Мифтахетдин Аҡмулла музейы
Мифтахетдин Аҡмулла музейы (рус. Музей Мифтахетдина Акмуллы) — музей, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы. Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Туҡһанбай ауылында урынлашҡан[1].
Тарихы
Күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы 1981 йылда асыла. Мүзей Миәкә районының «Башҡортостан» колхозы иҫәбенә төҙөлә һәм 1989 йылға тиклем колхоз ҡарамағында була[2].
1988 йылда музейға республика статусы бирелә, Башҡортостан Республикаһының Милли музейына беркетелә[3]. 2002 йылға тиклем республиканың төп музейы филиалы була. 2002 йылда Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы итеп беркетелә.
Музей фонды
Музей фондында Милли әҙәбиәт музейы мәғлүмәте буйынса 400-ҙән ашыу, Башҡорт энциклопедияһы буйынса — 500-ҙән ашыу экспонат бар. Шағир үҙе яһаған йыйылмалы ағас ултырғыс иң ҡәҙерле тарихи моноят булып тора.
Экспонттар өс тематик күргәҙмә залында урынлашҡан. 1-се залда Миәкә районы яҙыусылары һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаттарына бағышланған. 2-се залда башҡорттарҙың 19 быуат аҙағы — 20 быуат башындағы традицион торлаҡ интерьеры күрһәтелгән этнографик күргәҙмә урынлашҡан. 3-сө залда Аҡмулланың тормош юлына һәм ижадына арналған экспонаттар урын алған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Музей Мифтахетдина Акмуллы. Национальный литературный музей Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2025.
- ↑ Музей Мифтахетдина Акмуллы. Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2025.
- ↑ Национальный литературный музей РБ. Национальный литературный музей РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2025.