Баймөхәмәтов Ринат Бикбулат улы

Ринат Бикбулат улы Баймөхәмәтов (рус. Ринат Бикбулатович Баймухаметов; 1953 йылдың 28 марты, Өфө) — хоккейсы, һөжүм итеүсе. СССР-ҙың спорт мастеры (1977).

Биографияһы

Ринат Бикбулат улы Баймөхәмәтов 1953 йылдың 14 мартында (документтары буйынса — 28 март) Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә хәрби лётчик ғаиләһендә тыуа[1]. Әсәһе уны өйҙә таба, Ринатты ике аҙнанан һуң ғына теркәйҙәр. Атаһын Ҡурғанға эшкә күсергәс, Ринат унда хоккей менән шөғөлләнә башлай.

Германияның Гессен ерендәге Лимбург-ан-де-Лана ҡалаһының Limburger EG клубының икенсе дивизионында уйнай.

2024 йылдың февралендә плей-офф башланыр алдынан регуляр чемпионаттың һуңғы «Спартак» — «Динамо Минск» матчында «Мегаспорт» аренаһында "Спартак"тың данлыҡлы һөжүм итеүсеһе, ветераны Ринат Баймөхәмәтов менән автограф-сессия үтә. 1978 йылдан 1981 йылға тиклем «Спартак» командаһы өсөн сығыш яһаған, данлыҡлы Александр Якушев менән бер звенола уйнарға өлгөргән СССР-ҙың спорт мастеры, Шпенглер кубогын яулаусы, шулай уҡ Европа чемпиондары кубогы финалсыһы һәм ике тапҡыр ил чемпионатының бронза призеры көйәрмәндәргә автограф тарата һәм улар менән бергә иҫтәлекле фотоға төшә[2].

Хоккей карьераһын тамамлағандан һуң Германияла тренер булып эшләй, һуңынан реабилитолог була. Мәскәүҙә йәшәй[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡаҙаныштары

Европа чемпиондары кубогының көмөш призеры (1976/1977); • СССР чемпионатының ике тапҡыр бронза призеры (1978/1979, 1979/); • Шпенглер Кубогы эйәһе (1980).

Сығыштары статистикаһы

Миҙгел Команда Лига Уйын Г П Мәрәй Штр
1968/69 «Зауралец» (Ҡурған) СССР-ҙың 23-сө чемпионаты. Класс «Б». Өсөнсө зона
1969/70 «Труд» (Ҡурған) СССР-ҙың 24-се чемпионаты. Класс «Б». Дүртенсе зона
1970/71 «Локомотив» (Омск) СССР-ҙың 25-се чемпионаты. Икенсе лига. Көнсығыш зона
1971/72 «Каучук» (Омск) СССР-ҙың 26-сы чемпионаты. Икенсе лига. Көнсығыш зона
1972/73 «Химик» (Омск) СССР-ҙың 27-се чемпионаты. Икенсе лига. Көнсығыш зона 18
1973/74 «Химик» (Омск) СССР-ҙың 28-се чемпионаты. Беренсе лига. 45 22 5 27 12
1974/75 «СКА» (Новосибирск) СССР-ҙың 29-сы чемпионаты. Икенсе лига. Көнсығыш зона
1975/76 «Бинокор» (Ташкент) СССР-ҙың 30-сы чемпионаты. Икенсе лига. Көнсығыш зона
1976/77 «Бинокор» (Ташкент) СССР№ҙың 31-се чемпионаты. Беренсе лига 49 28 4 32 39
1977/78 «Бинокор» (Ташкент) СССР-ҙың 32-се чемпионаты. Беренсе лига 47 44 12 56 52
1978/79 «Спартак» (Мәскәү) СССР-ҙың 33-сө чемпионаты, Юғары лига 35 12 6 18 21
979/80 «Спартак» (Мәскәү) СССР-ҙың 34-се чемпионаты, Юғары лига 24 8 6 14 10
1980/81 «Спартак» (Мәскәү) СССР-ҙың 35-се чемпионаты, Юғары лига 4 1 0 1 2
1980/81 «Салауат Юлаев» (Өфө) СССР-ҙың 35-се чемпионаты, Юғары лига 15 1 2 3 8
1981/82 «Бинокор» (Ташкент) СССР-ҙың 36-сы чемпионаты. Беренсе лига 27 22 15 37 40
1982/83 «Бинокор» (Ташкент) СССР-ҙың 37-се чемпионаты. Беренсе лига 69 32
1983/84 «Москвич» (Мәскәү)
1984/85 «Москвич» (Мәскәү)
1985/86 «Москвич» (Мәскәү)
1986/87 «Москвич» (Мәскәү)
1987/88 «Москвич» (Мәскәү)

Ғаиләһе

Улы банкта хәүеф-менеджмент департаменты етәксеһе булып эшләй; ҡыҙы — иҡтисадсы.

Иҫкәрмәләр

  1. Ринат Баймухаметов: Третьяк кричал через всю площадку: «Уберите Бая!» Официальный сайт ХК «Спартак» (30 март 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025.
  2. Фотографии с автограф-сессии с прославленным нападающим «Спартака» — Ринатом Баймухаметовым. kbvolna.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025.
  3. Ринату Баймухаметову – 70 лет! XК «Спартак» Москва. Официальный сайт (28 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2025. (рус.)