Йыһанов Рәшит Рәхим улы

Йыһанов Рәшит Рәхим улы (рус. Зиганов Рашит Рахимович; 1952 йылдың 28 июне, Өфө, Өфө өлкәһе, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — совет һәм Рәсәй композиторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008). Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы (1989) һәм Рәсәй Композиторҙар союзы ағзаһы. ВЦСПС премияһы лауреаты (1988)[1].

Биографияһы

Рәшит Рәхим улы Йыһанов 1952 йылдың 28 июнендә Өфөлә балетмейстер Рәхим Фәйез улы Йыһанов ғаиләһендә тыуған.

Киев консерваторияһының композиция бүлегендә уҡыған. 1977 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған (З. Ғ. Исмәғилев класы). Институтты тамамлағас, 2012 йылға тиклем шунда эшләгән. 2012 йылдан һуң Өфө дәүләт нефть техник университетында (ӨДНТУ) профессор булып уҡытыу эшен дауам иткән; атап әйткәндә, 2016 йылда дизайн кафедраһында уҡытҡан[2]. 1995—2001 йылдарҙа композиция кафедраһын етәкләгән, 1997 йылда профессор исеме бирелгән. 1992—1995 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Композиторҙар союзы Музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры, 1992—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары булған.

Рәшит Йыһанов «Шаян», Өфө дәүләт нефть техник университетының «Альтарес» (1978—1982), БДПИ-ның «Инзер» (1982—1995) музыкаль төркөмдәрен, «Нефтяник» мәҙәниәт һарайының «Ufa» рок төркөмөн ойошторған һәм уларҙың художество етәксеһе булған.

Рәсәй ҡалаларында, шулай уҡ сит илдәрҙә — Германияла, Голландияла, Бельгияла, Австрияла, Англияла, Вьетнамда, Әрмәнстанда, Ҡаҙағстанда, Чехословакияла һәм башҡа урындарҙа концерттар менән сығыш яһаған. «Европа — Азия» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашҡан[3].

Ижады

Йыһанов төрлө жанрҙарҙа әҫәрҙәр ижад иткән. Улар араһында:

Балеттар
  • «Ал сәскә» (2003, С. Т. Аксаков әкиәте буйынса И. Х. Хәбиров либреттоһы);
  • «Ут» (1998, Ә. Атнабаев драмаһы буйынса Хәбиров либреттоһы);
  • «Ҡара һыуҙар» оратория-балеты (1977, М. Кәрим поэмаһы буйынса);
  • «Урал батыр» (2002, башҡорттарҙың героик эпосы мотивтары буйынса И. Хәбиров либреттоһы).
Симфоник әҫәрҙәр
  • Симфоник поэма (1980).

8 симфония, шул иҫәптән:

  • № 1 (1987, Op. 27 in F);
  • № 2 «Ышаныу символдары» (1996, Op. 37 in G);
  • № 3 «Дала әреме» (1998, Op. 47 in D);
  • № 4 «Салауат Юлаевҡа гимн» / «Салауат Юлаевҡа йыр» (2002—2003, Op. 58 in A);
  • № 5 «Бөйөк Абдрахман» (2006, Op. 27 in F);
  • № 6 «Һуғышҡа ҡаршы» (2006—2008, Op. 63 / Op. 68 in E).
Хор һәм вокаль әҫәрҙәр
  • Салауат Юлаев шиғырҙарына «Тыуған Уралым» хор поэмаһы (1996);
  • А. А. Блок шиғырҙарына «Скифтар» хор циклы (1992);
  • М. Ғәли, Р. Мифтахов шиғырҙарына вокаль циклдар.
Йырҙар, шул иҫәптән
  • С. Ш. Поварисов һүҙҙәренә «Ауылымдың айлы кистәре», Р. Х. Ниғмәтуллин һүҙҙәренә «Умырҙая», Г. Юнысова һүҙҙәренә «Әсәй»;
  • тауыш һәм фортепиано өсөн балалар йырҙары (Op. 31, 1989);
  • башҡорт халыҡ йырҙары эшкәртмәләре (Op. 17, 1979).
Камера-инструменталь әҫәрҙәр
  • фортепиано соло өсөн һигеҙ соната;
  • кларнет, флейта, скрипка һәм фортепиано өсөн сонаталар;
  • тынлы, һуҡма һәм фортепиано ҡоралдары өсөн квинтет (1980, Op. 20);
  • ҡыллы квартеттар (шул иҫәптән № 1, 1995, Op. 38);
  • кларнет, фагот һәм фортепиано өсөн трио (Op. 26, 1986);
  • виолончель һәм фортепиано өсөн соната (Op. 55, 2005) һәм башҡалар.
Драма спектаклдәренә музыка
  • М. Хәйҙәровтың «Кейәү» спектакле (Салауат драма театры, 1974);
  • С. Поварисовтың «Тыуған ауыл таңдары» спектакле (С. Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайының Өфө халыҡ театры, 1975);
  • М. Фәйзиҙең «Аҡ ҡалфаҡ» спектакле (Туймазы драма театры, 1991).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008 йылдың 24 апреле) — сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн[4].
  • ВЦСПС премияһы лауреаты (ВЦСПС Президиумының 08.06.1988 йылғы № 29445 ҡарары).

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Союз композиторов России. www.unioncomposers.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  2. ↑ Зиганов Рашит Рахимович. Studfile. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2026.
  3. ↑ Зиганов Рашит Рахимович - Башкирская энциклопедия. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  4. ↑ Указ Президента Российской Федерации от 24 апреля 2008 года № 574 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2026. Архивировано 10 апрель 2016 года.

Әҙәбиәт

  • Давыдова Э. М. Творчество Р. Зиганова // Башҡортостан ҡыҙы. 1992. № 12
  • Юнысова Г. А. Яны йырҙар // Башҡортостан ҡызы. 1995.
  • Зинатшина Н. В. Творческий путь Рашита Зиганова// Башҡортостан. 1982. № 11
  • Зиновьева Т. С. Музыкальный дебют // Китап — Уфа, 1995.
  • II Международный фестиваль Европа-Азия // Буклет Изд. СК РТ — Казань, 1996.
  • Скурко Е. Р. Композиторы и музыковеды Башкортостана // Китап — Уфа, 2002.-240с.