Әсфәндиәров Закир Лотфрахман улы

Әсфәндиәров Закир Лотфрахман улы (1918 йылдың 20 декабре, Үтәк, Өфө губернаһы1977 йылдың 4 ғинуары, Ҡарағанда өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Балхаш ҡалаһының почетлы гражданы.[2][3]

Биографияһы

Закир Лотфрахман улы Әсфәндиәров 1918 йылдың 20 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡарамыш улусы Үтәк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы) тыуған. Тулы булмаған урта белемле. Армияға саҡырылғанға тиклем Ғафури районының «Тура юл» колхозында эшләй.

1939 йылда Башҡорт АССР-ының Ғафури район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла.

1941 йылдың сентябренән Брянск, Воронеж и 1‑се Украин фронттарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Украинаны азат иткәндә айырыуса батырлыҡ күрһәтә.

1944 йылдың 25 ғинуарында Цибулев ауылы өсөн алыштарҙа[4] гвардия өлкән сержанты Закир Әсфәндиәров етәкселегендәге орудие расчетына ҡаршы дошмандың һигеҙ танкыһы һәм ун ике бронетранспортеры менән пехота һөжүм итә. Дошмандың һөжүм итеүсе колоннаһын туранан-тура атыу алыҫлығына яҡын ебәргәндән һуң, орудие расчеты снайпер уты аса һәм дошмандың бөтә һигеҙ танкын, шул иҫәптән дүрт «Тигр» танкын яндыра. Гвардия өлкән сержант Әсфәндиәров үҙе шәхси ҡоралдан ут менән бер офицерҙы һәм ун һалдатты юҡ итә. Орудие сафтан сыҡҡанда, ҡыйыу гвардиясы расчеты һәләк ьулған күрше подразделение орудиеһына күсә һәм дошмандың яңы һөжүмен кире ҡағып ике «Тигр» танкын, алтмышҡа яҡын гитлер һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Был алышта гвардия өлкән сержанты Әсфәндиәровтың расчеты дошмандың ун танкын, шул иҫәптән алты «Тигр» танкын, йөҙ илленән ашыу дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 1 июлендәге указы менән Әсфәндиәров Закир Лотфрахман улына Советтар Союзы Геройы Исеме бирелә, Ленин ордены Һәм 2386 һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[5].

1947 йылда армиянан демобилизацияла. Артабан Ҡаҙағстандың Балхаш ҡалаһында Көньяҡ-Көнсығыш тау-химия химкомбинатында тау мастеры, Көнсығыш Коунрад руднигының смена мастеры булып эшләй.

1974 йылдан хаҡлы ялда.

1977 йылдың 4 ғинуарында вафат булған. Ҡарағанды өлкәһенең Балхаш ҡалаһы янында Көнсығыш Коунрад (ҡаз. Шығыш Коунрад) ҡасабаһында ерләнгән, .

Хәтер

  • Ғафури районының Красноусол һәм Яңғыҙҡайын ауылдары урамдарына Закир Әсфәндиәров исеме бирелгән;
  • Ғафури районының Красноусол ауылында Геройҙар Аллеяһында һәйкәл ҡуйылған;
  • Балхаш ҡалаһының почетлы гражданы.

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙерге Ғафури районы Башҡортостан Республикаһы
  2. Әсфәндиәров Закир Лотфрахман улы. «Герои страны» сайты.
  3. И.Ғ.Кәримова, тәржемәсе М.Х.Хужин. Әсфәндиәров Закир Лотфрахман улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. хәҙерге Черкасск өлкәһе Монастырищенский районы ҡасабаһы.
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 65/3, л. 2, 256, 257)
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Сығанаҡтар

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979.

Һылтанмалар