Бикбулатов Закир Ғиҙелхаҡ улы

Закир Ғиҙелхаҡ улы Бикбулатов (рус. Бикбулатов Закир Гизельхакович; 1950 йылдың 28 марты, Исламғол, Башҡорт АССР-ы) — ветеринария табибы-ғалим, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, һәүәҫкәр спортсы, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1985 йылдан Мәләүез районы Шевченко исемендәге колхоз һәм «Дружба» хужалығы рәйесе, 1996 йылдан — Мәләүез элеваторы директоры, 2000—2015 йылдарҙа Дәүләкән районы хакимиәте башлығы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Салауат Юлаев (2010)[2] һәм Халыҡтар дуҫлығы (2015) ордендары кавалеры. I класлы ғәмәлдәге муниципаль советник[3].

Биографияһы

Закир Ғиҙелхаҡ улы Бикбулатов 1950 йылдың 28 мартында Башҡорт АССР-ының[4] Мәләүез районы Исламғол ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].

1966 йылда урта мәктәпте тамамлай һәм Мәләүез районы «Нөгөш» колхозында үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай[3].

1968 йылдың октябренән 1969 йылдың декабренә тиклем саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була[2].

1970 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы институты ветеринария факультетының көндөҙгө бүлеге студенты[3]. Уҡыу йылдарында саңғы спорты менән мауыға, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша[2].

1975 йылдан — Мәләүез районы «Нөгөш» колхозының баш ветеринар табибы[3].

1979 йылдан — Нөгөш колхозы рәйесенең мәҙәниәт буйынса урынбаҫары. Был ваҡытта художестволы үҙешмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә: район мәҙәниәт йортоноң хор солисы була[2].

1982 йылдан — Свердловск Юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы[3].

1984 йылдан — Мәләүез районы Мәжит Ғафури исемендәге колхоздың партком секретары[2].

1985 йылдан — Мәләүез районы Шевченко исемендәге колхоз һәм артабан «Дуҫлыҡ» хужалығы рәйесе[3].

1996 йылдан — Мәләүез элеваторы директоры[2].

1997 йылда «Использование питательных веществ рационов и мясная продуктивность молодняка крупного рогатого скота при откорме на свекловичном жоме» темаһына диссертация яҡлай[5]. Рәсәй ауыл хужалығы академияһының Бөтә Рәсәй ит малсылығы ғилми-тикшеренеү институтының диссертация советы ҡарары менән «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһе бирелә.

2000 — 2015 йылдарҙа — Дәүләкән районы муниципаль районы хакимиәте башлығы[2], вазифаһын ваҡытынан алда ҡалдыра[6].

2004 йылда Закир Ғиҙелхаҡ улына Дәүләкән районының Почётлы гражнанины исеме бирелә[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1981)
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999)
  • Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы (1999)
  • «Башхлебоптицепром» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Почёт грамотаһы (2000)
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2003)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2005)[8]
  • «Рәсәй профсоюздарына 100 йыл» миҙалы (2005)
  • Салауат Юлаев ордены (2010)
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2010)
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (2013)[9]
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2015)[10]
  • Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районының почётлы гражданы (2024) [2]
  • Мәләүез районы Арыҫлан ауыл советы ауыл биләмәһенең почётлы гражданы[11]

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 https://sovet-davlekanovo.ru/honorable/?ELEMENT_ID=23467&ysclid=m96xlw3iwi678451120
  2. ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Совет Муниципального района Давлекановский район Республики Башкортостан. Почетные граждане Давлекановского района и города Давлеканово. Бикбулатов Закир Гизельхакович  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2025)
  3. ↑ 1 2 3 4 5 6 Единый республиканский бизнес-портал. Бикбулатов Закир Гизельхакович  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2025)
  4. ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
  5. ↑ Использование питательных веществ рационов и мясная продуктивность молодняка крупного рогатого скота при откорме на свекловичном жоме : автореферат дис. ... кандидата сельскохозяйственных наук : 06.02.02 / ВНИИ мясного скотоводства.- Оренбург, 1997.- 29 с.: ил. РГБ ОД, 9 98-3/2685-9. Электронная библиотека диссертаций dslib.net (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2025)
  6. ↑ История смены руководителей МКУ Администрация МР Давлекановский район. Сайт «find-org.net» (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2025)
  7. ↑ Почетные граждане. Муниципальный район Давлекановский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2026.
  8. ↑ Архив документов Республики Башкортостан (c) 2025. Указ от 25.03.2005 г № УП-108 «О награждении Почетной грамотой Республики Башкортостан Бикбулатова З.Г.» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2025)
  9. ↑ ПРЕЗИДЕНТ РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ. РАСПОРЯЖЕНИЕ «О поощрении»: За достигнутые трудовые успехи и многолетнюю добросовестную работу объявить благодарность Президента Российской Федерации БИКБУЛАТОВУ Закиру Гизельхаковичу — главе администрации муниципального района Давлекановский район Республики Башкортостан. 31 июля 2013 года, N 292-рп (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2025)
  10. ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 27 марта 2015 г. N УГ-72 «О награждении орденом Дружбы народов Бикбулатова З.Г.». Сайт Гарант, 27.03.2015 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2025)
  11. ↑ Славный сын Мелеузовского района Закир Бикбулатов отмечает 75-летие. Мелеузовская районная газета «Путь Октября», 27 марта 2025 года (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2025)