Днепров Пётр Алексеевич
Днепров Пётр Алексеевич (Поганкин[1]) (16 ғинуар 1919 йыл — 23 июль 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1945). 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Биографияһы
Пётр Алексеевич Днепров 1919 йылдың 16 ғинуарында Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙенең Островка ауылында (хәҙерге Татарстан Республикаһының Мөслим районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Шунган урта мәктәбендә уҡыған, тулы булмаған урта белемле.
Хеҙмәт юлын Урта Азия геология тресында топограф булып башлай. Һуңынан Башҡорт АССР-ының Өфө районында колхозда эшләй.
1939 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1941 йылда танк мәктәбен тамамлай. 1941 йылдың 10 ноябренән Бөйөк Ватан һуғышының яу яландарында.
Төньяҡ-Көнбайыш, Воронеж, 1-се Украин, 1-се һәм 2-се Белорус фронттары ғәскәрҙәре составында Курск алышында (1943 йыл), Житомир-Бердичев, Львов-Сандомир (икеһе лә 1944 йыл), Варшава-Познанка һәм Берлин (икеһе лә 1945 йыл) һөжүм операцияларында ҡатнаша.
1945 йылдың ғинуарында Польшаны азат итеү өсөн барған алыштарҙа 1-се Белорус фронтының 1-се гвардия танк армияһы 11-се гвардия танк корпусы 44-се гвардия танк бригадаһы танк батальоны командиры урынбаҫары гвардия капитаны Пётр Днепров батырлыҡ күрһәтә[2].
1945 йылдың 14-18 ғинуарында Днепров етәкселегендәге разведка отряды Пилица йылғаһына сыға һәм кисеү таба. Бригаданың төп көстәре кисеү аша сыға көтмәгәндә дошманға һөжүм итә. Лович ҡалаһы өсөн алыш ваҡытында уның отряды Бзура йылғаһында миналар ҡуйылған күперҙе баҫып ала, уны дошмандан шартлатырға бирмәй. Күпер аша корпус частарының алға етеҙ хәрәкәт итеүен тәьмин итә[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» гвардия капитаны Пётр Днепровҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[2][3][4].
Һуғыш тамамланғандан һуң Днепров майор дәрәжәһендә запасҡа ебәрелә. Киевта йәшәй, партия эшендә була. Һуңынан «Облпромбытгаз» инженеры булып эшләй.
1974 йылдың 23 июлендә Киевта вафат була. Ҡаланың Лукьяновск хәрби зыяратында ерләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- Ленин ордены
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1942)[5],
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы (1944),
- башҡа миҙалдар [2].
Хәтер
- Татарстан Республикаһы Мөслим муниципаль районы Урыҫ Шуғаны урта дөйөм белем биреү мәктәбенә Пётр Днепров исеме бирелгән. Мәктәп бинаһына таҡтаташ ҡуйылған.
- Татарстан Республикаһы Мөслим муниципаль районы Урыҫ Шуғаны һәм район үҙәге Мөслим ауылдарында урамдар Днепров П. А. исемен йөрөтә.
- Татарстан Республикаһының Мөслим муниципаль районы Мөслим ауылында хәрби һәм хеҙмәт даны Мемориаль комплексында П. А. Днепровҡа бюст ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ СССР Юғары Советының 1955 йыл 19 майындағы ҡарары менән фамилияһын Днепров Петр Алексеевич тип үҙгәрткән.
- ↑ 1 2 3 4 5 Днепров Пётр Алексеевич. «Герои страны» сайты.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 32, л. 7)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 13, л. 525, 526)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 275, л. 15, 256)
Сығанаҡтар
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Герои Советского Союза — наши земляки. Книга 1. — Казань, 1982.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.