Диваев Рәшит Мансур улы
Рәшит Мансур улы Диваев (рус. Рашит Мансурович Диваев; 1929 йылдың 12 ғинуары, Туҡай, Башҡорт АССР-ы — 2010 йылдың 7 сентябре, Дүртөйлө, Башҡортостан Республикаhы) — совет һәм Рәсәй агрономы, Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районындағы «Октябрь» колхозының баш агрономы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)[1].
Биографияһы
1929 йылдың 12 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантонындағы Туҡай ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районында) тыуа[1][2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1943 йылда Ауырғазы районының Сталин исемендәге колхозында башлай. 1947 йылдан Өфө паровоздар ремонтлау заводында сәнәғәт ҡорамалдары слесары булып эшләй. 1951—1954 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә[1].
1954 йылдан алып Туҡай ауылында баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры була. 1958 йылда Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы мәктәбен тамамлай. 1958—1960 йылдарҙа Ауырғазы районында — «Ленин юлы» колхозы рәйесе урынбаҫары, 1960 йылдан «Октябрь» колхозының баш агрономы булып эшләй. 1968 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай[1][2].
Ул эшләгән осорҙа хужалыҡта иҡтисади күрһәткестәр үҫә: баҫыуҙарҙа уңдырышлылыҡ, фермаларҙа етештереүсәнлек арта. Иген, техник һәм мал аҙығы культураларының уңдырышлылығын арттырыуға тупраҡты эшкәртеү ысулдарын ҡулланыу, сәсеү әйләнешен камиллаштырыу, органик ашламаларҙы файҙаланыу юлы менән өлгәшелә[1].
1969 йылда «Октябрь» колхозы иген етештереү планын 162 процентҡа үтәй, уңыш гектарынан 21,3 центнер тәшкил итә. Дәүләткә 17 745 центнер иген һатыла (план 9 100 центнер була), был заданиеға ҡарата 195 процент тәшкил итә. Колхоз бураларына 5 500 центнер орлоҡ һалына (ихтыяж 4 500 центнер була). 1970 йылда хужалыҡ иген культураларының һәр гектарынан — 24,8 центнер, шәкәр сөгөлдөрөнән — 281 центнер, картуфтан — 150 центнер, кукуруздың йәшел массаһынан — 240 центнер, тамыраҙыҡтарҙан — 440 центнер, бесән үләндәренән 28 центнер йыйып ала[2]. Дәүләткә йыллыҡ ит һатыу планы — 140 процентҡа, һөт — 180 процентҡа, йөн тапшырыу 123 процентҡа үтәлә, һауым һәр һыйырҙан 2 846 килограмм тәшкил итә[1].
Һигеҙенсе биш йыллыҡ (рус.)баш. (1966—1970) осоронда ауыл хужалығы продукцияһын тулайым етештереү, 1961—1965 йылдар кимәле менән сағыштырғанда, иген буйынса — 180 процент, шәкәр сөгөлдөрө буйынса — 175 процент, картуф буйынса — 190 процент, мал аҙығы культуралары буйынса 150 процент тәшкил итә. Иген буйынса биш йыллыҡ әҙерлек планы — 208 процентҡа, шәкәр сөгөлдөрө буйынса — 136 процентҡа, картуф буйынса — 103 процентҡа, һөт буйынса — 149 процентҡа, ит буйынса — 126 процентҡа, йөн буйынса 123 процентҡа үтәлә[1].
Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә һәм дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ продукттарын тапшырыуҙың биш йыллыҡ планын үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге Указы менән Р. М. Диваевҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].
1994 йылда хаҡлы ялға сыға, әммә 1995 йылға тиклем «Октябрь» колхозында эшләүен дауам итә[2]. 2010 йылдың 7 сентябрендә вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы, 1971 йылдың 8 апреле);
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966);
- СССР миҙалдары;
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1981);
- Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының почётлы гражданины[1].
Баҫылған хеҙмәттәре
- Животноводству — полноценные корма. — Уфа, 1973[2].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. − Т. 2: В-Ж. — 624 с. ISBN 5-88185-062-9
Һылтанмалар
- Каргапольцев С. Диваев Рәшит Мансур улы. «Герои страны» сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2026.