Әминева Азалия Азамат ҡыҙы

Аза́лия Азама́т ҡыҙы Әминева (рус. Аминева Азалия Азаматовна, 2003 йылдың 30 апреле, Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәй боксеры. Бокс буйынса Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай[1], Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2021)[2], Боливариан АЛБА уйындары чемпионы (2023), ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2022, 2023), Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2021), Бөтә Рәсәй Спартакиадаһының бронза призеры (2022), йәштәр араһында донъя чемпионы (2021), үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы (2020).

Биографияһы

Азалия Әминева 2003 йылдың 30 апрелендә Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында тыуған.

Һәүәҫкәр карьераһы

2020 йылдың ноябрендә Будвала (Черногория) 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында 64 килограмға тиклемге ауырлыҡта Европа чемпионы була[3].

2021 йылдың апрелендә Кельцеҙа (Польша) 64 килограмға тиклемге ауырлыҡта йәштәр араһында (18 йәшкә тиклем) донъя чемпионы була[4], финалда үзбәк боксеры Мохинабону Абдуллаеваны еңә.

2021 йылдың декабрендә — ҡатын-ҡыҙҙар араһында 66 килограмға тиклемге ауырлыҡта Рәсәй чемпионатында бронза призер[5].

2022 йылдың октябрендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында 66 килограмға тиклемге ауырлыҡта Рәсәй чемпионы була, финалда Альбина Молдажанованы еңә[6].

2023 йыл

2023 йылдың мартында Нью-Делиҙа (Һиндостан) ҡатын-ҡыҙҙар араһында 66 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында донъя чемпионатында ҡатнаша, унда ул 1/8 финалда мәрәйҙәр буйынса (1:4) тәжрибәле Алжир вәкиле Иман Хелифтан еңелә[7], — уны, финал алышы алдынан организмында юғары тестостерон кимәлен асыҡлап, дисквалификациялайҙар[8].

2023 йылдың апрелендә V Боливариан АЛБА уйындарында[9] Каракаста (Венесуэла)[10] 66 килограмға тиклемге ауырлыҡта еңеүсе була, финалда Венесуэланан Юлианна Альваресты еңә[11][12].

2023 йылдың ноябрендә Өфөлә 66 килограмға тиклемге ауырлыҡта Рәсәй чемпионы була, финалда, мәрәйҙәр буйынса — 5:0, Ангелина Ганюкованы еңә[13]. Шулай уҡ чемпионаттың иң яҡшы боксеры тип таныла[14].

Профессиональ карьераһы

2024 йылдың авгусында профессиональ рингтағы дебютында беренсе раундта техник нокаут менән Рехема Абдаллахты (Танзания) еңә[15][16]. Шул уҡ йылдың октябрендә «IBA чемпиондары төнө» турниры сиктәрендә 6 раундлы алышта Раж Сахибаны (Һиндостан) еңә[17].

2024 йылдың ноябрендә Альбина Молдажанованан еңелеп, Рәсәй чемпионатының көмөш призеры була[18][19].

2025 йылда Рәсәй беренселегендә еңеү яулай (финалда Анастасия Мамайҙы еңә) һәм Европа беренселегенә путевка ала[20].

2025 йылдың сентябрендә ул Неслихан Моллаоглуны (Төркиә) еңә[21].

2025 йылдың 12 ноябрендә Ереванда үткән континенталь конкурста Азалия Әминева беренсе урынды яуланы. йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында финалында ул Латвиянан Екатерина Сорокинаны ышандырғыс еңеүҙе яулай[22].

Спорт ҡаҙаныштары

'БРИКС илдәре уйындары'
Алтын Ҡазан 2024
Боливариан АЛБА уйындары
Алтын Каракас 2023 66 кг тиклем

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Спорт министрының 2021 йылдың 28 июлендәге 83-нг һанлы бойороғо менән Азалияға «Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры» спорт дәрәжәһе бирелә[2];
• «Башҡортостан Республикаһының спорт ғорурлығы: иң яҡшы спортсы» (2024)[23].

Иҫкәрмәләр

  1. Женская сборная России по боксу (рус.). Сайт «Федерации бокса России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2023. Архивировано 6 апрель 2023 года.
  2. 1 2 Приказ «О присвоении спортивного звания „Мастер спорта России международного класса“» от 28.07.2021 г. № 83-нг (рус.). MSRFinfo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2023. Архивировано 3 май 2023 года.
  3. Сборная России заняла первое место на юниорском чемпионате Европы. AllBoxing.Ru (23 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2023. Архивировано 3 май 2023 года.
  4. Российская сборная заняла второе место на юниорском чемпионате мира. AllBoxing.Ru (24 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2023. Архивировано 3 май 2023 года.
  5. Результаты чемпионата России среди женщин. AllBoxing.Ru (4 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2023. Архивировано 25 март 2023 года.
  6. Результаты чемпионата России среди женщин. AllBoxing.Ru (23 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2023. Архивировано 24 март 2023 года.
  7. «Я смогла отправить его в нокдаун». Россиянка — о проигрыше исключённой алжирке на ЧМ. Сайт «Чемпионат». (26 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2023. Архивировано 3 май 2023 года.
  8. «Псевдоженщина» или жертва заговора: кому проиграла бой девушка-боксер из Башкирии Азалия Аминева. «Уфа1.ру» (27 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2023. Архивировано 3 май 2023 года.
  9. Результаты V Боливарианских (АЛБА) игр (рус.). Сайт «Федерации бокса России». (27 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2023. Архивировано 28 апрель 2023 года.
  10. Состав сборной России на V Боливарианские (ALBA) игры в Каракасе (рус.). Сайт «Федерации бокса России». (6 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2023. Архивировано 6 апрель 2023 года.
  11. Девять российских боксёров (из 13-и) побьются за золото V Боливарианских игр АЛБА (рус.). AllSportInfo.Ru (25 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2023. Архивировано 28 апрель 2023 года.
  12. Екатерина Пальцева, Азалия Аминева, Анастасия Шамонова, Алексей Скомороха и Сергей Слободян – победители V Боливарианских игр АЛБА по боксу! (рус.). AllSportInfo.Ru (27 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2023. Архивировано 28 апрель 2023 года.
  13. Чемпионат России среди женщин в Уфе. Финалы (рус.). Сайт «Федерации бокса России». (11 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2023. Архивировано 11 ноябрь 2023 года.
  14. Обладатели индивидуальных призов чемпионата России (рус.). Сайт «Федерации бокса России». (11 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2023. Архивировано 11 ноябрь 2023 года.
  15. «Ночь чемпионов IBA» в Уфе завершилась абсолютной победой башкирских спортсменов. Правительство Республики Башкортостан (8 август 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
  16. Бросившая вызов боксеру-трансгендеру россиянка выиграла первый бой в профи. Россиянка Аминева выиграла поединок в рамках турнира «Ночь чемпионов IBA». News.ru (8 август 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
  17. Евгений Козинов. Аминева победила Сахибу на турнире «Ночь чемпионов IBA». Спорт-экспресс (18 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
  18. Анастасия Нигматуллина. Боксёрша из Октябрьского стала серебряным призёром чемпионата России по боксу. Октябрьский нефтяник (9 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
  19. Дмитрий Слезин. Башкирские боксёрши выиграли две медали на Чемпионате России. Аргументы и Факты Уфа (11 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
  20. Азалия Аминева выиграла первенство России по боксу. MK.RU (26 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
  21. Уфе прошёл вечер профессионального бокса «IBA/PRO9МЕЛБЕТ». Калтасинская заря (27 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2025.
  22. Ян Романов. В Башкирию вернулась победительница первенства Европы по боксу. БСТ (12 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2025.
  23. Азалия Аминева из Октябрьского получила республиканскую спортивную премию

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә