Белоруссия милли парктары һәм ҡурсаулыҡтары исемлеге
Белоруссия милли парктары һәм ҡурсаулыҡтары исемлеге — Беларусь Республикаһы территорияһында урынлашҡан милли парктар һәм ҡурсаулыҡтар теҙмәһе.
Беларусь Республикаһында 2 ҡурсаулыҡ һәм 4 милли парк, шулай уҡ 433 заказник һәм 861 тәбиғәт ҡомартҡыһы бар[1].
Беларусь Республикаһы картаһында милли парктар һәм ҡурсаулыҡтар (нөктәнең ҙурлығы һаҡланыусы биләмәнең майҙанына пропорциональ)
Милли парктар
ҠурсаулыҡтарТарихы
• 1925 — Беларусь ССР-ында тәүге биосфера ҡурсаулығы — Березина ҡурсаулығы ойошторола.
• 1939 — Беларусь ССР-ына ҡушылға территорияла Беловежье шырлығы ҡурсаулығы ойошторола.
• 1969 — Припять ҡурсаулығы ойошторола.
• 1988 — Полесье ҡурсаулығы ойошторола.
• 1991 — Беловежье шырлығы ҡурсаулығы Беловежье шырлығы милли паркы тип үҙгәртелә.
• 1995 — Браслав күлдәре милли паркы ойошторола.
• 1996 — Припять ҡурсаулығы Припять милли паркы тип үҙгәртелә, уның майҙаны арта.
• 1999 — Нарочанск милли паркы ойошторола[2].
Исемлек
| № | Атамаһы | Урынлашыуы | Картала | Майҙаны (га) | Ойошторолоу датаһы | Төр |
|---|---|---|---|---|---|---|
| Ҡурсаулыҡтар[1] | ||||||
| 1 | Березина биосфера ҡурсаулығы | Витебск һәм Минск өлкәләре сигендә | 85 200 | 1925 | ||
| 2 | Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы | Чернобыль атом аварияһы арҡаһында радиациянан иң ныҡ бысранған Гомель өлкәһенең Брагин, Наровлянск һәм Хойник райондары территорияһындағы ситләтеү зонаһында ойошторолған [3] | 216 100 | 1988 | ||
| Милли парктар[1] | ||||||
| 1 | Беловежье шырлығы | Беларустың (Гродно һәм Брест өлкәләре) һәм Польшаның дәүләт сигендә | 152 962[комм. 1] | 1409[комм. 2] | ||
| 2 | Нарочанск | Минск һәм Витебск өлкәләре сигендә | 93 300 | 1999 | ||
| 3 | Браслав күлдәре | Витебск өлкәһенән көнбайышы | 69 115 | 1995 | ||
| 4 | Припять | Гомель өлкәһе | 188 000[комм. 3] | 1969[комм. 4] | ||
Әҙәбиәт
- Заповедники СССР. Заповедники Прибалтики и Белоруссии / Под общ. ред. В. Е. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — Мысль, 1989. — 320 с.
- Сапожникова Э.,. Национальные парки и заповедники Беларуси. — Адукацыя і выхаванне, 2022. — 48 с.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Особо охраняемые природные территории. Министерство природных ресурсов и охраны окружающей среды Республики Беларусь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2023.
- ↑ Всемирный день заповедников и национальных парков. Национальный институт образования Министерства образования Республики Беларусь (11 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2023.
- ↑ Заповедники СССР. Заповедники Прибалтики и Белоруссии./ Под общ. ред. В. Е. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — 1989, 320 с.