Әкиәт

Әкиәт (рус. Сказка) — фольклорҙың һәм нәфис әҙәбиәттең төп жанрҙарының береһе; тылсымлы, батырҙарса (героик), мажаралы йәки көнкүреш сюжетлы эпик, башлыса сәсмә (прозаик) әҫәр. Әкиәт өсөн нәфис уйҙырмаға таяныу, һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың шартлылығы һәм хикәйәләүҙең тарихи дөрөҫлөккә дәғүә итмәүе хас. Әкиәт сюжеттары һәм образдары халыҡтың яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, ғәҙеллек, батырлыҡ, ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәре тураһындағы күҙаллауҙарын сағылдыра[1].

Халыҡ (фольклор) әкиәтен һәм әҙәби әкиәтте айырып йөрөтәләр. Халыҡ әкиәте ауыҙ-тел ижады жанрҙарына ҡарай һәм быуындан быуынға тапшырылып, күп һанлы варианттарҙа йәшәй. Әҙәби әкиәт иһә халыҡ әкиәте традициялары менән бәйле, әммә аныҡ авторы булған автор әҫәре булып тора.

undefined
  • Халыҡ әкиәте — яҙма һәм ауыҙ-тел халыҡ ижадының эпик жанры: төрлө халыҡтарҙың фольклорындағы уйҙырма ваҡиғалар тураһында сәсмә (прозаик) ауыҙ-тел хикәйәләүе. Ул нәфис уйҙырмаға таянған төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә алған хикәйәләү, башлыса сәсмә фольклор (әкиәт прозаһы) төрө булып тора. Әкиәт фольклоры «дөрөҫлөккә нигеҙләнгән» фольклор хикәйәләүенә (әкиәт булмаған прозаға) ҡаршы ҡуйыла (миф, былина, тарихи йыр, дини шиғырҙар, легенда, демонологик хикәйәләр, риүәйәт)[2].
  • Әҙәби әкиәт — эпик жанр: уйҙырмаға йүнәлтелгән, халыҡ әкиәте менән тығыҙ бәйләнгән, әммә, унан айырмалы рәүештә, аныҡ бер авторға ҡараған, баҫылып сыҡҡанға тиклем ауыҙ-тел формаһында йөрөмәгән һәм варианттары булмаған әҫәр. Әҙәби әкиәт йә халыҡ әкиәтенә оҡшатып яҙыла (халыҡ-поэтик стилдәге әҙәби әкиәт), йә фольклорға ҡарамаған сюжеттар нигеҙендә өгөт-нәсихәт (дидактик) әҫәре итеп тыуҙырыла. Тарихи йәһәттән халыҡ әкиәте әҙәби әкиәттән алда барлыҡҡа килгән[3].

Халыҡ әкиәте

Нигеҙендә традицион сюжет ятҡан халыҡ әкиәте сәсмә фольклорға (әкиәт прозаһына) ҡарай. Миф, үҙенең функцияларын юғалтып, әкиәткә әйләнгән. Тәүге мәлдә мифтан бүленеп сыҡҡан әкиәт уға түбәндәгесә ҡаршы ҡуйылған:

  1. Донъяуилыҡ (профанлыҡ) — изгелек. Миф йола менән бәйле булған, шуға күрә ул билдәле бер ваҡытта һәм билдәле бер урында хаҡлы булғандарға ғына йәшерен белемдәрҙе асҡан;
  2. Ҡәтғи булмаған ысынбарлыҡ — ҡәтғи ысынбарлыҡ. Әкиәттең мифҡа хас этнографиклыҡтан алыҫлашыуы уның нәфислек яғын алғы планға сыға. Әкиәтте һүрәтләнгән сюжеттың мауыҡтырғыс булыуы «ҡыҙыҡһындыра» башлай. Мифтың тарихилығы әкиәт өсөн әһәмиәтен юғалта. Әкиәттәге ваҡиғалар билдәле бер географик урынға бәйләнмәйенсә, әкиәт географияһы сиктәрендә үтә.
undefined

Халыҡ әкиәтенең үҙенә башҡа үҙенсәлекле поэтикаһы бар, уны билдәләүҙә А. И. Никифоров һәм В. Я. Пропп төп ролде уйнаған. Был жанрҙағы текстары традиция тарафынан билдәләнгән клишелар (ҡалыптар) ярҙамында ҡорола:

  1. Әкиәт формулалары — ритмға һалынған сәсмә фразалар:
    • «Борон-борон заманда…», «Йәшәгән, ти…» — әкиәттең башы, башланғыс формулалар;
    • «Әкиәт тиҙ һөйләнә, әммә эш тиҙ генә эшләнмәй» — урталыҡ формулалары;
    • «Мин дә унда булдым, бал да һыра ла биреп һыйланылар, мыйыҡтан аҡты, ауыҙға ҡаптырманылар», «Әкиәт — уйҙырма, әммә унда үгөт бар, ир-егеттәргә һабаҡ бар» — әкиәттең аҙағы, финал формулалары.
  2. «Уртаҡ урындар» (дөйөм урындар) — төрлө әкиәт сюжеттарының тексынан тексына күсеп йөрөгән бөтөн бер эпизодтар:
    • Иван-царевичтың Убырлы ҡарсыҡҡа (Баба-Яга) килеүе, бында проза һүҙҙәре ритмлы өлөштәр менән сиратлашып килә:
      • Портреттың ҡалыпҡа һалынған тасуирламаһы — «Убырлы ҡарсыҡ — һөйәк аяҡ»;
      • Ҡалыпҡа һалынған формулалы һорау-яуаптар — «уңға барһаң, …»;
    • Ваҡиға үткән урындың ҡалыпҡа һалынған тасуирламаһы: «тал күперендә, ҡарағат йылғаһында»;
    • Хәрәкәттәрҙең ҡалыпҡа һалынған тасуирламаһы: геройҙың «осоусы келәмдә» күсеүе;
    • Дөйөм фольклор эпитеттары: «һылыу ҡыҙ», «ир-егет» йәки «батыр егет».

Халыҡ әкиәте фольклор йәшәйешенең өс талабына яуап бирә (дөйөм фольклор билдәләре):

  1. Ауыҙ-тел формаһында булыу;
  2. коллективлыҡ;
  3. анонимлыҡ.

Халыҡ әкиәтенең сюжеты, әҙәби әкиәт сюжетынан айырмалы рәүештә, күп һанлы вариантта була, уларҙа әкиәтте башҡарыусының билдәле бер кимәлдә импровизациялауына (үҙенән ҡушып һөйләүенә) юл ҡуйыла. Халыҡ әкиәте текстары оҡшашлыҡ-оҡшамалыҡ кимәле буйынса бер-береһенә вариант-вариация булараҡ ҡаршы тора. Әкиәт өйрәнеү фәнендә авантекст (рус.)баш. проблемаһы ҡуйыла, уны сисеү фольклор әкиәтен башҡарыусының ижади оҫталығы тураһындағы һорауға яуап бирә. Сөнки ул әкиәт тексын тулыһынса ятлап ҡалмай, ә тыңлаусылар алдында текстың конструктив элементтарын — тематик (мотивтар) һәм стилистик («уртаҡ урындар», формулалар һ.б.) өлөштәрен тергеҙеп, тексты ошонда уҡ тыуҙыра. Сәсән (әкиәтсе) әкиәт сюжеттарын хәтерендә бөтөн көйөнсә йәки сюжет берәмектәре — мотивтар формаһында һаҡлаған һәм уны һөйләгәндә хәтеренән яңынан барлыҡҡа килтерә.

Әкиәт өйрәнеү фәне табылған барлыҡ әкиәт сюжеттарын барлап, уларҙы махсус күрһәткестәргә туплай. Ҡайһы бер әкиәт сюжеттары бер текста ғына осрай (сюжеттарҙың ҡатмарлашыуы). Әкиәтсе, ваҡиғалар ағышын әкренәйтеү (эпик тотҡарлыҡ яһау) өсөн, әкиәт сюжетын өс тапҡыр арттырып һөйләй. Әкиәт өйрәнеү фәнендә халыҡ әкиәте тексының структураһын тулыһынса тасуирлау методын эҙләү даими бара. Уны уңайлы һүрәтләү өсөн тикшеренеүселәр текстың композицион-сюжет һәм стилистик кимәлдәренән тыш, идея-тематик һәм образлы кимәлдәрен дә бүлеп күрһәтә.

Архаик осорҙа (тәүтормош йәмғиәте тарҡалған саҡта) халыҡ әкиәте мифты хәтерләткән (мифологик әкиәт йәки миф-әкиәт), әммә һуңғы осор классик әкиәттә лә мифологик аң реликттары (боронғо ҡалдыҡтары) һаҡланып ҡалған. Төл йүнәлешле фән булараҡ лингвистика, әҙәбиәт ғилеме һәм этнография сигендә тороусы фольклористиканың бурысы — текстың эсендә ошо реликттарҙы асыҡлауҙан ғибәрәт.

Халыҡ әкиәттәренең классификацияһы

Халыҡ әкиәте бер нисә жанрҙы үҙ эсенә ала (икенсе классификация буйынса — бер әкиәт жанрының жанр төрлөлөктәрен). Әкиәт ғилемендә әкиәт жанрҙарын классификациялау (төркөмдәргә бүлеү) проблемаһы йәшәп килә. Аарне күрһәткесе нигеҙендә төҙөлгән, тәүҙә Европа, ә һуңыраҡ Стит Томпсондың редакцияларында донъя халыҡтары әкиәттәре системаға һалынған «Сюжеттарҙың сағыштырма күрһәткесе: Көнсығыш славян әкиәте» хеҙмәтендә (Халыҡ әкиәттәре сюжеттары күрһәткесен ҡарағыҙ) әкиәт фольклорының түбәндәге жанрҙары бирелгән:

  1. Хайуандар, үҫемлектәр, йәнһеҙ тәбиғәт һәм әйберҙәр тураһындағы әкиәттәр;
  2. Тылсымлы әкиәттәр;
  3. Легендалар;
  4. Новеллистик (көнкүреш) әкиәттәр;
  5. Алданған шайтан (иблис) тураһындағы әкиәттәр;
  6. Көләмәстар;
  7. Уйҙырмалар;
  8. Кумулятив (сылбырлы һүрәтләүгә нигеҙләнгән) әкиәттәр;
  9. Ҡабатланыусы әкиәттәр.

Күп кенә фольклорсылар (В. Я. Пропп, Э. В. Померанцева, Ю. И. Юдин, Т. В. Зуева) «Көнкүреш әкиәттәре» жанры составында ике жанр төрөн айыралар: новеллистик һәм анекдотик әкиәттәр. Анекдотик әкиәттәр үҙ эсенә «Алданған шайтан тураһындағы әкиәттәр» төркөмөнән сюжеттарҙы, анекдоттарға ингән күп кенә сюжеттарҙы, новеллистик әкиәттәр бүлегендәге ҡайһы бер сюжеттарҙы һәм тылсымлы әкиәттәргә индерелгән ҡайһы бер сюжеттарҙы ала.

Хикәйәләү фольклорында жанрҙар араһында һәр ваҡыт ҡәтғи сик үткәреп булмай. Тимәк, легендар әкиәт үҙендә әкиәт менән легенда билдәләрен берләштерә ала, ә былиналарҙың сәсмә (прозаик) эшкәртмәләре «Батырҙар әкиәте» тигән айырым жанр төркөмөнә индерелеүе мөмкин. Фольклор йөрөтөүселәрҙең ысынбарлыҡҡа булған мөнәсәбәте үҙгәреү менән хикәйәләүҙең теге йәки был фольклор жанрына ҡарауы ла үҙгәрә.

Әкиәттең жанр төрҙәре

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр

Хайуандар тураһындағы әкиәт (йәнлектәр эпосы) — төп геройҙар булып йәнлектәр, ҡоштар, балыҡтар, шулай уҡ әйберҙәр, үҫемлектәр һәм тәбиғәт күренештәре сығыш яһаған төрлө жанрҙағы халыҡ ижады әҫәрҙәренең йыйылмаһы (конгломераты). Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙә кеше йә 1) икенсе дәрәжәләге ролде уйнай («Төлкө сананан балыҡ урлай» әкиәтендәге ҡарт), йә 2) йәнлек менән бер тигеҙ урынды биләй («Иҫке дуҫлыҡ онотола» әкиәтендәге мужик).

Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙең классификацияһы.

Беренсе сиратта, йәнлектәр тураһындағы әкиәттәр төп герой буйынса классификациялана (тематик классификация). Бындай бүлеү Аарне-Томпсон төҙөгән донъя фольклоры әкиәт сюжеттары күрһәткесендә һәм «Сюжеттарҙың сағыштырма күрһәткесе. Көнсығыш славян әкиәте» миҫалында бирелгән:

  1. Ҡырағай йәнлектәр. Төлкө:
    • Башҡа ҡырағай йәнлектәр;
    • Ҡырағай һәм йорт йәнлектәре.
  2. Кеше һәм ҡырағай йәнлектәр;
  3. Йорт хайуандар;
  4. Ҡоштар һәм балыҡтар;
  5. Башҡа хайуандар, әйберҙәр, үҫемлектәр һәм тәбиғәт күренештәре.

Икенсе ихтимал булған классификация — структур-семантик классификация, ул әкиәтте жанр билдәһе буйынса төркөмләй. Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙә бер нисә жанр айырыла. В. Я. Пропп түбәндәге жанрҙарҙы билдәләгән:

  1. Хайуандар тураһындағы кумулятив әкиәт;
  2. Хайуандар тураһындағы тылсымлы әкиәт;
  3. Мәҫәл;
  4. сатирик әкиәт.

Е. А. Костюхин йәнлектәр тураһындағы жанрҙарҙы түбәндәгесә билдәләгән:

  1. Хайуандар тураһындағы комик (көнкүреш) әкиәт;
  2. Хайуандар тураһындағы тылсымлы әкиәт;
  3. Хайуандар тураһындағы кумулятив әкиәт;
  4. Хайуандар тураһындағы новеллистик әкиәт;
  5. Мәҫәл;
  6. Көләмәстәр;
  7. Хайуандар тураһындағы сатирик әкиәт;
  8. Хайуандар тураһындағы легендалар, риүәйәттәр, көнкүреш хикәйәләре;
  9. Уйҙырмалар.

Пропп үҙенең классификацияһы нигеҙенә формаль билдәне һалырға тырышҡан. Костюхин иһә үҙ төркөмләүендә өлөшләтә формаль билдәгә таянһа ла, нигеҙҙә, жанрҙарҙы йөкмәткеһе буйынса бүлә. Был йәнлектәр тураһындағы әкиәттәрҙең төҙөлөш төрлөлөгөн, стилдәр сыбарлығын һәм йөкмәтке байлығын күрһәткән күп яҡлы материалын тәрәнерәк аңларға мөмкинлек бирә.

Өсөнсө ихтимал булған классификация — маҡсатлы аудитория билдәһе буйынса. Әкиәттәр түбәндәгесә бүленә:

  1. Балалар әкиәттәре;
  2. Балалар өсөн һөйләнгән әкиәттәр;
  3. Балалар үҙҙәре һөйләгән әкиәттәр;
  4. Өлкәндәр өсөн әкиәттәр.

Теге йәки был әкиәт жанрының үҙ аудиторияһы бар. Хәҙерге йәнлектәр тураһындағы әкиәттәр башлыса балалар аудиторияһына ҡарай, шуға күрә балалар өсөн һөйләнгән әкиәттәрҙең структураһы ябайлаштырылған. Әммә балаларға бер ҡасан һөйләнмәйәсәк жанр ҙа бар — ул «шаян» әкиәт тип йөрөтөлә.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙең егермегә яҡын кумулятив (сылбырлы) сюжеты бар. Бындай композицияның принцибы сюжет берәмегенең күп ҡатлы ҡабатланыуынан ғибәрәт. С. Томпсон, Болте, Й. һәм Поливка, И., Пропп кумулятив композициялы әкиәттәрҙе айырымыраҡ төркөмгә бүлгәндәр. Сылбырлы композицияны түбәндәгесә айыралар:

  1. Сикһеҙ ҡабатлау менән:
    • «Аҡ үгеҙ тураһында» тигән һымаҡ ҡабатланыусы әкиәттәр;
    • Текстың бер өлөшө икенсе текст эсенә инә («Поптың эте булған…»).
  2. Сикле ҡабатлаулы әкиәттәр.
    • «Шалҡан» — сылбыр өҙөлгәнгә тиклем сюжет берәмектәре сылбырға теркәлә бара;
    • «Әтәс ҡылсыҡҡа ҡатҡан» — сылбыр өҙөлгәнгә тиклем уның кирегә һүтелә барыуы күҙәтелә;
  3. «Онотмаҫлыҡ ҡунаҡ» (йәки әйберҙе әйбергә алыштырыу сюжеттары) — текстың алдағы берәмеге сираттағы эпизодта инҡар ителә.

Хайуандар әкиәтенең икенсе жанр формаһы булып тылсымлы әкиәт структураһы тора («Бүре һәм ете кәзә бәрәсе», «Бесәй, әтәс һәм төлкө»).

Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙә төп урынды комик әкиәттәр — йәнлектәрҙең хәйләкәрлектәре тураһындағы әкиәттәр биләй («Төлкө сананан балыҡ урлай», «Бүре бәкәлдә балыҡ тота», «Төлкө башына ҡамыр яға», «Туҡмалған туҡмалмағанды алып бара», «Кендек әбейе төлкө» һ.б.). Улар йәнлектәр эпосының башҡа әкиәт жанрҙарына, айырыуса мәҫәлгә (апологҡа) йоғонто яһай. Комик әкиәттең сюжет үҙәген осраҡлы осрашыу һәм хәйлә (Пропп буйынса — алдау) тәшкил итә. Бер нисә осрашыу һәм хәйләне бергә ҡушыу (контаминация) да осрай. Комик әкиәттең геройы — трикстер (шаҡшылыҡтар, хәйләләр ҡылыусы). Урыҫ әкиәттәренең төп трикстеры — төлкө (донъя эпосында — ҡуян). Уның ҡорбандары йышыраҡ бүре менән айыу була. Төлкө үҙенән көсһөҙҙәргә ҡаршы эш итһә — еңелә, көслөләргә ҡаршы икән — еңә тигән күҙәтеү бар (Дм. Молдавский). Был архаик фольклорҙан килә. Хәҙерге әкиәттәрҙә трикстерҙың еңеүе йә еңелеүе йыш ҡына һабаҡ (мораль) аша баһалана. Әкиәттә трикстерға аңғыра (ябай авыҙлы) ҡаршы ҡуйыла. Ул йыртҡыс та (бүре, айыу), кеше ҙә, йәки ҡуян һымаҡ ябай йәнлек тә булырға мөмкин.

Хайуандар әкиәттәренең ҙур өлөшөн аполог (мәҫәл) биләй, унда комик башланғыс түгел, ә өгөт-нәсихәт, мораль алғы планға сыға. Шул уҡ ваҡытта апологтың аҙағында мотлаҡ һабаҡ биреүсе өлөш булыуы шарт түгел. Мораль сюжет ситуацияһының үҙенән сыға. Насихәт дөрөҫ яһалһын өсөн ситуациялар ҡапма-ҡаршылыҡлы булырға тееш. Апологтың типик өлгөләре булып ҡапма-ҡаршы персонаждар ҡатнашҡан әкиәттәр тора («Ҡуяндан да ҡурҡағыраҡ кем бар?», «Иҫке дуҫлыҡ онотола», «Айыу аяғындағы ҡылсыҡ»). Антик замандарҙан алып әҙәби мәҫәлдәрҙә билдәле булған сюжеттарҙы ла аполог тип һанарға була («Төлкө һәм әсе йөҙөм», «Ҡарға һәм төлкө» һ.б.). Аполог — йәнлектәр әкиәттәренең сағыштырмаса һуңғы формаһы. Ул мораль нормалар билдәләнеп, үҙенә яраҡлы форма эҙләгән осорға ҡарай.

Аполог янында Е. А. Костюхин тарафынан бүлеп күрһәтелгән новеллистик йәнлектәр әкиәте тора. Йәнлек әкиәтендәге новелла — ул шаҡтай үҫешкән интригалы, геройҙарҙың яҙмышында киҫкен боролоштар булған ғәҙәттән тыш ваҡиғалар тураһындағы хикәйә. Мораллаштырыуға ынтылыш был жанрҙың яҙмышын билдәләй. Унда апологҡа ҡарағанда мораль нығыраҡ сағыла, ә комик башланғыс баҫыла йәки бөтөнләй юҡҡа сыға. Комик әкиәттең шаянлығы новеллала киңәйтелә һәм ҡыҙыҡлы йөкмәтке менән алыштырыла. Новеллистик әкиәттең классик өлгөһө — «Яҡшылыҡ белгән йәнлектәр». Фольклор новеллаһы сюжеттарының күпселеге әҙәбиәттә ҡалыплаша, ә һуңынан фольклорға күсә.

Хайуандар әкиәттәрендәге сатира тураһында һөйләгәндә, әҙәбиәттең бер ваҡыт сатирик әкиәт үҫешенә этәргес биреүен әйтергә кәрәк. Сатирик әкиәттең барлыҡҡа килеүе өсөн шарттар һуңғы Урта быуаттарҙа тыуа. Фольклор әкиәтендә сатирик эффектҡа йәнлектәр ауыҙына социаль терминологияны һалыу аша өлгәшелә («Тәүбәгә килтереүсе төлкө», «Бесәй һәм ҡырағай йәнлектәр»). «Ерш Ершович» сюжеты айырым тора, ул китаптан килеп сыҡҡан әкиәт булып тора. Халыҡ әкиәтендә һуң барлыҡҡа килгәнгә күрә, сатира унда нығына алмай, сөнки сатирик әкиәттән социаль терминологияны еңел генә алып ташлап була. Шулай итеп, XIX быуатта сатирик әкиәт популяр булмай. Сатира — йәнлектәр әкиәтенең бик аҙ төркөмөндәге баҫым ғына булып ҡала.

Тылсымлы әкиәттәр

Тылсымлы әкиәттең нигеҙендә экспозиция, ваҡиғаның башланыуы, сюжет үҫеше, кульминация һәм ваҡиғаның тамамланыуынан торған ҡатмарлы композиция ята. Пропп буйынса, ул егетлеккә (ырыуға) ҡабул итеү (инициация) йолаһынан килеп сыҡҡан.

Тылсымлы әкиәт сюжетының нигеҙендә тылсымлы саралар йәки тылсымлы ярҙамсылар ярҙамлашыуында юғалтыуҙы йәки етешмәүселекте еңеү тураһындағы хикәйәләү ята. Әкиәттең экспозицияһында даими рәүештә 2 быуын ҡатнаша — өлкәндәр (батша менән батшабикә һ.б.) һәм кеселәр — Иван ағалары йәки апайҙары менән. Шулай уҡ экспозицияла өлкәндәрҙең өйҙән китеүе урын ала. Китеүҙең иң ауыр формаһы — ата-әсәнең үлеме. Әкиәттең завязкаһы — төп геройҙың йәки герой ҡыҙҙың юғалтыуҙы асыҡлауы, йәки бында тыйыу, тыйыуҙы боҙоү һәм унан һуң килгән бәлә мотивтары була. Был — ҡаршылыҡтың башы, йәғни геройҙың өйҙән сығып китеүе.

undefined
undefined
  • Сюжеттың үҫеше — юғалған йәки етмәгән нәмәне эҙләү.
  • Кульминация — төп геройҙың ҡаршы көс менән һуғышыуы һәм уны һәр ваҡыт еңеүе (һуғышыуҙың эквиваленты — ауыр табышмаҡтарҙы сисеү).
  • Сиселеша — юғалтыуҙы йәки етешмәүселекте еңеү. Төп герой аҙаҡта ғәҙәттә «батшалыҡҡа ултыра» — йәғни баштағыға ҡарағанда юғарыраҡ социаль статус ала.

В. Я. Пропп тылсымлы әкиәттең сюжет кимәлендәге бер төрлөлөгөн асып бирә. Ул функцияларҙың (персонаждарҙың ҡылыҡтарының) үҙгәрмәүсәнлеген, был функцияларҙың һыҙыҡлы ыҙлауын, шулай уҡ конкрет персонаждар араһында бүленгән 7 ролде асыҡлай:

  • антагонист (зыян килтереүсе);
  • бүләк итеүсе;
  • ярҙамсы;
  • батша ҡыҙы йәки уның атаһы;
  • оҙатыусы;
  • батыр;
  • ялған батыр.

Новеллистик әкиәттәр

Новеллистик әкиәт (йәки социаль-көнкүреш әкиәте) тылсымлы әкиәт менән бер үк композицияға эйә, әммә унан сифат яғынан айырыла. Был жанрҙағы әкиәт ысынбарлыҡ менән тығыҙ бәйләнгән, бында тик бер генә, ерҙәге донъя бар, һәм көнкүреш үҙенсәлектәре реалистик тапшырыла. Төп персонаж — трикстер, халыҡ араһынан сыҡҡан ябай кеше, ул ғәҙеллек өсөн хакимдар менән көрәшә һәм үҙ маҡсатына тапҡырлыҡ, етеҙлек һәм хәйләкәрлек ярҙамында өлгәшә.

Анекдотик әкиәттәр

А. Н. Афанасьев тарафынан бүлеп күрһәтелгән анекдотик әкиәт ғәҙәти анекдоттан шул анекдоттың киңәйтелгән, тулыландырылған хикәйәләү формаһы булыуы менән айырылып тора.

Уйҙырмалар

Уйҙырмалар — мәғәнәһеҙлеккә, булмаҫлыҡ нәмәгә ҡоролған әкиәттәр. Улар күләме буйынса бәләкәй һәм йыш ҡына ритмлы проза формаһында була. Уйҙырмалар бөтә халыҡтарҙа ла үҙаллы әҫәр йәки әкиәттең, былинаның бер өлөшө булараҡ осрай торған фольклорҙың айырым жанры булып тора.

Башҡорт халыҡ әкиәттәре

Башҡорт халыҡ әкиәттәре — башҡорт ауыҙ-тел ижадының иң бай һәм боронғо жанрҙарының береһе. Улар халыҡтың үткән тормошон, көнкүрешен, йолаларын, донъяға ҡарашын һәм милли философияһын сағылдыра. Башҡорт фольклористикаһында әкиәттәрҙе өйрәнеүгә ҡатмарлы фәнни хеҙмәттәр бағышланған, ә уларҙың иң тулы йыйынтығы «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлығында (1‑се серия (т. 1—3, 1954—1959), 2‑се серия (т. 1—18, 1987—2010): т. 3, 4, 5 — Әкиәттәр) донъя күргән[4]. Л. Г. Бараг «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлығында башҡорт әкиәттеренең сюжет күрһәткесен төҙәгән.

Башҡорт халыҡ әкиәттәре, дөйөм фольклор ҡанундарына буйһоноп, түбәндәге төп жанр төрҙәренә бүленә:

  1. Йәнлектәр тураһындағы әкиәттәр

Был әкиәттәр жанр йәһәтенән иң боронғо ҡатламға ҡарай һәм халыҡтың кәсепселек (Һунарсылыҡ, малсылыҡ) осоро, тотемистик ышаныуҙары менән тығыҙ бәйләнгән. Йәнлектәр кешесә һөйләшә, үҙҙәренә хас холоҡҡа эйә.

  • Төп геройҙар: Төлкө (хәйләкәрлек символы), Бүре (асылыҡ һәм аңғыралыҡ образы), Айыу (көслө, әммә ябай ауыҙлы ҡарт), Ҡуян (ҡурҡаҡлыҡ һәм тапҡырлыҡ).
  • Классик өлгөләр: «Төлкө менән Бүре», «Айыу менән Бал ҡорттары», «Ҡоралай ҡыҙ».
  1. Тылсымлы әкиәттәр

Башҡорт тылсымлы әкиәттәре үҙенең ғәҙәттән тыш мотивтары, мифологик образдары һәм героик йөкмәткеһе менән айырылып тура. Уларҙың күбеһе башҡорт эпостары (ҡобайырҙары) менән сюжет ҡатламдары аша бәйләнгән. Герой һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәтендә йәки үҙ бәхете өсөн ҡара көстәргә ҡаршы көрәшә.

  • Мифологик образдар: Аждаһа (һыуҙы һәм ямғырҙы быуыусы ҡурҡыныс зат), Убырлы ҡарсыҡ, Юха йылан.
  • Тылсымлы ярҙамсылар: Толпар (осоусы ҡанатлы ат), Аҡбуҙат, һөйләшә торған ҡоштар йәки хайуандар.
  • Төп геройҙар: Алыптар, батырҙар, кәмһетелгән йәки етем балалар (Ерәнсә сәсән, Алтындуға).
  • Классик өлгөләр: «Аҡъял батыр», «Тәңкәбикә», «Ерәнсә сәсән».
  1. Социаль-көнкүреш әкиәттәре

Был төркөм әкиәттәре тылсымлы элементтарҙан тулыһынса тиерлек азат. Ваҡиғалар реаль ерҙә, көнкүреш шарттарында үтә. Әкиәттең үҙәгендә социаль ғәҙеллек өсөн көрәш, байҙар менән ярлылар, ҡазыйҙар менән ябай хеҙмәткәрҙәр араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ ята.

  • Төп һыҙаттары: Бында батырлыҡ түгел, ә аҡыл, һүҙ оҫталығы, тапҡырлыҡ һәм хәйләкәрлек алғы планға сыға. Йыш ҡына анекдотик һәм сатирик буяуҙар ҡулланыла.
  • Классик өлгөләр: «Әминбәк», «Алдар менән Йәнтимер бай», «Һоросай менән Ҡарасай».

Башҡорт әкиәттәренең үҙенсәлекле поэтикаһы

Башҡорт әкиәттәренең үҙенә башҡа башланыш һәм тамамланыш формулалары (ҡалыптары) бар. Нигеҙҙә, улар «Борон-борон заманда, бәрәкәтле таман заманда…» йәки «Үткән заманда, ун беренсе батшалыҡта…» тип башлана. Әкиәт аҙағында иһә «Улар еткән моратына, беҙ етек үҙ моратыбыҙға» тигән ризыҡландырыусы һүҙҙәр ҡулланыла. Оҙон хикәйәләү барышында ваҡиғаларҙың өс ҡатланыуы (өс батыр, өс юл, өс һынау) башҡорт әкиәттәрендә лә төп композицион алым булып тора[4].

Башҡорт әкиәттәре жанр төрҙәрен, сюжеттарын өйрәнеүгә А. Н. Кирәйев, С. А. Галин, Ф. А. Надршина, М. Х. Миржанова кеүек ғалимдар ҙур өлөш индергән.

Иҫкәрмәләр

  1. Электронное научное издание «Сказки». Русская литература и фольклор. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июнь 2026.
  2. Сказка фольклорная. Словарь литературных терминов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июнь 2026.
  3. Сказка литературная. Словарь литературных терминов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июнь 2026.
  4. 1 2 Әкиәт. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июнь 2026.