Вәлиев Абдулла Хәбибулла улы
Абдулла Хәбибулла улы Вәлиев (рус. Абдулла́ Хаби́евич Вале́ев; 1922 йылдың, Баҡай, Кушнаренко районы, Башҡорт АССР-ы, СССР — 1944 йылдың 24 ғинуары, Туганицы[d], Ленинград өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ тоҫҡаусыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
Вәлиев Абдулла Хәбибулла (Хәби) улы 1922 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы) 2‑се Баҡай ауылында тыуған[1]. Башланғыс белем ала, колхозда эшләй.
1941 йылдың сентябрь айында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылдың ғинуарынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында (рус.)баш.. 1943 йылдың июленән Үҙәк фронттың 60-сы армияһында 280-се уҡсылар дивизияһы 1031-се полкының 1-се уҡсылар батальонында һуғыша. Курск дуғаһында һәм Днепр өсөн һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә[2].
1943 йылдың 13 июлендә Курск өлкәһенең Троснянский районы биләмәләрендәге алышта Абдулла Вәлиев хеҙмәт иткән взвод дошмандың өс атакаһын кире ҡаға. Һан яғынан өҫтөн булыуға ҡарамаҫтан, немец подразделениелары (рус.)баш., 300 һалдатын һәм өс офицерын юғалтһа ла, бейеклекте ала алмай. Яуҙа Вәлиев ике тапҡыр яралана, ләкин ярҙам килгәнгә тиклем һуғыш яланын ташлап китмәй. Артабанғы һуғыштарҙа ул дүрт пулемёт һәм 17 дошман һалдатын юҡ итә. 24-нән 25 сентябрь төнөнә Вәлиев төркөм составында Украина ССР-ы Чернигов өлкәһенең Рыбный Промысел ауылы янында Днепр аша сыға. Төркөм плацдармды (рус.)баш. яулап ала һәм, дошмандың 12 контратакаһын кире ҡағып, 42 сәғәт дауамында уны тотоп тора. Был алышта Вәлиев ике пулемёт һәм туғыҙ немец һалдатын юҡ итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 октябрь Указы ҡыҙылармеец Абдулла Вәлиевҡа, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» тигән исем бирелә[2].
1944 йылдың 24 ғинуарында яуҙа һәләк була, Ленинград өлкәһенең Гатчина районы Туганицы ауылында ерләнә[2][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1943):
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (17.10.1943);
- Ленин ордены (17.10.1943).
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Абдулла Хәбибулла улы Вәлиевтың исеме Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы муниципаль (рус.)баш. районы Баҡай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[4][5];
- Баҡай ауылында Абдулла Вәлиевҡа һәйкәл ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ И. Ғ. Кәримова. Вәлиев Абдулла Хәбибулла улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 Валеев Абдулла Хабиевич. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Информация из донесения о безвозвратных потерях. Министерство обороны Российской Федерации. Обобщённый электронный банк данных «Мемориал». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382..
- Подвиги Героев Советского Союза. — М., 1981.
- Славные сыны Башкирии. — Книга 1. — Уфа, 1965.
- Книга: Шёл парнишке в ту пору.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Вәлиев Абдулла Хәбибулла улы (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2026).
- ИА «Башинформ», 1 мая 2023 года. Глава Башкирии побывал в школе, где учился Герой Советского Союза Абдулла Валеев (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2026).