Аҙау походтары
Аҙау походтары (рус. Азовские походы Петра I) — Пётр I тарафынан 1695 һәм 1696 йылдарҙа Рәсәйҙең Ғосман империяһына ҡаршы алып барылған хәрби кампанияһы.
Батша ҡыҙы Софья Алексеевна хөкүмәтенең Ғосман империяһы һәм Ҡырым ханлығы менән башлаған һуғыштың дауамы. Рус ғәскәрҙәренең төрөк Аҙау ҡәлғәһен яулауы менән тамамлана.
1695 йылғы беренсе Аҙау походы
Батша ҡыҙы Софья хөкүмәте властан ситләтелгәндән һуң төрөктәргә һәм татарҙарға ҡаршы хәрби ғәмәлдәр туҡтатылып тора. Рус ғәскәрҙәре татарҙарҙың һөжүмдәрен кире ҡағыу менән генә сикләнә. 1694 йылда хәрби ғәмәлдәрҙе тергеҙергә ҡарар ителә, был юлы В. В. Голицын походтарындағы кеүек ҡырым татарҙарына ҡаршы түгел, ә төрөктәрҙең Аҙау ҡәлғәһенә һөжүм итергә ҡарар ителә. Поход юлы ла үҙгәртелә: ул сүллек далалары аша түгел, ә Волга һәм Дон райондарынан үтә[2].
1695 йылдың ҡышында һәм яҙында Донда транспорт суднолары төҙөлә: Аҙауға барып етеү маҡсатында аталғылар (ишкәкле һәм елкәнле ағас караптар), ғәскәрҙәрҙе, боеприпастарҙы, аҙыҡ-түлекте һәм артиллерияны ташыу өсөн диңгеҙ кәмәләре һәм һалдар[3][4].
1695 йылдың яҙында П. Гордон етәкселегендәге (43 орудие һәм 10 мортир менән 9500 кеше)[5], А. М. Головин (7000 кеше)[5] һәм Ф. Лефорт (13 000 кеше, 44 пищаль, 104 мортир) армияһы[5] 3 төркөм менән көньяҡҡа табан юл ала. Пётр поход барышында беренсе бомбардир һәм бөтә кампания етәксеһе вазифаларын биләй. Днепрҙа ҡырым татарҙарына ҡаршы воевода Б. П. Шереметев армияһы хәрәкәт итә, уға шулай уҡ И. С. Мазепа казактары беркетелә.
Июнь аҙағында төп көстәр Аҙау ҡәлғәһен (Дон тамағында урынлашҡан була) ҡамай. Гордон — көньяҡтан, Лефорт — уның һул яғынан, Головин (уның отрядында батша була) уңдан ҡаршы тора. 2 июлдә Гордон етәкселегендәге ғәскәрҙәр ҡамау эштәрен башлай. 5 июлдә уларға Головин һәм Лефорт корпустары ҡушыла. 14 һәм 16 июлдә рустар ике ҡалансаны (Дон йылғаһының ике ярындағы ике таш башня, уларҙы судноларға йылғаға сығыуҙы ҡамасаулаған тимер сынйыр тоташтырып тора) баҫып алыуға өлгәшә. Кампания барышында был иң уңышлы ғәмәл була. Ҡәлғәлә Хәсән Арыҫлан-бей етәкселегендәге 7 меңлек төрөк гарнизоны урынлашҡан була[6]. 5 августа Лефорттың йәйәүлеләр полктары 25000 казак ярҙамында тәүге тапҡыр ҡәлғәне алырға маташа, әммә уңышһыҙлыҡҡа осрай. Рустар яғынан юғалтыуҙар (һәләк булғандар һәм яраланғандар) 1500 кеше тәшкил итә[5]. 25 сентябрҙә ҡәлғәгә икенсе тапҡыр һөжүм ителә. Ф. М. Апраксин Преображенск һәм Семёновск полктары һәм 1000 Дон казагы менән ҡәлғәгә бәреп инә, әммә үҙ-ара аңлашмаусанлыҡ арҡаһында Апраксинға сигенергә тура килә[6]. 2 октябрҙә ҡаршылыҡ баҫтырыла[2]. 3000 уҡсы «Новосергиевск ҡалаһы» тип исемләнгән оборона ҡалансаларында ҡалдырыла[5].
Б. П. Шереметевтың Казы-кәрмәнгә походы
Баяр һәм воевода Б. П. Шереметев етәкселегендәге айырым корпус (25 мең кеше) Мазепа казактары ярҙамында (яҡынса 35 мең һуғышсы) 30 июлдә төрөктәрҙән дүрт ҡәлғәне тартып ала: Казы-кәрмән, Мустрит-кәрмән, Аслан-кәрмән һәм Тауан утрауындағы Мөбәрәк-кәрмән[7].
Борис Петрович Шереметевтың корпусы өс воевода полкынан тора (үҙенеке һәм уның ике иптәше — дума дворяны Семён Протасьевич Неплюев һәм стольник Илья Дмитриев-Мамоновтыҡы). «Яңы ҡоролош» атлыларына — генерал-поручик А. А. Цей, полк һалдаттарына генерал-поручик Иван (Яган) Андреевич Гулиц етәкселек итә. Корпус нигеҙен Смоленск разрядлы полк менән көсәйтелгән Белгород разрядлы полкы тәшкил итә[8].
1696 йылғы икенсе Аҙау походы
Беренсе походтың хаталарын иҫәпкә алып, Пётр I 1695 йылдың көҙөндә яңы поход өсөн флот төҙөй башларға ҡарар итә, өлгө өсөн Мәскәүгә Голландиянан 32 ишкәкле галера килтерелә. Баяр А. С. Шеинға ышанып тапшырылған ҡоро ер ғәскәрҙәре етәкселеге үҙгәртеп ҡорола: ғәскәрҙәр өс дивизияға («генераллыҡтар»ға) бүленә, уларға П. Гордон, А. М. Головин һәм К. А. Ригимон етәкселек итә. Ҡоро ер армияһы ике тапҡырға арта һәм 75 мең кеше тәшкил итә. Уға шулай уҡ Запорожье һәм Дон казактары һәм ҡалмыҡ атлылары инә. Яңы поход өсөн Ф. Лефорт етәкселегендә диңгеҙ суднолары командаларын тәшкил иткән 28 ротанан (яҡынса 4100 кеше) торған Диңгеҙ полкы ойошторола: бер карапта («галеасе»), 4 брандерҙа һәм 23 галерала ("каторга"ла)[9]. Юғары указға ярашлы, ғәскәргә ингән холоптар азатлыҡ ала. Тәүге поход менән сағыштырғанда, ҡоро ер ғәскәрҙәре һаны ике тапҡырға арта.
Армия частары ике урында туплана:
- Валуйки һәм Тамбовта (ул саҡта — Танбов), уларҙан ғәскәрҙәр май башына уҡ Черкасскиға (хәҙер Аҙауҙан алыҫ булмаған Иҫке Черкасск станицаһы) килеү өсөн 1696 йылдың 20 мартында сығырға тейеш була (бында һәм артабан иҫке стиль буйынса);
- Воронеж, унда Мәскәүҙән төп көстәр йыйыла. Был ғәскәрҙәр Дон буйлап караптарҙа Воронеждан Черкасскиға тиклем барырға, май уртаһында Валуйки һәм Тамбовтан килгән Дон казактары һәм ғәскәрҙәр менән берләшеп, Аҙауҙы ҡоро ерҙән һәм йылға яғынан ҡамарға тейеш була.
Мәскәүҙән төп йәйәүле көстәр Выхино ауылы аша 1696 йылдың 15 мартында ҡуҙғала. 19 мартта ғәскәрҙәр Горы ауылы янында Ока йылғаһы аша сыға, 24 мартта Епифань ҡәлғәһенә барып етә. 25 мартҡа Шеин ғәскәрҙәре Колюкановка ауылы янында Дон йылғаһы аша сыға. 26 мартта Данков ҡаласығына барып етәләр, ә 27 мартта Лебедянь ҡалаһына инәләр. 31 мартта Воронежға киләләр, унда караптарға ултырып Черкасскиға табан йөҙөргә тейеш булалар[10].
Ғәскәрҙәр өсөн Мәскәүҙә етештерелгән кәмәләр (галералар һәм брандерҙар) һүтелгән килеш ҡоро ер буйлап март дауамында Воронежға килтерелә. Һыуға төшөрөлгән беренсе галера «Принципiумъ» исемен ала. Уның капитаны итеп Пётр Алексеев (йәғни Пётр I үҙе) тәғәйенләнә, ә команданы Преображенск полкы һалдаттарынан торған Диңгеҙ регименты ротаһы тәшкил итә. Шулай уҡ Воронеж янында күп ярҙамсы суднолар төҙөлә. 22 апрелдә баяр һәм воевода Шеин ғәскәрҙәргә Воронеж һәм Дон йылғалары буйлап Черкасскиға барырға бойороҡ бирә. Беренсе булып 23 апрелдә Аҙауға П. И. Гордон отряды юллана[10]. Уртаса алғанда, Черкасскиға тиклем караптарҙа йылға буйлап барған ғәскәрҙәрҙең һәр эшелоны өс аҙна самаһы юлда була. Капитан Пётр Алексеевтың авангарды юлды 11 көндә үтә — батша Черкасскиға дүрт галерала 15 майҙа (Гордон отрядынан бер көнгә генә һуңғараҡ) килә[9].
Шул уҡ ваҡытта төрөктәр, Дон тамағына еңел кәмәләрҙә килгән казактарҙың яҡын булыуҙарын һиҙмәйенсә, 20 майҙа кисен Дон тамағы янында торған диңгеҙ караптарынан 13 йөк судноһында яңысарҙар һағы аҫтында Аҙауға ҡорал, буҫтау, аҙыҡ-түлек, аҡса ебәрә. Был караптар 21 майҙа Дон тамағына килеп еткәс, казактар, һаҡсыларҙы ҡыуып ебәреп, 10 йөк карабын баҫып ала һәм уларҙың күпселеген яндыра.
Воевода А. С. Шеин төп көстәре менән Черкасскиға 19 майҙа килә һәм бында Валуйкиҙан килгән генерал Ригимон полктары һәм атаман Фрол Минаевтың 5 меңлек атлы һәм йәйәүле Дон казактары корпусы менән ҡушыла. 23 майҙа Черкасскиға Ф. Я. Лефорттың Диңгеҙ отряды килә[10]. 23 майҙа генерал Ригимонға һәм Дон казактары менән ҡалмыҡтарға Аҙауға ҡоро ер буйлап барырға һәм 1695 йылда рус ғәскәрҙәре торған урындарҙа лагерь (ылауҙар менән) ҡороп урынлашырға бойороҡ бирелә. Шул уҡ ваҡытта Гордон 3 полк менән Дондың төп тармағы Каланча тамағы янында утрауҙа нығытма төҙөй башлай. Галера флотилияһы, вице-адмирал Ю. С. Лима килтергән галералар һәм де-Розиерҙың 4 брандеры менән көсәйтелеп, йылғаның ике ярында урынлашҡан нығытмалар ярҙамында ҡамауҙа ҡалған Аҙау ҡәлғәһе гарнизонының диңгеҙгә юлын тулыһынса яба һәм уларҙы йылға буйлап төрөк флотынан ярҙам алыу мөмкинлегенән мәхрүм итә. 27 майҙа Пётр I Дон ҡылымыҡтары буйлап 22 галерала Аҙау диңгеҙенә сыға, бының хөрмәтенә галера пушкаларынан салют бирелә[9].
28 майҙа генерал Ригимон үҙенең отряды менән төрөктәрҙе ҡәлғәгә ҡыуып индереп, Аҙау янында лагерь ҡора. 2 июндә Аҙауға дүрт Тамбов һалдат полкы менән генерал Гордондың улы Яков Гордон килә; 6 июндә Мәскәү чины хәрбиҙәре менән стольник һәм воевода кенәз П. Г. Львов килеп етә. 7 июндә, йәкшәмбелә Аҙау эргәһенә баяр Шеиндың ҙур полкы килә. Шул уҡ көндө Аҙауҙы ҡамау башлана[9].
Рус ғәскәрҙәре Аҙау ҡәлғәһенән көньяҡтараҡ урынлаша, окоптар менән бер нисә айырым лагерға бүленә. Урта лагерҙа Преображенский һәм Семёновский полктары менән воевода Шеин, Головин отрядтары урынлаша. Шеиндың уң яғында үҙенең полктары менән Гордон тора; урталағы һәм уңдағы лагерҙар араһында ҡамау артиллерия паркы урынлаштырыла. Һул яҡтан уртансы лагерға генерал Ригиман ҡушыла; уның артынан Кесе Рәсәй полктары менән гетман Черкасский, Чернигов полковнигы Я. Е. Лизогуб урынлаша, уға һулдан Дон казактары ҡушыла. Ҡамау ғәскәрендә бөтәһе 40 меңгә яҡын йәйәүле (шул иҫәптән 14 000 казак), 16 мең кавалерист (шул иҫәптән 6000 казак) иҫәпләнә[9].
Былтырғы рус фортификация эштәрен емермәй ҡалдырған төрөктәрҙең ғәмһеҙлеге рус ғәскәрҙәренә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡәлғә нығытмаларына яҡынлашырға мөмкинлек бирә. Гордон ҡамауҙы уң флангта алып бара һәм, инженерлыҡ эшен башҡаларҙан яҡшыраҡ аңлаған кеше булараҡ, штурмды яҡшы ойоштора ала. Траншеяларҙа эш баштан уҡ һөжүмдең өс йүнәлешендә лә уңышлы алып барыла, һөҙөмтәлә ҡамауҙың дүртенсе көнөндә ғәскәрҙәр ҡәлғәгә бик яҡын килә.
10 июндә ҡәлғә эсендәгеләр ҡамауға ҡамасауларға тырыша — татар атлылары рус лагерына һөжүм итергә маташа, әммә ул уңышһыҙ тамамлана: батша атлылары татарҙарҙы Кагальник йылғаһына тиклем ҡыуып бара һәм бик күптәрҙе әсирлеккә ала. 14 июндә төрөк флоты рустарҙың лагерына десант төшөрөү маҡсатында диңгеҙҙән Дон тамағына яҡынлаша, әммә һөжүмгә баҙнат итмәй. Батша, даими рәүештә «Принципіумъ» галераһында ҡалып, ҡамау эштәрен тикшереү өсөн йыш килә, траншеялар буйлап йөрөй, батареяларынан бомбалар ырғыта, шулай уҡ генералдар менән кәңәшләшә. 22 июндә түбәнге чиндар ҡәлғәнең ҡала урына хәүефһеҙерәк яҡынлашыу өсөн күсмә ур төҙөү идеяһын тәҡдим итә. Тәҡдим кәңәшмәлә хуплана, һәм 23 июнь кисенән фронттың һул өлөшө ҡаршыһында 1000 кеше ер уры һала башлай. 24 июндә ҡамауға ҡамасаулау өсөн икенсе ҙур ынтылыш була — татар атлылары һәм Кубань нуғайҙары баяр Шеин армияһының төп көстәре ылауҙарына һөжүм итә, әммә батша атлылары тарафынан туҡтатылып, ҡасырға мәжбүр ителәләр[10].
29 июндә дошманға үҙ теләге менән бирелергә тәҡдим ителгән хат ебәрелә. Төрөктәр был тәҡдимгә пушканан атып яуап бирә. Бынан һуң ур төҙөлөшө юғары тиҙлектә дауам ителә. Соҡор тупраҡ өйөмдәре менән тултырыла, һәм тиҙҙән ҡамаусыларҙың уры төп таш ҡәлғәне уратып алған төрөк ер диуарына (урына) яҡыная. 15 июлдә 1500-гә яҡын Дон һәм Запорожье казактарының бер өлөшө үҙ белдеге менән төрөк урына бәреп инә һәм тышҡы ур диуарының ике бастионында урынлаша. 17 июлдә бастиондар өсөн оҙайлы етди алыш була, әммә төрөктәр урҙан кире таш ҡәлғәгә ҡыуыла[9].
Бынан һуң ҡамауҙа ҡалғандар, тыштан ярҙам алыуға өмөтөн өҙөп һәм тышҡы урҙың бер өлөшөн юғалтыуҙарын күреп, 18 июлдә төшкө сәғәттәрҙә элек тәҡдим ителгән шарттарҙа бирелеү тураһында һөйләшеүҙәр башларға ҡарар итә. Был шарттар буйынса гарнизон һәм ҡәлғә халҡы азатлыҡ ала, ә рустар уларҙы үҙҙәренең караптарында Кагальник тамағына тиклем алып барырға вәғәҙә итә. Шулай уҡ төрөк бейе голланд Яков Янсенды (ул элек беренсе Аҙау походы ваҡытында төрөктәргә ҡасып, ислам динен ҡабул итә) кире ҡайтарыу талабына ризалаша. Икенсе көндө, 19 июлдә, ҡалған гарнизон (яҡынса 3700 кеше) ҡәлғәнән сыға, уны рус ғәскәрҙәре биләй. Иреккә сыҡҡан төрөктәр ғаиләләре һәм мөлкәте менән Диңгеҙ регименты капитаны, Преображенск полкы майоры А. Вейде етәкселегендә 30 аталғыла һәм 2 галерала йылға буйлап йөҙөп китә. 20 июлдә Дондың иң төньяҡ тармағы тамағында урынлашҡан ҙур булмаған күрше Лютик ҡәлғәһе бирелә. Аҙауҙа һәм Лютикта төрлө калибрлы 136 орудие (шул иҫәптән 4 мортир) ҡулға төшөрөлә.
23 июлгә ҡарата Пётр I ҡәлғәләге яңы нығытмалар планын раҫлай, сөнки улар алыш һөҙәмтәһендә бик ныҡ ҡыйратылған була. Аҙауҙа диңгеҙ флоты өсөн уңайлы гавань булмай, шуға күрә 1696 йылдың 27 июлендә Таган морононда күпкә уңайлыраҡ гавань һайлана. Ике йылдан шул урында Таганрог ҡалаһына нигеҙ һалына[11].
Аҙау янындағы еңеү мөһим сәйәси әһәмиәткә эйә була: был Ғосман империяһына ҡаршы беренсе ҙур еңеү була, ә Чигиринды юғалтыуҙан һуң Рәсәйҙең халыҡ-ара абруйын нығытырға ярҙам итә. Өс аҙнанан ашыу рус ғәскәрҙәре Аҙау янында ҡала, батша уның мәсеттәрен православие ғибәҙәтханаларына әйләндереп, рус ҡалаһы итергә кәрәк тип таба. 31 июлдән ғәскәрҙәр яйлап үҙенең даими урындарына ҡайта башлай. 15 августа Пётр I Тула тимер заводтарын ҡарау өсөн Аҙауҙан сыға; 16 августа ҡоро ер буйлап башҡа ғәскәрҙәр, шул иҫәптән Семёнов полкы походҡа сыға. Мәскәүҙә ғәскәрҙәрҙе тантаналы ҡаршылауҙы ойошторорға ҡарар ителгәнлектән, әҙерләнеү өсөн ваҡыт кәрәк була. Мәскәүҙә Замоскворечьенан Таш күпергә ингән ерҙә еңеүсе ғәскәрҙәрҙе ҡаршы алыу өсөн ҙур триумфаль ҡапҡа төҙөлә, уның фронтоны өҫтөндә байраҡтар, прапорҙар, протазандар, һөңгөләр һәм алебардалар араһында өс таж аҫтында урынлашҡан ике башлы бөркөт юғары күтәрелә. Фронтон ике ғәйәт ҙур фигураға — Геркулес һәм Марсҡа таяна, улар аҫтында еңеүселәр хөрмәтенә яҙыулы йәшел ботаҡтар менән уратылған пирамидалар тора. Күперҙең пирамидалары һәм яндауырҙары араһындағы арауыҡты ике картина биләй: беренсеһендә — диңгеҙҙәге алыш, икенсеһендә татарҙар менән алыш һәм Аҙауҙы ҡамау һүрәтләнә. Аҙау яғынан ҡайтҡан ғәскәрҙәр башта командирҙары менән Коломенское ауылында йыйыла. 28 сентябрҙә Тула заводтарынан Пётр I, шулай уҡ баяр һәм воевода Шеин, Ф. Лефорт, П. Гордон ҡайта. 30 сентябрҙә рус ғәскәрҙәре тантаналы рәүештә Мәскәүгә инә. Кремлдә ғәскәрҙәр Батша һарайы эргәһенән үтә һәм һуңынан төрлө ҡапҡалар аша сыға. Батша Преображенский полкы менән бергә Преображенское ауылына тиклем йәйәүләп бара; шунда уҡ төрөктәрҙән тартып алынған байраҡтарҙы һәм һуңыраҡ язалап үлтерелгән хыянатсы голланд Яков Янсенды (Якушканы) алып китәләр[9].
Воевода Шеин икенсе Аҙау походындағы ҡаҙаныштары өсөн беренсе урыҫ генералиссимусы исемен, бер юлы аҫабалыҡ хоҡуғы менән ер биләмәһе, ҡиммәтле кубок һәм 13 ун һумлыҡҡа торошло алтын миҙал ала. Аҙауҙы алған өсөн башҡа ҡатнашыусылар ҙа дәрәжәләренә ярашлы бүләкләнә. Генералдар Гордон һәм Головин һәр береһе 6 ун һумлыҡҡа торошло алтын миҙал, кубок, кеш тиреһенән алтын кафтан һәм 100 ихаталы аҫабалыҡ ере ала[9].
Башҡорттарҙың Аҙау походтарында ҡатнашыуы
Аҙау походтарында рус ғәскәрҙәре составында башҡорттар ҡатнаша. 1-се Аҙау походы уңышһыҙлыҡ менән тамамлана. 2-се походта рус ғәскәрҙәренең дөйөм һаны яҡынса 65 мең тәшкил итә, шул иҫәптән 3 меңгә яҡыны башҡорттар, ҡалмыҡтар һәм Яйыҡ казактары була. Кубань татарҙарының һөжүмдәре казактар һәм башҡорттар тарафынан кире ҡағыла.
Рәсәй тарихында киң билдәле шәхес Алдар батыр ҙа батша Пётр I алып барған Аҙау походтарында ҡатнаша һәм батырлыҡтар күрһәтә. Алыштар алдынан ҡаршы торған армиялар араһында көс һынашыу йолаһы үткәрелә. Яу алдынан батырҙар көрәшендә башҡорт уҙаманы, данлыҡлы Алдар Иҫәкәев (Алдар Иҫәнгилдин) черкес һуғышсыһын еңеп, дан ала. Батша уға ике мәртәбә тарханлыҡ дәрәжәһе бүләк итә[12].
Аҙау походтарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 62 башҡорт яугирына тархан титулы бирелә[13].
Аҙау походтарының йомғаҡтары һәм әһәмиәте
Уңыштарға ҡарамаҫтан, өлгәшелгән һөҙөмтәләр менән эштәрҙең тамамланмағанлығы күренә: Ҡырымды йәки һис юғында Керчты яулап алмайынса, Ҡара диңгеҙгә сығыу мөмкин булмай. Аҙау ҡәлғәһен тотоп тороу өсөн флот төҙөүҙе дауам итергә һәм дәүләтте заманса диңгеҙ караптары менән тәьмин итерлек белгестәр әҙерләргә кәрәк була. 1696 йылдың 20 (30) октябрендә Баяр Думаһы тейешле ҡарар ҡабул итә: «Морским судам быть…». Ошо датаны рус регуляр хәрби-диңгеҙ флотының тыуған көнө тип һанарға була. Караптар төҙөү буйынса ҙур программа раҫлана — 52 (һуңғараҡ 77) карап төҙөргә; уны тәьмин итеү өсөн яңы йөкләмәләр индерелә.
Төркиә менән һуғыш тамамланмаған була әле, шуға күрә көстәрҙе яҡшыраҡ өйрәнеү, Төркиәгә ҡаршы һуғышта союздаштар табыу һәм ғәмәлдәге союзды — Изге лиганы раҫлау, ниһайәт, Рәсәйҙең хәлен нығытыу маҡсатында «Бөйөк илселек» рус дипломатик миссияһы ойошторола. Аҙауҙы алғандан һуң, Пётр I уңышты нығытыу, союздаштар эҙләү һәм диңгеҙ эшенә өйрәтеү өсөн шәхсән рәүештә Көнбайыш Европаға барырға ҡарар итә. Был миссия «Бөйөк илселек» исемен ала һәм 1697 йылда ойошторола[14].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Русско-дагестано-калмыцкие отношения в XVII веке//Кавказ. Балканы. Передняя Азия. Махачкала, 2004. Вып.2 (9) В 1697 г. астраханские воеводы обратились к Аюке с тем, чтобы он отправился под Азов против турок и крымцев 3000 воинов, а к Терскому городу "... для опасения от приходу вора и изменника тарковского Будай шевкала (отряд тарковских кумыков сражался под Азовом в союзе с крымцами против Петра I - ред.)" и крымцев 2000 калмыков.
- ↑ 1 2 Шефов Н. А. Битвы России: энциклопедия. — М.: АСТ, 2006. — С. 10—12. — (Военно-историческая библиотека). — ISBN 5-17-010649-1.
- ↑ Доценко В. Д. Флот Петра Великого. Азовский флот. Великое посольство. Керченский поход. // Морской альманах. № 1. Гл. 1. История Российского флота.: СПб. 1992. С. 15
- ↑ Панова В. И. История Воронежского края. — Воронеж: Родная речь, 2008. — С. 43—44. — 287 с.
- ↑ 1 2 3 4 5 Хронологический указатель военных действий русской армии и флота: в 5 томах. — СПб.: Воен. тип., 1908—1913. — Т. 1 (1695—1800):. — С. 1—4.
- ↑ 1 2 Шефов Н. А. Все войны мира. Древняя Русь. Московское царство. Российская империя. — М.: Вече, 2004. — С. 279—281. — ISBN 5-9533-0170-7.
- ↑ За исключением Кази-кермена, три другие крепости (Муберек-кермен, Аслан-кермен, Мустрит-кермен) к настоящему времени не сохранились вследствие затопления острова Тавань.
- ↑ Войска Б. П. Шереметева в Казыкерменском походе 1695 г. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026. Архивировано 14 сентябрь 2016 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 "История Лейб-гвардии Преображенскаго полка, [1683-1900]: с портретами, планами, изображениями, автографами / сост. ген. от инфантерии, сенатор П. О. Бобровский. — Санкт-Петербург : Экспедиция заготовления гос. бумаг, Т.1. — 1900 г.
- ↑ 1 2 3 4 «Поход боярина и большаго полку воеводы Алексея Семеновича Шеина к Азову, взятие сего и Лютика города и торжественное оттуды с победоносным воинством возвращение в Москву», Издал в свет Василий Рубан. — Санкт-Петербург : [Тип. Мор. кадет. корпуса], 1773 г.
- ↑ Официальная дата основания города — 12 сентября 1698 года.
- ↑ Алдар Исекеев. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
- ↑ Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 22-23 с. — ISBN ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ Бакланова Н. А., Моор Карел де, Лебедев Владимир Иванович, Богословский Михаил Михайлович. Петр I. Т. 1: Детство. Юность. Азовские походы. — Ленинград: Государственное социально-экономическое издательство, 1940—1948.
Әҙәбиәт
Богословский, М. М. Пётр I: материалы для биографии / акад. М. М. Богословский; под редакцией проф. В. И. Лебедева. — Ленинград: Государственное социально-экономическое издательство, 1940—1948. — 5 т.- Гордон П. Дневник. 1690—1695 / Ред. М. Р. Рыженков. М.: Наука, 2014. — 624 с. — (Памятники исторической мысли). — Служебная: Источники книг/9785020370036|ISBN 978-5-02-038041-7.
- Гордон П. Дневник. 1696—1698 / Ред. М. Р. Рыженков. М.: Наука, 2018. — 326 с. — (Памятники исторической мысли). — Служебная: Источники книг/9785020370036|ISBN 978-5-02-040036-8.
- Манойленко Ю. Е. Русская артиллерия в Азовских походах Петра I и осаде Азова в 1736 году. // Военно-исторический журнал. — 2011. — № 11. — С. 56—61.
- Павленко Н. И. Пётр Великий. — М.: Мысль, 1990
- Павлов А. Н. Грамота Петра I Патриарху Адриану о взятии Азова // Вестник церковной истории. 2006. № 2, С. 240—242.
- Тарле Е. В. Русский флот и внешняя политика Петра I. — СПб.: Фирма «БРАСК», Морской исторический сборник, 1994.