Искәндәр Ярлыҡапов
Искәндәр Ярлыҡап улы | |
---|---|
Тыуған ваҡыты | 1785 |
Тыуған урыны | Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Һарыбай ауылы |
Үлгән ваҡыты | билдәһеҙ |
Вафат урыны | билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | Рәсәй империяһы |
Хеҙмәт итеү йылдары | 1802—? |
Хәрби звание | сотник |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814) |
Искәндәр Ярлыҡапов (1785—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Искәндәр Ярлыҡапов Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Һарыбай ауылында йәшәгән. Төрки һәм рус телдәрендә уҡый-яҙа белгән[1].
1802 йылдың 1 ноябренән — казак, 1804 йылдың 13 декабренән — пятидесятник, 1807 йылдың 1 декабренән — писарь, 1808 йылдың 28 февраленән — зауряд-хорунжий, 1812 йылдың 22 майынан зауряд-сотник булып хеҙмәт итә.
1804 йылда Уральск ҡалаһында баш күтәргән казактарҙы тынысландырыуҙа ҡатнаша. 1806 йылда дистанция башлығы булып хеҙмәт итә.
1807 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 1808 йылда Ҡырғыҙ-ҡасаҡ далаһында баш күтәргән ҡаҙаҡтарҙы тынысландырыуҙа ҡатнаша. 1809 йылда резерв командаһы составында хеҙмәт итә.
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 8-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 8-се Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 6 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара[2]. Кострома ополчение корпусы составында 8-се Башҡорт полкы Калиш ҡәлғәһенә һөжүм итеүҙә ҡатнаша[3]. 1813 йылдың 9 сентябрендә 8-се полк Глогауҙы блокадалау өсөн тәғәйенләнгән Польша армияһының корпусына индерелә һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2][4]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 8-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.
1816 йылда дистанция башлығы булып хеҙмәт итә. 1819 йылда — 1820 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙендә ихтилалсыларҙы тотоуҙа ҡатнаша.
1821 йылдың 11 майында 14-се класҡа һәм нәҫел дворяндары ҡатламына күтәрелә[1].
1833 йылда дистанция башлығы булып хеҙмәт итә. 1833 йылдың 18 майынан кантон башлығының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1835 йылдың 25 февралендә сотник чинына күтәрелә.
Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡатындары — Сәлимә, Ғәбиҙә һәм Хәбибъямал; улдары — Әхмәткирәй, Мөхәмәтҡол, Йомағужа, Әлмөхәмәт, Динмөхәмәт; ҡыҙҙары — Фатима һәм Мөхибъямал[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 104—105. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
- ↑ 2,0 2,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 400—401
- ↑ Усманов А. Н., 1964, с. 79
- ↑ Усманов А. Н., 1964, с. 82
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.