Бареев Юрий Петрович
Бареев Юрий Петрович (18 ғинуар 1945 йыл) — юрист, дәүләт органдары, сәнәғәт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1991 йылдан Салауат производство торлаҡ ремонт-эксплуатация тресы идарасыһы урынбаҫары, 1993—2003 йылдарҙа — идарасыһы. 1994—2003 йылдарҙа ҡала советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1995) һәм «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2000) менән бүләкләнеүсе. Рәсәй Федерацияһы торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы, Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған (2018) хеҙмәткәре. Ҡаланың почётлы гражданы (2008).
Биографияһы
Юрий Петрович Бареев 1945 йылдың 18 ғинуарында Башҡорт АССР-ының[1] Мәләүез районы Ергән ауылында тыуған[2].
Юғары белемле: Башҡорт дәүләт университетын[3] тамамлаған[4].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1967 йылда Салауат нефть химияһы комбинатында[5] аппаратсы булып башлай[2].
1972 йылдан — Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Хеҙмәт ресурстарын файҙаланыу буйынса идаралығы вәкиле, ҡаланың эшкә урынлаштырыу бюроһы мөдире[4].
1975 йылдан — Салауат ҡала халыҡ контроле комитетының рәйес урынбаҫары[2].
1976 йылда төп эшенән айырылмай, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай[4].
1982 йылдан — Салауат ҡалаһындағы Кардан заводы директорының режим һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары[2].
1991 йылдың сентябрендә Салауат торлаҡ ремонтлау-эксплуатация производство тресы идарасыһы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[4].
1993 йылдың апреле — 2003 йылдың июне — трест идарасыһы[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
• 1994 — 2003 йылдарҙа Салауат ҡалаһы ҡала округы советы депутаты[2], төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса депутат комиссияһы рәйесе, ҡала советы президиумы ағзаһы[4]
• 2008 — 2016 йылдарҙа Ветерандарҙың Бөтә Рәсәй ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк ойошмаһының Салауат ҡалаһы ҡала округы ветерандар советы рәйесе[2][6]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2018)[4]
• Рәсәй Федерацияһы торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре (2000)[2]
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1995)[4]
тулы исемлек
• «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2000)[2]
• РСФСР Халыҡ контроле комитетының Почёт грамотаһы (1981)[2]
• Башҡорт АССР-ы Халыҡ контроле комитетының Почёт грамотаһы (1979)[2]
• Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь комплексы буйынса дәүләт комитетының ике Почёт грамотаһы (1999, 2002)[2]
• Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының ике Почёт грамотаһы (1999, 2001)[2]
• Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2008)[4]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Салават: энциклопедия / гл. ред. Л. О. Шипанова. — Уфа: Башк. энцикл., 2018. — 536 с.: ил. ISBN 978-5-88185-397-6 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2025)
- ↑ Хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Администрация городского округа город Салават Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная → Городской округ → Почетные граждане → Бареев Юрий Петрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2025)
- ↑ Хәҙер «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
- ↑ Сайт «ЗАЧЕСТНЫЙБИЗНЕС». Бареев Юрий Петрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2025)
Һылтанмалар
• Салават: энциклопедия / гл. ред. Л. О. Шипанова. — Уфа: Башк. энцикл., 2018. — 536 с.: ил. ISBN 978-5-88185-397-6 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2025)
• Администрация городского округа город Салават Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная → Городской округ → Почетные граждане → Бареев Юрий Петрович (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2025)