Насретдинова Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы

Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдинова (рус. Зайтуна Агзямовна Насретдинова1923 йылдың 14 авгусы, Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР2009 йылдың 1 октябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет балет артисы, педагог. СССР-ҙың (1955) һәм РСФСР-ҙың (1954) халыҡ, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1946) артисы. Октябрь Революцияһы (1976), «Почёт Билдәһе» (1946) ордендары кавалеры.

Биографияһы

1923 йылдың 14 авгусында Өфөлә тимер юл эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Баш ҡаланың 20-се мәктәбен (әле — Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ленинград хореография училищеһының (әле — А. Ваганова исемендәге рус балеты академияһы) башҡорт бүлексәһен тамамлай. 1941 йылдың июлендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында солист булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

Эшмәкәрлеге

Зәйтүнә Насретдинова сирек быуатҡа торошло оҙон сәхнә тормошонда милли, рус һәм сит ил классик спектаклдәрендә сағыу һәм ҡабатланмаҫ образдары аша үҙен киң диапазонлы талантлы классик бейеүсе тип танытты. Улар — Одетта һәм Одиллия, Аврора (П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» һәм "Йоҡоға талған һылыу"ы), Никия, Китри (Л. Минкустың «Баядерка»һы һәм "Дон Кихот"ы), Жизель һәм Мирта (А. Адандың "Жизел"е), Франциска (И. Штраустың "Зәңгәр Дунай"ы), Эсмеральда (Ц. Пуниҙың «Эсмеральда»һы) һәм башҡалар.

«Сыңрау торна» тәүге милли балетындағы Зәйтүнгөл образы улар араһында айырым урынды биләй. Балет авторҙары — либреттист Ф. Ғәскәров, композиторҙар Л. Степанов һәм З. Исмәғилев үҙҙәренең әҫәрен йәш һәм талантлы балеринаға арнай. Улар Хәләф Сафиуллин менән театрҙың сит илдәргә гастролгә сыҡҡан тәүге артистары. Германия, Болгария, Венгрия, Польша, Куба, Монголия, Бөйөк Британия, Шотландия, Ирландия, Корея тамашасыларының һөйөүен яулай.

Зәйтүнә Насретдинова бар ғүмерен бейеүгә арнай һәм 40 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балет труппаһының педагог-репетиторы булып эшләй. Уның тырышлығы менән Башҡортостанда бөтә донъяға танылыу яулаған Өфө балет мәктәбе эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1946);
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949);
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1953);
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1955);
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1949);
  • Октябрь революцияһы ордены (1976);
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1946);
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почёт грамоталары;
  • «Мэтр танца» номинацияһында «Душа танца» апизы (2005, «Балет» журналы);
  • Почётное звание «Международный профессионал» Почётлы исеме (2006, издательство «Международный биографический центр» нәшриәте);
  • «Намыҫ һәм ҡаҙаныш өсөн» номинацияһында «Алтын битлек» милли театраль премияһы (2008).

Ғаиләһе

  • Тормош иптәше — Хәләф Сафиуллин (1921—1965), балет артисы, балетмейстер. РСФСР-ҙың халыҡ (1955), БАССР-ҙың халыҡ (1949) һәм атҡаҙанған (1946) артисы.

Хәтер

  • Өфөлә Зәйтүнә Насретдиноваға һәйкәл ҡуйыла[1].

Иҫкәрмәләр

  1. Баш ҡалала легендар балерина Зәйтүнә Насретдиноваға һәйкәл ҡуйыла. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 13 февраль (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2017)