Йәнекәев Дәрд Ғәли улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Дәрд Ғәли улы Йәнекәев
Дэрд Еникеев.jpg
Тыуған көнө 21 март 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ының
Бәләбәй ҡалаһы
Вафат көнө 13 апрель 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (91 йәш)
Вафат урыны Мәскәү ҡалаһы
Ил Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Ғилми даирәһе психиатрия һәм наркология
Эшләгән урыны
Альма-матер Башҡорт дәүләт
медицина институты
Ғилми дәрәжәһе медицина фәндәре докторы[d] (1979)
Ғилми исеме профессор
Награда һәм премиялары II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Йәнекәев Дәрд Ғәли улы (рус. Еникеев Дэрд Галиевич; 21 март 1925 йыл, Башҡорт АССР-ының Бәләбәй ҡалаһы13 апрель 2016 йыл, Мәскәү ҡалаһы) — психиатр-ғалим, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты, 1973 йылдан — Ҡазан Табиптарҙың белемен камиллаштырыу институты, 1996 йылдан — хәҙерге Ҡазан дәүләт медицина академияһы уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.

Дәрд Ғәли улы Йәнекәев 1925 йылдың 21 мартында Башҡорт АССР-ының[1] Бәләбәй ҡалаһында тыуған[2]. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән[2].

1933 йылда мәктәпкә уҡырға бара. 10-сы синыфта үҙ теләге менән һуғышҡа китергә ғариза яҙа[3].

1943 йылдың февралендә мобилизация буйынса Ҡыҙыл Армияға саҡырыла, ошо йылдың октябрендә 3-сө Украина фронтының 20-се танк корпусы 20-се танк бригадаһында хеҙмәт итә башлай. Яралана, госпиталдә дауаланғандан һуң 333-сө уҡсылар дивизияһының 1118-се уҡсылар полкына ебәрелә, 1944 йылдың авгусынан октябренә тиклем взвод командиры була, лейтенант. Икенсе тапҡыр яраланғас, һаулығының торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла[4].

1944 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[5].

Демобилизацияланып ҡайтҡандан һуң, урта мәктәпте тамамлай һәм 1947 йылда ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә[3].

Юғары һөнәри белем алғандан һуң, үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1952 йылда Өфө ҡалаһының 1-се амбулаторияһында невропотолог булып башлай, артабан баш табип булып эшләй[3].

1966 йылданВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы[2].

1973 йылданҠазандағы Табиптарҙың белемен камиллаштырыу институты уҡытыусыһы, психиатрия һәм наркология кафедраһы мөдире[3].

1996 йылдан —хәҙерге Ҡазан медицина академияһы уҡытыусыһы, психиатрия һәм наркология кафедраһы мөдире[2][3].

Ғалим 2016 йылдың 13 апрелендә Мәскәүҙә вафат була[2].

Төп ғилми хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Сравнительное изучение эффективности лечения инсулином и аминазином больных параноидной шизофренией / Дис. ... к.м.н. – Уфа, 1966. – 250 с.
  • Патоморфоз шизофрении под влиянием разных методов лечения / Автореф. дис. ... д.м.н. – М., 1978. – 36 с.
  • Влияние трудовой деятельности на течение заболевания и социальную реадаптацию больных шизофренией // Материалы V Всесоюзного съезда невропатологов и психиатров. – М., 1969.
  • Закономерности действия медикаментозной терапии и психотропных препаратов при лечении больных рекуррентной формой шизофрении // Роль соматических и личных факторов в этиопатогенезе нервных и психических расстройств. – Уфа, 1972.
  • Табакокурение как вид токсикомании: методические рекомендации для врачей / Д. Г. Еникеев, И. С. Болотовский. – Казань, 1982. – 24 с.
  • Победивший себя – могуч / Д. Г. Еникеев, И. С. Болотовский. – Казань : Татар. кн. изд-во 1986. – 156 с.
  • Чифиризм как вид токсикомании: методические рекомендации / Д. Г. Еникеев и др. – Казань : ГИДУВ, 1988. – 27 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[2]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)[2]
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ЙӘНЕКӘЕВ Дәрд Ғәли улы  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 31 март 2025)
  3. 1 2 3 4 5 Казанская психиатрия. Научная деятельность. Посвящается 150-летию Республиканской клинической психиатрической больнице имени академика В. М. Бехтерева МЗ РТ. Научно-популярное издание. — Авт.-сост.: Менделевич Д.М., Митрофанов И.А., Яхин К.К. — Казань : Медицинский издательский дом «Практика», 2018. — 300 с. — ISBN 978-5-6042034-1-5 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 31 март 2025)
  4. Министерство обороны Российской Федерации. Проект «Память народа». Еникеев Дэрд Галиевич. Сведения из картотеки личного состава (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 31 март 2025)
  5. POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны. Награда Дерта Еникеева. Чем награждён: Орден Красной Звезды
  • Казанская психиатрия. Научная деятельность. Посвящается 150-летию Республиканской клинической психиатрической больнице имени академика В. М. Бехтерева МЗ РТ. Научно-популярное издание. — Авт.-сост.: Менделевич Д.М., Митрофанов И.А., Яхин К.К. — Казань : Медицинский издательский дом «Практика», 2018. — 300 с. — ISBN 978-5-6042034-1-5.