Климов Юрий Семёнович
Ю́рий Семёнович Кли́мов (1961 йылдың 21 сентябре, Мораҡ, Башҡорт АССР-ы — 2000 йылдың 9 ғинуары, Аргун[d], Чечен Республикаһы) — СССР Ҡораллы Көстәре һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының хәрби хеҙмәткәре. Милиция подполковнигы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (4 апрель 2000 йыл, үлгәндән һуң)[1].
Биографияһы
Иртә йылдары һәм хәрби хеҙмәте
Климов Юрий Семёнович 1961 йылдың 21 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһының) Күгәрсен районы Мораҡ ауылында тыуған[2]. Урындағы 1-се урта мәктәпте тамамлағандан һуң, саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә алына.
1984 йылда Новосибирск Юғары хәрби-сәйәси дөйөм ғәскәр училищеһын тамамлай. 1984—1990 йылдарҙа Төркөстан хәрби округының махсус тәғәйенләнештәге частарында хеҙмәт итә — рота командиры урынбаҫары, аҙаҡ батальон командиры урынбаҫары була. Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша[1][3]. 1993 йылда Мәскәүҙә Хәрби-сәйәси академияны тамамлай. Шул уҡ йылда Ҡораллы Көстәрҙәге хәрби хеҙмәттән запасҡа сыға һәм Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәтен башлай[1].
Эске эштәр министрлығында хеҙмәте
1993 йылдан — Новосибирск өлкәһе эске эштәр идаралығының Бердск ҡалаһындағы ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлегендә оперуполномоченный (рус.)баш., аҙаҡ ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы Көнбайыш Себер төбәк идаралығында төрлө вазифалар биләй. 1996 йылда Тиҙ эш итеүсе махсус отряд (СОБР) ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша һәм уның етәксеһе була[2].
1995 йылда махсус задание менән Чечняға китә һәм законһыҙ хәрби формированиеларға ҡаршы операцияларҙа ҡатнаша:
- 1995 йылдың 1 июлендә Әли-Баба тарлауығында операция менән етәкселек итә, уның барышында боевиктарҙың һуғыш кәрәк-ярағы склады юҡ ителә. Климовтың хәрби оҫталығы һәм аҡыллы етәкселеге һөҙөмтәһендә операция ваҡытында беҙҙең яҡтан юғалтыуҙар булмай, Юрий Семёновичҡа Батырлыҡ ордены бирелә;
- 1996 йылда — Грозный ҡалаһында боевиктарҙың базаһын юҡ итеүҙә ҡатнаша. Уның һөҙөмтәһендә милиция подполковнигы икенсе Батырлыҡ орденына лайыҡ була[1][3].
Батырлығы һәм үлеме
1999 йылдың 1 декабренән Чечняға командировкаға ебәрелгән Көнбайыш Себер РУБОП-ының берләштерелгән СОБР отрядына етәкселек итә.
2000 йылдың 9 ғинуарында отряд Грозныйҙа заданиены үтәгәндән һуң кире ҡайтҡанда Арғун ҡалаһына инеү юлында бронетехника оҙатыуы булмаған «Урал» автомашинаһы боевиктарҙың засадаһына эләгә.
Алыш барышында Климов яраланған водителде ышыҡ йәшерен урынға сығара һәм оборона ойоштора. Боеприпастар бөтә башлағас, командир уларҙы алып килер өсөн боевиктар эштән сығарған йөк машинаһына йүгерә. Боеприпастар менән кире килгәндә ул снайпер (рус.)баш. пуляһынан үлемесле яра ала. Климов килтергән боеприпастар отрядҡа алышты дауам итергә һәм хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә[1][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ике Батырлыҡ ордены (1995 — Әли-Баба тарлауығында операция өсөн; 1996 — Грозныйҙағы операция өсөн)[2][3];
- Рәсәй Федерацияһы Геройы (4 апрель 2000 йыл, үлгәндән һуң) — Рәсәй Президенты Указы № 633[1][2];
- «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы[4];
- Рәсәй Эске эштәр министрлығының ведомство миҙалдары;
- «Рәхмәтле афған халҡынан интернационалист-яугиргә» миҙалы[3].
Хәтер
Герой Новосибирск ҡалаһының Академгородок районындағы Көньяҡ зыяратта ерләнгән.
- Новосибирскиҙа, Климов тамамлаған Новосибирск Юғары хәрби-сәйәси дөйөм ғәскәр училищеһы территорияһында Геройҙың бюсы ҡуйылған[1];
- Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мораҡ ауылындағы урамға һәм хәрби-патриотик клубҡа Юрий Климин исеме бирелгән, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[2];
- Герой исеме Дан аллеяһының пилондарында (Дан монументы эргәһендә) һәм ул командалыҡ иткән «Сибиряк» СОБР махсус подразделениеһы бинаһында мәңгеләштерелгән[1];
- 2021 йылдан Новосибирскиҙа йыл һайын Юрий Климов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй «Себер Кубогы» самбо турниры үткәрелә. Ярыштар мастерҙар кимәленә эйә, ойоштороусылары — Өлкә самбо федерацияһы һәм Росгвардия идаралығы[5];
- 2021 йылда ГТРК «Новосибирск» Геройҙың биографияһына һәм батырлығына арналған «Яңғыҙ алыш» тигән документаль фильм сығара[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 А. Е. Мельников. Климов Юрий Семёнович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 Е. А. Смирнов. Климов Юрий Семёнович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (17 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 4 5 Климов Юрий Семёнович, подполковник милиции. Региональная общественная организация «Лига ветеранов службы по борьбе с организованной преступностью». Официальный сайт (2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Климов Юрий Семёнович. Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Всероссийский турнир по самбо памяти Юрия Климова. Всероссийская федерация самбо. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.
- ↑ В Новосибирске стартовали Всероссийские соревнования по самбо памяти Героя России Юрия Климова. BezFormata. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.
Әҙәбиәт
- Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / Авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа: Китап, 2016. — 327 с. — ISBN 978-5-295-06554-5.
Һылтанмалар
- Новосибирское высшее военное командное училище. Официальный сайт. Герои училища. Климов Юрий Семёнович (рус.).
- Сетевое издание «Информационно аналитический портал «VIPERSON» (Виперсон) (рус.).
- Участники боевых и миротворческих действий (рус.).
- Музей истории города Уфы. Официальный сайт (рус.).
- Книга памяти Новосибирского высшего военного командного училища (рус.). 2026 йылдың 24 август көнөндә архивланған. (рус.).
- ИА Башинформ, 21 сентября 2016 года. Герои страны — уроженцы Башкортостана: Юрий Климов (К 55-летию со дня рождения) (рус.).