимизм. Как безрассудное поведение управляет рынками = Irrational Exuberance. Second Edition Revised & Updated. — М.: Альпина Паблишер, 2013. — 422 с. — ISBN 978-5-9614-1845-3.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар