Гордеев Михаил Викторович
Михаил Викторович Гордеев (1957 йылдың 19 сентябре, Ҡыҙыл Шишмә, Башҡорт АССР-ы) — ботаник, биолог, фитотерапевт-ғалим, йәмәғәтсе. Башҡортостан Фитотерапевтар ассоциацияһының вице-президенты, Рәсәй Фитотерапевтар йәмғиәтенең президиум ағзаһы, фитоүҙәктәр селтәрен булдырыусы, «Здравница травника Гордеева М. В.» фитоүҙәген нигеҙләүсе, «Здоровье нации» Республика йәмғиәт ойошмаһы рәйесе. Биология фәндәре кандидаты (2003). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәйҙең халыҡ дауалаусыһы.
Мейе һәм барлыҡ эске ағзаларҙың эшмәкәрлеген үләндәр һәм тәбиғи ысулдар менән тергеҙеүҙең уникаль методикаһын булдырыусы.
Биографияһы
Гордеев Михаил Викторович 1957 йылдың 19 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылында тыуған[1].
Саҡырыу буйынса Төркөстән хәрби округында (рус.)баш. СССР Ҡораллы Көстәренең ракета ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәттә була[1].
1983 йылда «Биолог-ботаник» һөнәре буйынса Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо йылда «Шүлгән-Таш Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында башлай[2].
Артабан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең үҫемлек ресурстары һәм геоботаника лабораторияһында эшләй.
1995 йылдан фәнни, консультатив һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып бара.
Шул уҡ ваҡытта үләндәр менән дауалау серҙәрен үҙләштерә, тәжрибәле фитотерапевтар менән бәйләнеш булдыра. Бөтә Советтар Союзына билдәле Василий Ковсалёвтың мираҫын өйрәнә.
Танылған үлән белгесе, фитопрепараттарҙың уникаль рецептураһын булдырыусы Нәзим Шараповтың ассистенты була. Фитотерапевт (рус.)баш. һәм публицист, дарыу үләндәре тураһында китаптар авторы Рим Ахмедов менән бергә пациенттар ҡабул итә.
1995 йылда Өфөлә үҙенең тәүге фитоүҙәген булдыра. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә фитоүҙәктәр селтәре («Центр оздоровительного питания "Здравница травника Гордеева"») етәксеһе.
Гордеев бренды аҫтында был селтәр Өфөлә һәм Башҡортостан ҡалаларында ғына түгел, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Чебоксарҙа, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск һәм башҡа бик күп ҡалаларҙа эшмәкәрлек алып бара[2].
Михаил Викторович үләндәр дауаһын һәм уның дауалау буйынса оригиналь методикаһын өйрәнергә теләүсе табиптар өсөн уҡытыусы һәм юҫыҡ биреүсе, сығыштар яһай, видеояҙмалар ҡуя. Кәңәш һәм ярҙам һорап хатта сит илдәрҙән дә мөрәжәғәт итәләр.
Гордеевтың фитоүҙәктәре табиптар менән берлектә эшләй. Дауа өсөн үләндәр Гордеевтың үҙенең етәкселегендә Башҡортостандың һәм Алтайҙың экологик яҡтан таҙа урындарынан ғына йыйыла.
Дарыу сеймалының тап тәғәйенләнеше һәм сифаты етештереү һәм һынау бойондороҡһоҙ аккредитация лабораторияһында тикшереү үтә. Хәҙерге көндә бик күп шифалы үлән ҡатышмалары клиник һынауҙарҙы уңышлы үткән.
Фәнни эшмәкәрлеге
2003 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтында (Өфө) кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Күп һанлы фәнни публикациялар авторы. Фитотерапевтарҙың Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендәге конференциялар һәм съездарҙа әүҙем ҡатнаша, сығыш яһай, тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Гордеев эшмәкәрлегенә нигеҙләнеп туғыҙ кандидатлыҡ диссертацияһы (рус.)баш. яҡланған. Фитоүҙәк хеҙмәткәрҙәре тарафынан алтмыштан ашыу мәҡәлә баҫтырылған. Уйлап табыуға патент алынған.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан Фитотерапевтар ассоциацияһының вице-президенты
- Рәсәй Фитотерапевтар йәмғиәтенең президиум ағзаһы
- «Здоровье нации» республика йәмғиәт ойошмаһы рәйесе
Мәҡәләләре
- Гордеев М. В. и др. Экспериментальное исследование протективного влияния экстракта фитотерапевтической композиции с циклодекстрином на развитие остеопороза // Вопросы курортологии, физиотерапии и лечебной физической культуры. — 2017 — 94(5). — С. 18-24.
- Гордеев М. В. Особенности гормонального статуса и характеристика костного метаболизма при остеопорозе у женщин с неблагоприятным репродуктивным анамнезом : дис. … канд. биол. наук : 03.00.04. — Уфа, 2003. — 131 с.
- Бородин С. В., Гордеев М. В. и др. Факторный анализ биохимических и клинических показателей асептического некроза головки бедренной кости // Гений ортопедии. — 2018. — Т. 24. — № 4. — С. 487—491.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре;
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ табибы (Народный целитель Российской Федерации);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ табибы;
- «Күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн» миҙалы («За многолетний плодотворный труд»);
- Нуриман районының почётлы гражданы (2017)[1];
- Гордеев рецептураһы буйынса етештерелгән продукция 2000 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» дипломына лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Гордеев Михаил Викторович. Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан. Официальный сайт администрации (2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 Гордеев Михаил Викторович, вице-президент Ассоциации фитотерапевтов Башкирии, член Президиума Российского общества фитотерапевтов, создатель сети фитоцентров. Секреты долголетия – официальный бренд ООО «Парафарм» (17 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2025. (рус.)
Һылтанмалар
- Гордеев Михаил Викторович, вице-президент Ассоциации фитотерапевтов Башкирии, член Президиума Российского общества фитотерапевтов, создатель сети фитоцентров (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
- Лекция травника Гордеева М. В. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
- Видео встречи Гордеева М. В. и иеромонаха Моисея (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
- Фитоцентр Гордеева М.В (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)