Байсубин Рамаҙан Юламан улы

Байсубин Рамаҙан Юламан улы (Рамаҙан Юламанов; 1789—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Биографияһы

Байсубин Рамаҙан Юламан улы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы) Ғәле ауылында йәшәгән[1].

1807 йылдың 1 ғинуарынан казак булып хеҙмәт итә. 1810 йылдың 18 ғинуарында зауряд-сотник званиеһын ала.

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем8-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 8-се Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 6 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара[2]. Кострома ополчение корпусы составында 8-се Башҡорт полкы Калиш ҡәлғәһенә һөжүм итеүҙә ҡатнаша[3]. 1813 йылдың 9 сентябрендә 8-се полк Глогауҙы блокадалау өсөн тәғәйенләнгән Польша армияһының корпусына индерелә һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2][4]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 8-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.

1810 һәм 1830 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә.

Бүләктәре

Ғаиләһе

Ҡатыны — Сәғиҙә; улдары — Фәйрүш һәм Әхмәтйәр[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 110. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
  2. 1 2 Рахимов Р. Н., 2012, с. 400-401
  3. Усманов А. Н., 1964, с. 79
  4. Усманов А. Н., 1964, с. 82

Әҙәбиәт

  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
  • Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.
  • Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.