Байғужа (исем)

Викидата элементы юҡ

Байғужа — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимологияһы

Байғужа — бай һәм ғужа (хужа) һүҙҙәре ҡушылып яһалған исем.[1] Фарсы теленән бай әфәнде, хужа, изге хужа тигән мәғәнәләрҙе аңлата[2].
Байғужа исеменән Байғужин (Байгузин) фамилиялары барлыҡҡа килә.

Билдәле кешеләр

Фамилияла

Байғужин Һөйөндөк Садиҡ улы (1939 йыл — 2000 йыл), хеҙмәт алдынғыһы. 1955—1999 йылдарҙа Хәйбулла районының Аҡъяр совхозы тракторсыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы.

Байғужин Марат Ғариф улы (1964 йыл — ?) — Афғанстан Республикаһында интернациональ бурысын үтәгәндә вафат булып ҡалған Көйөргәҙе районы егете.

Иҫкәрмәләр

  1. Таңһылыу Күсимова. 2018 йылдың 16 май көнөндә [https://web.archive.org/web/20180516203613/http://bashklip.ru/site/kitap/isembashklip_ru.pdf архивланған. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ