Бүләков Ирнес Ҡасим улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бүләков Ирнес Ҡасим улы
Буляков Ирнес Касимович.jpg
Тыуған көнө 1 октябрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (80 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ының
(хәҙер Башҡортостан Республикаһы)
Учалы районы Малай-Муйнаҡ ауылы
Гражданлығы Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Эшмәкәрлеге педагог, географ, ауыл һәм урман хужалығы, мәғариф, партия, урындағы башҡарма һәм муниципаль орган хеҙмәткәре
Наградалары һәм премиялары

Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, СССР-ҙың мәғариф һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы

Бүләков Ирнес Ҡасим улы (рус. Буляков Ирнес Касимович; 1 октябрь 1944 йыл) — педагог, географ, ауыл һәм урман хужалығы, мәғариф, партия, урындағы башҡарма һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1992—2004 йылдарҙа Йәрмәкәй район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, СССР-ҙың мәғариф һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Райондың почётлы гражданы (2018).

Ирнес Ҡасим улы Бүләков 1944 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының[1] Учалы районы Малай-Муйнаҡ ауылында тыуған[2].

Хәҙерге Краснокама районы үҙәге Николо-Берёзовка ауылындағы бер йыллыҡ урмансылар мәктәбен, Өфө индустриаль техникумын һәм Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1961 йылда Учалы районының «Байрамғол» совхозында комбайнсы булып башлай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

• Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре
• СССР-ҙың мәғариф отличнигы
• РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы
• Йәрмәкәй районының почётлы гражданы (2018)


Муниципальный район Ермекеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане. Буляков Ирнес Касимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2024)