Алтынбай (исем)

Disambig.svg
РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Викидата элементы юҡ

Алтынбай — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алтынбай ике — алтын+бай тигән башҡорт һүҙҙәренән ҡушып яһалған. Алтын һымаҡ ҡәҙерле бай тигәнде аңлата[1]

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алтынбай Хоҙайшөкөров (1776 йыл — 1852 йыл) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Фамилияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алтынбаев Рәнис Рәйес улы (18 август 1976 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, ҡурайсы-педагог, йырсы. 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары. Филология фәндәре кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019)

Алтынбаев Сәмиғулла Ғиләж улы (рус. Алтынбаев Самигулла Гилязович; 12 август 1916 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы кавалерисы. Гвардия кесе сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры Алтынбаев Самигулла Гилязович.

Алтынбаев Ғәли Мансур улы (19 ноябрь 1956 йыл) — башҡорт музыканты, аккомпаниатор-концертмейстер, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ