Абдрахманов Руслан Альберт улы

Абдрахманов Руслан Альберт улы (рус. Абдрахманов, Руслан Альбертович; 1984 йылдың 25 декабре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе.

Биографияһы

Руслан Альберт улы Абдрахманов 1984 йылдың 24 декабрендә[3] Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. «Салауат Юлаев» клубы тәрбиәләнеүсеһе. Карьераһын 2003 йылда тыуған клубы составында башлай, дебют миҙгелендә 14 матч үткәрә. Киләһе миҙгелдә өфөләр өсөн ни бары өс матчта, шулай уҡ дубляж составы өсөн 14 уйында уйнай. Һуңынан өс миҙгел дауамында Нефтекаманың «Торос» командаһы өсөн сығыш яһай, шунан һуң Хабаровскиҙың «Амур» командаһы өсөн 10 матч уйнап, 2008/09 уйын миҙгелендә Рәсәй хоккейының юғары эшелонына ҡайта. Миҙгел барышында Ангарскиҙан «Ермак»ҡа күсә.

Шулай уҡ Түбәнге Тагилдың «Спутник», Һарытауҙың «Кристалл» һәм Пензаның «Дизель» командалары өсөн уйнай. Профессиональ кимәлдәге һуңғы клубы булып «Тамбов» тора, уның составында Абдрахманов 2014 йылдан 2016 йылға тиклем сығыш яһай.

Сығыш яһау статистикаһы

Һуңғы тапҡыр 2014 йылдың 28 мартында яңыртыла.
Миҙгел Команда Лига Уйындар Шайбалар Пастар Мәрәйҙәр +/- Штраф
2003-04 «Салауат Юлаев» Өфө 14 0 0 0 -1 0
2004-05 «Салауат Юлаев» Өфө 3 0 0 0 -2 0
2004-05 «Салауат Юлаев-2» Өфө 14 2 8 10 -- 24
2005-06 «Торос» Нефтекама 54 43 27 70 -- 78
2006-07 «Торос» Нефтекама 31 6 8 14 -8 20
2006-07 «Торос-2» Нефтекама -- -- -- -- -- --
2007-08 «Торос» Нефтекама 26 2 7 9 +5 20
2008-09 «Амур» Хабаровск КХЛ 10 0 0 0 0 6
2008-09 «Ермак» Ангарск 43 13 10 23 -6 22
2009-10 «Ермак» Ангарск 44 7 17 24 -8 10
2009-10 «Ермак-2» Ангарск 2 1 1 2 -- 2
2010-11 «Ермак» Ангарск ЮХЛ 26 2 6 8 +2 10
2010-11 «Спутник» Түбәнге Тагил ЮХЛ 17 4 5 9 +6 4
2010-11 «Спутник-2» Түбәнге Тагил 1 0 0 0 -- 2
2011-12 «Кристалл» Һарытау ЮХЛ 53 11 17 28 -12 12
2012-13 «Дизель» Пенза ЮХЛ 48 11 9 20 +6 20
2013-14 «Алматы» ХК Ҡаҙағстан 20 4 2 6 -8 4
Бөтәһе КХЛ-да 10 0 0 0 0 6

Йыйылма командала

Турнир Уйындар Г П Мәр +/- Штр
CHL Challenge (2003-04) 6 0 1 1 -- 4

Иҫкәрмәләр

  1. Фонбет КХЛ // https://www.khl.ru/players/13041/
  2. Ruslan Abdrakhmanov // https://www.hockeydb.com/ihdb/stats/pdisplay.php?pid=77367
  3. Руслан Абдрахманов. khl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә