SLIM
Айҙы тикшереү өсөн аҡыллы ултыртыу модуле (ингл. Smart Lander for Investigating Moon, ҡыҫҡаса — SLIM, япон. 小型月着陸実証機[7]) — JAXA-ла эшләнгән япон планета-ара автоматик станцияһы[8].
Айҙың башҡа пилотһыҙ проекттарынан Ай өҫтөнә алдан һайланған координаталар буйынса аныҡ ултырыуҙы тәьмин иткән технологиялары менән айырыла. Планлаштырылған ултырыу урынынан 100 метрға ғына тайпылырға мөмкин[9].
Ай эргәһендәге киңлектә эшләүен һәм ултыртыуҙы тәьмин итер өсөн модулдең аппарат һәм программа тәьминәте, ODN объекттарын табыу һәм таныу системалары технологияларын ҡулланып, Ай кратерҙарын таный[10], SELENE (Кагуя) ай орбиталь аппараты миссияһы туплаған күҙәтеүҙәр мәғлүмәттәрен ҡулланып, үҙенең урынын асыҡлай[11].
Станция 2023 йылдың 6 сентябрендә UTC буйынса төнгө 12-се 42 минут 11 секундта (JST буйынса 2023 йылдың 7 сентябрендә иртәнге 9-сы 42 минут 11 секундта осорола, ултырыуы 2024 йылдың 19 ғинуарына UTC буйынса көндөҙгө 4-се 20 минутҡа (JST буйынса 2024 йылдың 20 ғинуарына төнгө беренсе 20 минутҡа) планлаштырыла[12], модуль Ай өҫтөнә уңышлы ултыра[13].
SLIM Айға йомшаҡ ултырған беренсе япон миссияһы була[8].
Ултырған ваҡытында SLIM түңкәрелә һәм ҡояш батареяларынан электр энергияһы ала алмай[14], әммә 29 ғинуарҙа JAXA Ҡояш нурҙарының Ай өҫтөнә төшөү мөйөшө үҙгәргәндән һуң батареяларҙың ҡабат ҡояш нурҙарын тотоуын һәм модуль менән бәйләнештең тергеҙелеүен белдерә[15].
Файл:SLIM Lunar Surface.jpg
Модуль ултырғандан һуң төшөрөлгән Ай өҫтө
Әһәмиәте
Айға аныҡ ултырыу, киләсәктә Ҡояш системаһының башҡа планеталарын, барлыҡ планеталар системаһын уңышлы фәнни тикшереү өсөн кәрәк. Планеталар, шул иҫәптән ай миссияларын һөҙөмтәле тикшереү өсөн, планетаның айырым өлөшөн тикшереү кәрәк булыуы ихтимал, бының өсөн юлдаштың аныҡ урынға ултырыуы мөһим[16].
SLIM бик еңел, был Ҡояш системаһының башҡа планеталарында тикшеренеү аппараттарының эше өсөн дә мөһим. Йыһан модуленең ауырлығын кәметеү уның файҙаһын арттыра ғына, сөнки уға планета өҫтөн күҙәтеү һәм тикшереү өсөн күберәк аппарат урынлаштырырға була[16].
Проекттың тасуирламаһы
2014 йылдың июнендә SLIM астероидҡа осороуҙы күҙаллаған DESTINY+ миссияһы менән бергә ярымфинал һайлауын үтә, ә 2015 йылдың февралендә һайлап алына. 2016 йылдың апреленән JAXA проекты сиктәрендә проект статусы ала. 2016 йылдың майында Mitsubishi Electric (MELCO) компанияһы станция эшләүгә контракт төҙөй[17].
2017 йылда финанс ҡыйынлыҡтары арҡаһында SLIM-ды осороу Epsilon ракета йөрөтөүсеһенән H-IIA ракета йөрөтөүсеһенә (бер үк ваҡытта XRISM рентген обсерваторияһы менән бергә) күсерелә[18].
2017 йылға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, модулде 2021 йылда осороу планлаштырыла, әммә һуңынан ул XRISM-дың тотҡарланыуы арҡаһында 2023 йылдың 28 авгусына тиклем кисектерелә. 28 августа, Японияның префектураһы булған Кагосималағы Танегасима космодромында һауа торошоноң насар булыуы, атап әйткәндә көслө ел һөҙөмтәһендә, ракета йөрөтөүсене осороу тағы ла кисектерелә. JAXA, осороу 15 сентябргә планлаштырыла, тип белдерә[18].
Модуль 2023 йылдың 7 сентябрендә Япония буйынса 9-сы 42 минут 11 секундта Танегасима космодромынан (Ёсинобу старт комплексы) осорола[19]. Старттан һуң 14 минут 9 секунд үткәс — Америка XRISM рентген телескобы, ә 47 минут 33 секундтан һуң SLIM айырыла[16][20].
2023 йылдың 25 декабрендә UTC буйынса сәғәт 11 тула 9 минутта (JST буйынса 16:51) SLIM Ай тирәләй орбитаға уңышлы сығарыла[21].
17 ғинуарҙа сәғәт төнгө икенсе 14 минутта (JST) ултырыуға әҙерлек этабы башлана. Аппарат түбәнәйеү өсөн кәрәкле маневрҙарҙы башҡарып, 32 километр бейеклектә әйләнә орбитаһына күсә[7].
2024 йылдың 19 ғинуарында модуль Ай өҫтөнә уңышлы[13], әммә «баштүбән» ултыра — системалар күпмелер ваҡыт аккумуляторҙан эшләй, әммә тиҙҙән аппарат йоҡо режимына күсә[14].
Эш 29 ғинуарҙа тергеҙелә. Ҡояш нурҙарының йүнәлеше үҙгәргәндән һуң, батареялар ҡабаттан ҡояш нурҙарын тота һәм JAXA модель менән бәйләнеште тергеҙә[15].
Ай модуле параметрҙары
Бейеклеге — 2,4 метр, сығып торған элементтарҙы ла иҫәпкә алып, иң ҙур киңлеге — 2,7 метр, корпус киңлеге — 1,7 метр[16].
Буш аппараттың ауырлығы — 190 килограмм, тейәлгәндә — 210 килограмм[16].
Ултырыу теүәллеге — 100 метр сигендә[16].
Миссияның үҙенсәлектәре
Уңышлы килеп сыҡһа, SLIM Ер юлдашының өҫтөнә йомшаҡ ултырған, шулай уҡ алдан күрһәтелгән координаталар буйынса Ай өҫтөнә юғары аныҡлыҡ менән ултырған беренсе ай миссияһы булырға тейеш. Алдан күҙаллауҙар буйынса тайпылыш — 100 метр. Сағыштырыу өсөн, Аполлон 11 ай модуленең ултырыу теүәлләге 20 километр тәшкил итә. SLIM 2024 йылдың 19 ғинуарында Кирилл кратерының көнсығыш өлөшөндәге бәләкәй Сиори кратеры (13,3° көньяҡ киңлек, 25,2° көнсығыш оҙайлыҡ) эргәһендә 15:20 UTC буйынса көндөҙгө 4-се 20 минутта (2024 йылдың 20 ғинуарында JST буйынса төнгө беренсе 20 минутта)[16][9] ултырырға тейеш була[22]. Кратер Нектар диңгеҙе эргәһендә урынлаша.
Айгиҙәрҙәр
Станция Айға ике ҙур булмаған айгиҙәр килтерергә тейеш була:
- Lunar Excursion Vehicle 1 (LEV-1) — һикереү механизмы ярҙамында йөрөргә тейешле айгиҙәр. Ул Ер менән тура бәйләнешле ҡорамал, яҡтылыҡты күреүсе киң мөйөшлө камера, ҙур булмаған электр ҡорамалы һәм MINERVA, OMOTENASHI аппараттарында ҡулланылған УВЧ диапазонлы антенналар менән йыһазландырылған[16].
- Lunar Excursion Vehicle 2 (LEV-2) йәки Sora-Q — JAXA-гың Tomy, Sony Group һәм Дошиша университеты менән берлектә эшләнгән бәләкәй вездеход-трансформер. Ровер 250 грамм тарта һәм ике ҙур булмаған камеры менән йыһазландырылған. LEV-2 Ай өҫтөндә йөрөр өсөн формаһын үҙгәртә ала[16].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 https://finance.yahoo.com/news/japans-moon-sniper-test-precision-074701174.html
- ↑ 1 2 3 https://space.skyrocket.de/doc_sdat/slim.htm
- ↑ 1 2 3 Макдауэлл Д. Jonathan's Space Report — Международный космический университет.
- ↑ 1 2 3 4 https://www.isas.jaxa.jp/home/slim/SLIM/index.html
- ↑ https://news.abplive.com/science/japan-smart-lander-for-investigating-moon-slim-launch-date-all-about-japan-first-lunar-soft-landing-attempt-1628080
- ↑ https://global.jaxa.jp/countdown/slim/SLIM-mediakit-EN_2308.pdf
- ↑ 1 2 小型月着陸実証機(SLIM)の着陸降下準備フェーズへの移行について (яп.). Официальный сайт JAXA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 Japan's SLIM precision moon lander enters lunar orbit, JAXA says. The Japan Times (26 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 СМИ: японский модуль SLIM совершит посадку на Луне 20 января. ТАСС (1 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2024.
- ↑ Aerospace Science and Technology (коллектив авторов). Optical navigation for Lunar landing based on Convolutional Neural Network crater detector (ингл.). ResearchGate GmbH (март 2022). doi:10.1016/j.ast.2022.107503. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2024.
- ↑ Brian Wang. Japan Three Weeks From Precision Moon Landing Attempt (ингл.). Next Big Future (27 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2024.
- ↑ Япония уточнила время посадки модуля SLIM на Луну. Lenta.ru (6 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 Первый японский лунный модуль SLIM совершил посадку на Луну. ТАСС (19 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 Японский модуль SLIM перевернулся вверх ногами при посадке на Луну. РБК (25 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 Японский лунный модуль SLIM ожил — Солнце посветило на него с нужной стороны. 3Dnews.Daily.Digital.Digest. (29 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Moon Sniper SLIM Project (яп.). Japan Aerospace Exploration Agency. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2024.
- ↑ Japanese lunar lander to be built by Mitsubishi Electric. Nikkei Asia (18 май 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 Запуск первого японского лунного модуля отменили в последний момент. iXBT.com (28 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2024.
- ↑ Прямая трансляция пуска РН H-IIA с миссией XRISM/SLIM. Всё о космосе (журнал) (27 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2024.
- ↑ Successful Launch of the X-ray Imaging and Spectroscopy Mission (XRISM) and the Smart Lander for Investigating Moon (SLIM). JAXA (7 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2024.
- ↑ Японский лунный модуль SLIM успешно вышел на орбиту Луны. Коммерсант (издательский дом) (26 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2024.
- ↑ SLIM Project Press Kit. JAXA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ XRISM и SLIM стартовали: первый будет изучать Вселенную с помощью рентгеновских лучей, второй отправится на Луну Источник: New-Science.ru https://new-science.ru/xrism-i-slim-startovali-pervyj-budet-izuchat-vselennuju-s-pomoshhju-rentgenovskih-luchej-vtoroj-otpravitsya-na-lunu/. Новая наука (7 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2024.
- ↑ Лунный снайпер: Япония «прицельно» отправила на Луну посадочный модуль. BBC (7 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2024. Архивировано 8 сентябрь 2023 года.
- ↑ Япония запустила в космос рентгеновский телескоп XRISM и лунный модуль SLIM. Модуль высадится на Луну в 2024 году. N + 1 (7 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2024.
Әҙәбиәт
- Takahiro Tanaami, Yoshiaki Takeda, Norifumi Aoyama, Syoto Mizumi и др. Crater Detection using Haar-Like Feature for Moon Landing System Based on the Surface Image (инг.) // The Transactions of the Japan Society for Aeronautical and Space Sciences, Aerospace Technology Japan : журнал. — 2012. — December. — DOI:DOI:10.2322/tastj.10.Pd_39.
- Hayato Miyazaki, Hiroki Tanji, Hiroyuki Kamata. A Study on Correspondence Point Search Algorithm Using Bayesian Estimation and Its Application to a Self-position Estimation for Lunar Explorer (инг.) // Methods and Applications for Modeling and Simulation of Complex Systems : журнал. — 2023. — October. — P. 60—70. — DOI:DOI:10.1007/978-981-99-7243-2_6.
Һылтанмалар
- Official project site (яп.)
- JAXA SLIM page (ингл.)
- ISAS/JAXA SLIM page (ингл.)
- Онлайн-трансляция посадки модуля на официальном YouTube-канале JAXA
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |