Ҡуржакүл (ауыл)

Ҡуржакүл (рус. Киржакуль) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы ауыл.

Географияһы

Ҡуржакүл Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы Тинес ауыл биләмәһенә ингән ауыл.

Райондың төньяҡ өлөшөндә, Ҡуржакүл буйында урынлашҡан. Рельефы — ярымтигеҙлек (Урал аръяғы пенеплены); иң бейек урыны — 238 метр. Урманлы-далалы ландшафт.

Күрше тораҡ пункттары менән ауыл грунтлы һәм шоссе юлдар һалынған. Район үҙәгенә тиклем (Долгодеревенское ауылы) — 25 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Тинес ҡасабаһы) — 9 км.

Тасуирламаһы

Ауылдың тирә-яғын күп һанлы һаҙлыҡтар уратып алған, 2 км төньяҡ-көнбайыш алыҫлыҡта ҡайын урманы урынлашҡан.

2002 йылғы йәниҫәптә 384 кеше йәшәгән (1970—390, 1983—344, 1995—417)[3].

Тарихы

Ауылға ХХ быуаттың тәүге яртыһында нигеҙ һалынған.

1963 йылда Новостройка ҡасабаһы менән ҡушылған, шул уҡ йылда территорияла Мөслим совхозы бүлексәһе урынлашҡан. Хәҙерге осорҙа унда «Нива» СХПК-һы эшмәкәрлек алып бара.

Ауылдың китапханаһы бар[3].

Этимологияһы

Топонимдың килеп сығыуын Силәбе өлкәһенең Долгодеревенское ауылында йәшәгән Фәрит Хәсәнов башҡорт телендәге диалект «ҡуржа» һәм «күл» һүҙҙәре менән бәйләй. Болғансыҡ, еҫле тигән мәғәнәләр биреүен яҙа. Һыу өҫтө, ысынлап та, болғансыҡ, еҫ сығып тора, тип билдәләй[4]. Башҡорт теленең 2 томлыҡ һүҙлегегендә (1-се том) «ҡуржа» диалект һүҙ тип билдәләнә һәм юшҡын тигән аңлатма бирә[5].

Башҡорт телендә шулай уҡ «ҡоржоу» — «артыҡ әсеү» тигән диалект һүҙ ҙә бар. Күлдең һыу сифатына ҡарата ул да тап килеүе ихтимал[6].

Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  3. 1 2 Деревня Киржакуль//Энциклопедия Челябинской области//
  4. «Вечерний Челябинск», 1998, 7 апрель [1] 2019 йылдың 28 март көнөндә архивланған.
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 705-се бит
  6. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 860 бит

Сығанаҡтар

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 678-се бит

Һылтанмалар

  • Фарит Хасанов. — «Вечерний Челябинск», 1998, 7 апрель [2] 2019 йылдың 28 март көнөндә архивланған.
  • Деревня Киржакуль//Энциклопедия Челябинской области//[3]
  • Киржакуль — Официальный сайт [4](недоступная ссылка)