Әхмәтғәлиева Айгөл Ғабдулла ҡыҙы

Айгөл Ғабдулла ҡыҙы Әхмәтғәлиева , (паспорт буйынса Муллағәлиева, рус. Ахматгалиева Айгуль Габдулловна, 1973 йылдың 27 ноябре, Иҫке Сәфәр, Татар АССР-ы[d]) — яҙыусы, драматург, журналист, мөхәррир. Татарстан, Журналистар (2007 йылдан) һәм яҙыусылар (2009 йылдан) союзы ағзаһы. Сажидә Сөләймәнова (2011) һәм Илдар Юзеев (2021) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты[1].

Биографияһы

Әхмәтғәлиева Айгөл Ғабдулла ҡыҙы 1973 йылдың 27 ноябрендә Аҡтаныш районы Иҫке Сәфәр ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы Ғабдулла менән әсәһе Гөлзифа Уҫы ауылынан. Һеңлеләре — Сөмбөл, Айһылыу. Аҡтаныш районы Ҡасҡын урта мәктәбен (1990), Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте, тарихы һәм көнсығыш телдәре факультетын (1995) тамамлай.

Хеҙмәт юлы

Ҡазан дәүләт университетында уҡыған йылдарында Ҡазандың 10-сы гимназияһында уҡытыусы, «Белем» гәзитендә корректор булып эшләгән. Ғаиләһе менән Яр Саллы ҡалаһына күсенгәс, «Нур» гәзитендә корреспондент, Саллы дәүләт педагогия институтында (2015 йылдан университет) уҡытыусы булып эшләй. 2001 йылдан 2013 йылға тиклем «Майҙан» журналының әҙәбиәт бүлеген етәкләй. Унан «Казан утлары» журналына бүлек мөхәррире булып күсә.

Ижады

Беренсе яҙмалары мәктәп йылдарында уҡ ваҡытлы матбуғатта күренә башлай. Хикәйәләре, публицистик яҙмалары һәм юморескалары «Казан утлары», «Волга», «Сөембикә», «Мәйдан», «Тулпар», «Чаян» журналдарында, «Мәдәни җомга» гәзитендә баҫыла.

2008 йылда «Мәгариф» нәшриәтендә балалар өсөн «Болытта җиләк үсә», 2011 йылда Татарстан китап нәшриәтендә өлкәндәр өсөн повесть һәм хикәйәләрҙе үҙ эсенә алған «Синең өчен яшим» китабы[2], 2014 йылда йәш үҫмерҙәр өсөн «Мин гашыйк булдым» китабы, 2016 йылда «Баланнарда бал тәме» китабы баҫылып сыға[3]. 2014 йылда татар театрының беренсе ҡатын-ҡыҙ актрисаһы С. Ғиззәтуллина-Волжская тураһында роман яҙыуы өсөн Мәҙәниәт министрлығы һәм Яҙыусылар союзы гранты бирелә («Туташ» романы)[4]. Татарстандың халыҡ артисы йырсы Хәниә Фәрхигә арналған «Хәния» новеллалар йыйынтығы авторы[5].

Пьесалары Әтнә («Күз нурларым»), Ырымбур («Ул бит кичә иде», 2015), Саллы татар театрҙары, Өфө һәм Сибай башҡорт театрҙары сәхнәһендә ҡуйылған.

Хикәйәләре урыҫ теленә тәржемә ителгән. «Җиде ят» хикәйәһе төрөк теленә тәржемә ителеп, «Hece Oyku», «Sessiz kuray» (Анкара) журнал-китаптарында; балалар өсөн яҙылған «Әби, Илнур һәм математика» хикәйәһе төрөк телендәге киң билдәле «Altin Sincar» (Алтын тин) йыйынтығында урын алған.

Хикәйәләре мәктәп дәреслектәренә, «Яңа базар», «Балачак энциклопедиясе» йыйынтыҡтарына индерелгән. Зифа Кадированың дүрт китабын редакциялаған.

Популяр йырҙар авторы (мәҫәлән, «Ак чәчәкләр» йыры, Вил Усманов көйө).

Фильмография

  • 2015 — «Ак чәчәкләр» (режиссер Ренат Әйүпов) — сценарий авторҙарының береһе.

Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре

  • 2011 — Сажидә Сөләймәнова премияһы
  • 2012 — «Яңы татар пьесаһы 2012» конкурсы еңеүсеһе — «Бәхет агачы» драмаһы менән
  • 2013 — республикала уҙған конкурста «Таллыкүлдә былбыл бар» повесы — II, «Зәңгәр күлмәк» киносценарийы — III урын
  • 2014 — Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара бәйге — «Капка» хикәйәһе менән — ТР I, дәүләт-ара (төрки телле 13 дәүләт) — II урын
  • 2014 — Саллы ҡалаһында «Йыл яҙыусыһы»
  • 2021 — Илдар Юзеев исемендәге премия[6]

Ғаилә хәле

Кейәүҙә, улы Марат, ҡыҙы Лилиә[7].

Һылтанмалар