Әхмәтшин Рөстәм Зәки улы

Рөстәм Зәки улы Әхмәтшин (рус. Рустэм Закиевич Ахметшин; 1963 йылдың 4 сентябре, Өфө) — СССР һәм Рәсәйҙең табип-ғалимы, юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 2008—2023 йылдарҙа Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы, бер үк ваҡытта 2014 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының 5—7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре кандидаты (1994), доцент Башҡортостан Республикаһының (1999) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2011). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022)[1].

Биографияһы

1963 йылдың 4 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Өфө ҡалаһында тыуған. Урта мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә, 1987 йылда ошо юғары уҡыу йортон «педиатрия» һөнәре буйынса «табип-педиатр» квалификацияһы (рус.)баш. алып тамамлай[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Республика балалар клиник дауаханаһының табип-интерны булып башлай, артабан табип-уролог булып дауам итә. 1990—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында аспирантурала уҡый, балалар хирургы һөнәренә эйә була. 1994 йылда, «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «Бәүел сығарыу системаһы үҫешендә етешһеҙлектәре һәм ҙур өҙлөгөүҙәре булған балаларҙы шифаханалар шарттарында дауалау һәм реабилитациялау» тигән темаға[3] диссертация яҡлай[4].

1991—1994 йылдарҙа хеҙмәт юлын башлаған дауаханала өҫтәмә рәүештә табип-хирург, табип-уролог (рус.)баш. (1994—1998) та булып та эшләй. Бер үк ваҡытта 2001 йылға тиклем Башҡорт дәүләт медицина институтының Балалар хирургияһы, ортопедияһы һәм анестезиологияһы кафедраһында ассистент.

1998—2003 йылдарҙа — дауахананың урология бүлеге мөдире, өҫтәмә рәүештә — табип-уролог була.

2007 йылда Башҡорт дәүләт университетында «юриспруденция» һөнәре һәм «юрист» квалификацияһы буйынса икенсе юғары белем ала[2].

2003—2023 йылдарҙа баш табиптың хирургия (рус.)баш. буйынса урынбаҫары, баш табип булып эшләй[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 2013—2023 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының 5-6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты була[2].
  • 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Парламенттың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы[6].
  • Рәсәй Балалар уролог-андрологтары белгестәре ассоциацияһының идара рәйесе[7].
  • Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе-балалар урологы-андрологы[8].
  • Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Йәмәғәт советы ағзаһы[4].

Ғаиләһе

  • Өйләнгән, ҡатыны менән бер ул тәрбиәләйҙәр[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999)[1][2];
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2011);
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2013);
  • Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Йыйылышы Федерация Советы Рәйесенең рәхмәте (2013);
  • «2014 йылдың иң яҡшы табибы» республика конкурсы еңеүсеһе (2014)[4];
  • Салауат Юлаев ордены (2022);
  • «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» почёт билдәһе (2023).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Ахметшин Рустэм Закиевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 4 Региональные отделения. Лица Партии. Ахметшин Рустэм Закиевич. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
  3. Лечение и реабилитация детей с пороками развития мочевыделительной системы и их осложнениями в условиях санатория. Ахметшин, Рустам Закиевич. Электронная библиотека диссертаций dslib.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
  4. 1 2 3 Сотрудники. Должность: Заведующий кафедрой педиатрии, к.м.н, доцент. Башкирский государственный медицинский университет. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
  5. Главный врач РДКБ Рустэм Ахметшин покинул свой пост. ИА «Башинформ» (3 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
  6. Комитет по здравоохранению, социальной политике и делам ветеранов. Ахметшин Рустэм Закиевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
  7. [https://asdua.ru/team/3 Ахметшин Рустэм Закиевич. Председатель правления Ассоциации]. Ассоциация специалистов детских урологов-андрологов. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
  8. Депутаты. Ахметшин Рустэм Закиевич. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)