Брук Соломон Ильич

Брук Соломон Ильич (3 февраль 1920 йыл — 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия капитаны, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы артиллерия штабы начальнигы ярҙамсыһы[2]. Ике I дәрәжә Ватан һуғышы, II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры[3] СССР һәм Рәсәй этнографы, география фәндәре докторы, профессор, СССР дәүләт премияһы лауреаты (1987), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Тарихи-этнографик һәм донъя халыҡтары һәм диндәре тураһында эш циклы өсөн Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (2001) (үлгәндән һуң). СССР-ҙа этник һәм этнодемография картографияһына нигеҙ һалыусы[4].

Биографияһы

Брук Соломон Ильич 1920 йылдың 3 февралендә Белорус ССР-ы Рогачёв ҡалаһында йәһүд ғаиләһендә тыуған. 1937 йылда Мәскәү дәүләт университетының география факультетына уҡырға инә, ләкин, һуғыш башланыу сәбәпле, уҡыуы өҙөлә. 1942 йылда Новосибирск өлкәһе Барабинск районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының артиллерия штабы начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Һуғыштан һуң, 1947 йылда, МДУ-ны тамамлай[2]. 19531994 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге Этнология һәм антропология институтында эшләй. 19531958 йылдарҙа кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 19581963 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире, 19631968 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Миклухо-Маклай исемендәге Этнография институтының директор урынбаҫары. 1980 йылдар аҙағында ошо институттың ғилми консультанты, шулай уҡ СССР Үҙәк статистика идаралығының халыҡ иҫәбен үткәреү ваҡытында милли состав мәсьәләләре буйынса баш ғилми консультант булып тора.

«Численность и расселение народов мира» (М.,1962) фундаменталь баҫма һәм «Атлас народов мира» (М.,1964) булдырыуҙа төп роль уйнай. «Донъя халыҡтары: тарихи-этнографик белешмә» (1988) һәм «Рәсәй халыҡтары: энциклопедия» (1994) этнографик энциклопедик баҫмаларҙың баш мөхәррире урынбаҫары булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Библиография

  • «Донъя халыҡтары һаны һәм урынлашыуы». Серия: Донъя халыҡтары. СССР фәндәр Академияһы, 1962 й.;
  • «Ер шары халыҡтары». М., 1965;
  • «The World Today Population». Moscow, 1977;
  • «Этник геодезия географияһы һәм картографияһы проблемалары». М., 1978;
  • «Украин этносының һаны һәм урынлашыуы XVII—XX быуат башында» // СЭ, 1981. № 5;
  • «Донъя халҡы. Этнодемографический справочник». Мәскәү, 1981 й.;
  • Брук С. И. Население мира: Этнодемографический справочник / Отв. ред. д-р ист. наук проф. П. И. Пучков; Рецензент: чл.-корр. АН СССР В. П. Алексеев; Институт этнографии имени Н. Н. Миклухо-Маклая АН СССР. — Изд. 2-е, перераб. и доп. — М.: Наука, 1986. — 832 с. — 78 000 экз. (в пер)
  • В. А. Никонов, «География фамилий» // Отв. ред. д-р геогр. наук И. С. Брук; Рецензенты: д-р ист. Г. Л. Смолицкая, д-р ист. наук Р. Ш. Джарылгасинова ; Ордена Дружбы народов Институт этнографии имени Н. Н. Миклухо-Маклая Академии наук СССР. — М. : Наука, 1988. — ISBN 5-02-009945-7.