Гәрәев Филүс Фазлиәхмәт улы
Филүс Фазлиәхмәт улы Гәрәев (рус. Филюс Фазлиахметович Гараев ; 1941 йылдың 24 октябре, Иҫке Йәнйегет, Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, СССР — 1990 йылдың 1 апреле, Өфө, Башҡорт АССР-ы) — совет йырсыһы (баритон). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1978)[1][2].
Биографияһы
1941 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылында тыуған[1].
1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген (Р. Р. Әхмәҙиева класы) тамамлай.
1964—1966 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 25-се урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1965 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада солисы, 1986—1990 йылдарҙа музыкаль-әҙәби лекторийҙың солист-вокалисы була[1][2].
СССР, Венгрия, Польша буйлап гастролдәрҙә йөрөй[1][3].
1990 йылдың 1 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат була[1].
Ижады
Йырсының тауышы йомшаҡ, бәрхәт тембрлы, башҡарыу алымы баҫалҡылылығы менән айырыла[2]. Башҡорт халыҡ йырҙарын, шулай уҡ композиторҙар әҫәрҙәрен башҡара.
Репертуары
Репертуарында:
- башҡорт композиторҙары йырҙары (Х. Ф. Әхмәтов, Н. Ә. Дауытов, З. Ғ. Исмәғилев, Ш. З. Ҡолбарисов, Р. М. Хәсәнов, Р. Р. Йыһанов);
- башҡорт халыҡ йырҙары («Ғайса ахун», «Ирәндек», «Ҡара юрға», «Уйыл», «Һандуғас»);
- К. Я. Листов, Б. А. Мокроусов, О. Б. Фельцман һ. б. йырҙары була[1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
Ғаиләһе
- Ҡатыны — Йәүһәриә Гәрәева[4].
Хәтер
2014 йылдың 7 октябрендә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Филүс Гәрәев иҫтәлегенә арналған концерт үтә[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 В. Х. Әйүпова. Гәрәев Филүс Фазлиәхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 В. Х. Аюпова. Гәрәев Филүс Фазлиәхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Гараев Филюс Фазлиахметович. Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
- ↑ «Башкирский соловей» Филюс Гараев. neftekamsk.bezformata.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
- ↑ Башгосфилармония продолжает цикл ретро-концертов. Башинформ (30 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.