Илембәтова Азалия Фәттәх ҡыҙы

Азалия Фәттәх ҡыҙы Илембәтова (рус. Азалия Фаттаховна Илимбетова, 1978 йылдың 1 ғинуары, Малаяҙ) — этнограф-ғалим, шәрҡиәтсе. Тарих фәндәре кандидаты (2006).

Биографияһы

1978 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған.

1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлағас, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тел һәм әҙәбиәт тарихы институтының этнография һәм антропология бүлегенә стажер-ғилми хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша.

2001 йылда кесе ғилми хеҙмәткәр, артабан 2004 йылда тулы хоҡуҡлы ғилми хеҙмәткәр вазифаһына тәғәйенләнә, 2011 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ҒТИ үҙәге этнология бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Ғилми тикшеренеүҙәре этник тарихҡа, исламға тиклемге дини донъяға ҡарашҡа, ғөрөф-ғәҙәттәргә, ритуалдарға, башҡорттарҙа һәм башҡа халыҡтарҙа хайуандар, ҡоштар, йыландар, һыу-ер йәнлектәре, таштар культына йүнәлтелгән.

2006 йылда Санкт-Петербургтта Рәсәй Фәндәр академияһының Бөйөк Петр исемендәге Антропология һәм этнография музейында (Кунсткамера) «Башҡорттарҙа хайуандар культтары» (етәксеһе – тарих фәндәре кандидаты Р.М. Юсупов) кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Башҡортостан Республикаһы һәм күрше Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләренә, Пермь крайына 7 экспедиция һәм командировкала ҡатнаша. 150 – нән ашыу халыҡ-ара, Бөтә рәсәй, төбәк-ара һәм республика ғилми һәм ғилми-ғәмәли конференцияларында ҡатнаша. Уның докладтары һәм тезистары Рәсәй ҡалаларында Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Чебоксар, Ижевск, Ҡазан, Горно-Алтайск, Абакан, Барнаул, Элиста, Грозный, Улан-Удэ, Омск, Томск һәм сит илдәрҙең ҡалаларында – Астана, Аҡтүбә, Семей (Ҡаҙағстан), Баҡы (Әзербайжан), Истанбул, Измир, Анталья (Төркиә) баҫылып сыға. Энциклопедик мәҡәләләр яҙыуҙа ҡатнаша. Киң мәғлүмәт сараларында баҫмалары баҫылып бара[1][2].

Ғилми эшмәкәрлеге

Фәнни эшмәкәрлеге башҡорттарҙың этник тарихын, мифологияһын, йолаларын, хайуандар һәм ҡоштар культын өйрәнеүгә арналған. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара ғилми һәм ғилми-ғәмәли конференцияларҙан 18 материал йыйынтығын төҙөүсе һәм редколлегия ағзаһы.

170-тән ашыу ғилми мәҡәлә авторы; 6 монография баҫтырып сығарған – «Башҡорттарҙа хайуандар культы: тарих һәм хәҙерге заман» (2009; авторҙаш Ф.Ф. Илимбәтов), «Башҡорттарҙың мифоритуаль традицияһында хайуандар культы» (2012; авторҙаш Ф.Ф. Илембәтов), «Башҡорттарҙың изге ҡоштары» (2014), «Донъя халыҡтарының рухи мираҫы яҡтылығында башҡорттарҙа ҡоштар культы» (2015), «Башҡорттарҙың фольклорында, йолаларында Һәм ғөрөф- ғәҙәттәрендә таш символикаһы» (2020), «Донъя халыҡтарының мәҙәни традициялары яҡтылығында башҡорттарҙа йылан культы» (2024); 4 коллектив монографияның авторҙашы – «Пермь крайының ғәйнә башҡорттары: тарих, этнография, антропология, этногеномика (2008), «Ғәйнә ҡәбиләһе башҡорттары: тарих һәм хәҙерге заман (2012), «Башҡорттар» (2015), «Башҡорттарҙың традицион мәҙәниәте буйынса тарихи-этнографик тикшеренеүҙәр» (2019), «Глоссарий. Ҡыҫҡа терминологик һүҙлек. Тәңрелек» (2017) һүҙлеген төҙөүсе. 4 монография рецензенты.[3].

Рәсәй дәүләт ғилми фондының «Ырымбур өлкәһе башҡорттары: тарих, этнография, антропология» (2005–2006), «Урал аръяғы башҡорттары: тарих, этнография, антропология» (2007–2008), «Көньяҡ Уралда ислам үҙенсәлектәре» (2010–2011), «Волга аръяғы далаһы башҡорттары: тарихы, этнографияһы, антропологияһы» (2010–2011), «Башҡорттарҙың көньяҡ-көнбайыш этнографик төркөмөнөң формалашыуы һәм традицион мәҙәниәте» (2014–2016) грант проекттарын әҙерләүҙә ҡатнаша. «Өфө ҡалаһында этносоциологик тикшеренеүҙәр миҫалында полиэтник ҡала халҡының этнотел һәм мәҙәни портреты» проектын Башҡортостан Республикаһы Башлығы конкурсында әҙерләүҙә ҡатнаша (2020–2021)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге йәш ғалимдарының һәм аспиранттарының эштәренең 1-се конкурсында 1-се урын өсөн дипломы (2002) hәм «Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының йәш ғалимдар араһында иң яҡшы тикшеренеү проекты өсөн» почет грамотаһы менән бүләкләнгән (2009);
  • Рәсәй Фәндәр Академияһының Профсоюзының Почёт грамотаһы (2012);
  • Рәсәй фәндәр академияһының «Халыҡтар һәм мәҙәниәттәр» фундаменталь серияһының «Башҡорттар» томы өҫтөндә уңышлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең рәхмәт хаты (2016), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2022).

Хеҙмәттәре

  • Культ животных у башкир: история и современность / А. Ф. Илимбетова, Ф. Ф. Илимбетов ; Российская акад. наук, Уфимский науч. центр, Ин-т истории, яз. и лит. — Уфа : ИИЯЛ УНЦ РАН, 2009. — 306 с.
  • Культ животных в мифоритуальной традиции башкир [Текст] / А. Ф. Илимбетова, Ф. Ф. Илимбетов ; Российская акад. наук, Уфимский науч. центр, Ин-т истории, яз. и лит. — [2-е изд., испр. и доп.]. — Уфа : Гилем, 2012. — 703 с.; 21 см; ISBN 978-5-7501-1372-9
  • Илимбетова А. Ф. Олень в устном творчестве, народном искусстве и верованиях // Башкиры-гайнинцы: история и современность. — Уфа: Китап, 2012. — 264 с. — С. 164—199. — ISBN 978-5-295-05131-9.
  • Илимбетова А. Ф. Священные птицы башкир. — Уфа, 2014.
  • Илимбетова А.Ф. Культ птиц у башкир в свете духовного наследия народов мира. 2-е изд., перераб. и доп. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2015. — 282 с.; ISBN 978-5-91608-126-8
  • Илимбетова А.Ф. Символика камня в фольклоре, обрядах и обычаях башкир. —Уфа: Мир печати, 2020. — 168 с.; ISBN 978-5-9613-0676-7
  • Илимбетова А.Ф. Культ змеи у башкир в свете культурных традиций народов мира. — Уфа: ИИЯЛ УФИЦ РАН, Мир печати, 2024. — 260 с.; ISBN 978-5-91608-256-2.

Ғаиләһе

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Илимбетова Азалия Фаттаховна. Институт истории, языка и литературы Федерального государственного бюджетного научного учреждения Уфимского федерального исследовательского центра Российской академии наук (ИИЯЛ УФИЦ РАН). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025.
  2. Илимбетова Азалия Фарраховна. Народы Башкортостана: энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025.
  3. Научные труды Илимбетовой Азалии Фаттаховны. Национальная электорнная библиотека Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025.

Һылтанмалар

  • Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 690—691. — 800 с.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2025)
  • Хайбуллинская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 648 с. — ISBN 978-5-88185-243-6.  (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2025)
  • Образ кукушки в доисламских верованиях башкир 2014 йылдың 8 апрель көнөндә архивланған. // Ватандаш.