Артоболевский Иван Иванович

Иван Иванович Артоболевский (1905 йылдың 26 сентябре [9 октябре] [2], Мәскәү[1]1977 йылдың 21 сентябре[2][3], Мәскәү) — СССР ғалим-механигы, машиналар һәм механизмдар теорияһы белгесе; СССР Фәндәр академияһы академигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).

Биографияһы

Рухани ғаиләһендә тыуған. 1938 йылда уның атаһы — ғазап сигеүсе рухани Иван Алексеевич Артоболевский — атып үлтерелә.

1926 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай. 1927 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетында математика бүлеген экстерн булып тамамлай.

1927 йылдан — уҡытыусы эшендә була. 1929—1932 йылдарҙа Д. И. Менделеев исемендәге Рәсәй химия-технология университетының теоретик механика кафедраһына етәкселек итә. Институт тарихында иң йәш профессор була[4].

1932—1949 йылдарҙа — МДУ профессоры (тәүҙә теоретик механика кафедраһында эшләй). 1941 йылда МДУ-ның механика-математика факультетында (Б. В. Булгаков менән берлектә) ғәмәли механика кафедраһы ойоштора, был машиналар һәм механизмдар теорияһы, гироскоптар теорияһы, тирбәлеүҙәр теорияһы, идара итеү теорияһы өлкәләрендә эште активлаштырыуҙы тәьмин итә. Артоболевский был кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы була (1941—1944).[5] Мехматтың бөтә студент-механиктары өсөн мотлаҡ булған «Ғәмәли механика» йыллыҡ курсын уҡый[6]. 1942 йылдан — Мәскәү авиация институты профессоры.

1937 йылдан алып шулай уҡ СССР Фәндәр академияһының машиналар фәне институтында эшләй; машиналар һәм механизмдар теорияһы бүлеге мөдире, 1938—1941 йылдарҙа — фән буйынса директор урынбаҫары.

1939 йылда СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, ә 1946 йылдан — мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Бөтә Союз инженер-машина төҙөүселәр ғилми йәмғиәте (ВНИТОМАШ) рәйесе була. 1947 йылдан Бөтә Союз «Белем» йәмғиәтенең рәйесе урынбаҫары, 1966 йылдан — рәйесе.

Винница өлкәһенең 430-сы номерлы Тульчин һайлау округынан СССР Юғары Советы Союз Советының 7-9-сы саҡырылыш депутаты (1966—1979). СССР Юғары Советы Президиумының 9 саҡырылыш ағзаһы (1974—1979)[7][8].

СССР Милли комитетының теоретик һәм ғәмәли механика буйынса Тәүге составына инә (1956).

Файл:Могила И.И. Артоболевского.jpg
Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында И. И. Артоболевский ҡәбере

1969 йылда Машиналар һәм механизмдар теорияһы буйынса халыҡ-ара федерация (ИФТОММ) ойоштороу инициаторы һәм тәүге президенты була, унда 45 ил ҡатнаша, ул бер нисә тапҡыр президент итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Фәнни эшмәкәрлеге

undefined

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

  1. машиналар һәм механизмдар теорияһы
  2. эш машиналарының динамикаһын өйрәнеүҙең теоретик һәм эксперименталь ысулдары проблемалары

Ғилми һөҙөмтәләр

  1. Арауыҡ механизмдарының классификацияһын эшләй һәм уларҙы кинематик анализлау ысулдарын бирә,
  2. Ҡатмарлы күп звенолы механизмдарҙы кинематик анализлау ысулы булдыра (1939).

Төп хеҙмәттәре

  • Арауыҡ механизмдары теорияһы (1937)
Мемуарҙар
  • Артоболевский И. И. Жизнь и наука. Воспоминания. — М.: Наука, 2005. — 312 с. — ISBN 5-02-033830-3.

Хәтер

Файл:И. Артоболевский. Мемориальная доска в Имаш.jpg
И. Артоболевский. ИМашта мемориаль таҡта
  • Машиналар фәне институтының иҫке бинаһында мемориаль таҡтаташ.
  • Машиналар фәне институтының И. И. Артоболевский эшләгән кабинетында музей ойошторолған.
  • Латвия Диңгеҙ Пароходсылығының рефрижераторлы судноһы академик Артоболевский исемен йөрөткән.

Хеҙмәттәре

  • Механизмы в современной технике. В 7 томах.
  • Русский изобретатель и конструктор Кулибин.
  • Знакомьтесь — роботы!

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Артоболевский Иван Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 1 2 3 4 Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. 1 2 Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #124303250 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  4. Будрейко Е. Н., Жуков А. П. Профессора университета Менделеева: XX век. — Москва: РХТУ им. Д.И.Менделеева, 2006. — С. 43—44. — 756 с. — ISBN 5-7237-0513-X.
  5. Московский университет в Великой Отечественной войне, 2020, с. 85
  6. Механика в Московском университете, 1992, с. 60
  7. Список депутатов Верховного Совета СССР 7 созыва. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2017. Архивировано 13 март 2013 года.
  8. Список депутатов Верховного Совета СССР 8 созыва. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2017. Архивировано 13 март 2013 года.

Әҙәбиәт

  • Боголюбов А. Н. Иван Иванович Артоболевский. М., 1982 (в сер. «Научно-биографическая серия»)
  • Механика в Московском университете / Под ред. К. А. Рыбникова. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1992. — 168 с. — ISBN 5-211-01979-2..
  • Московский университет в Великой Отечественной войне. — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — С. 85. — 632 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.
  • Первый состав Российского национального комитета по теоретической и прикладной механике. Составители А. Н. Богданов, Г. К. Михайлов / под редакцией д-ра физ.-мат. наук Г. К. Михайлова. — Москва: «КДУ», «Университетская книга», 2018. — 70 с. ISBN 978-5-91304-805-9

Һылтанмалар

Категориялар