Культура і життя (гәзит)
«Культура і життя» | |
---|---|
Файл:Culture and life, 15-2017.pdf | |
Оригиналь атамаһы |
укр. Культура і життя |
Тип | Гәзит |
Форматы | А3 |
Нәшер итеүсе | Национальное газетно-журнальное издательство[d] |
Ил | |
Мөхәррир | Букет Евгений Васильевич |
Нигеҙләү датаһы | 1913 |
Теле | украин теле |
Төп офисы | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Культура і життя (рус. Культура и жизнь, башҡ. Мәҙәниәт һәм тормош) — Украина мәҙәниәт министрлығының украин телендә нәшер ителгән аҙналыҡ гәзите.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтөн Украина Үҙәк Башҡарма Комитеты органы булған «Известия» (украинса «Вісті») гәзитенә ҡушымта булараҡ 1923 йылда «Література, наука, мистецтво» (башҡортса «Әҙәбиәт, фән, сәнғәт») исеме менән сыға башлай, 1925 йылдан — «Культура і побут» («Мәҙәниәт һәм көнкүреш»), 1929 йылдан — «Література і мистецтво» («Әҙәбиәт һәм сәнғәт»).
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында (1941-1943) баҫма Ворошиловградта (хәҙер Луганск), артабан Өфөлә һәм Мәскәүҙә, һуңыраҡ Харьковта донъя күрә. Башта Харьковта баҫылған гәзит 1945 йылдан Киевта «Радянське мистецтво» («Советское искусство», «Совет сәнғәте» ) исеме менән, 1955-1965 йылдарҙа «Радянська культура» («Советская культура», «Совет мәҙәниәте») атамаһы менән нәшер ителә[1].
Өфөнөң хәҙерге Гоголь урамы, 28-се йортта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украина ССР-ының Яҙыусылар союзы идараһы урынлаша. 1942 — 1943 йылдарҙа гәзит «Әҙәбиәт һәм сәнғәт» атамаһы аҫтында Иван Кочерга (1962 йылдың 29 декабрендә вафат була) мөхәррирлегендә сыға. Баҫма биттәрендә илебеҙҙең төрлө ҡалаларында һәм ауылдарында йәшәүсе яҙыусылар, артистар, композиторҙар, Украинаның фән эшмәкәрҙәре сығыш яһай. Мәҫәлән, 1942 йылдың 17 октябрендәге һанында Павло Тычинаның «За священную советскую землю» поэмаһы менән бер рәттән Мәжит Ғафуриҙың «Ҡарт һалдат анты» шиғыры баҫыла. Киев опера театрының «Запорожец за Дунаем» спектакленең Өфөләге премьераһы тураһында мәғлүмәт һәм башҡа хәбәрҙәр бирелә[2].
Гәзитте мөхәррирләү менән бер рәттән Иван Кочерга ижад өсөн дә ваҡыт таба. Башҡортостанда йәшәү ваҡытында ул башҡорт халҡының 1812 — 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында либретто яҙыу өсөн материалдар йыя. Һуңынан УССР-ҙың Тарас Шевченко исемендәге Фәндәр академияһы Әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар бүлегендә башҡорт әҙбиәтенең башҡа совет халыҡтары әҙәбиәттәре менән бәйләнештәрен өйрәнеүсе ғалим Суфиян Сафуанов Иван Кочерганың «Батыр яҙмышы» тип исемләнгән ҡулъяҙмаһына юлыға. Унда француз баҫҡынсыларына ҡаршы көрәшергә киткән башҡорт полкы яугирҙәре һәм полктың ҡыйыу старшинаһы Сафир Сулпанов тураһында һүҙ бара. Үкенескә күрә, драматургтың хыялы тормошҡа ашмай ҡала. 1944 йылда Украина совет ғәскәрҙәре тарафынан нимес илбаҫарҙарынан азат ителгәс, туғандаш украин халҡының барлыҡ ижади интеллигенция вәкилдәре менән бергә Иван Антонович Кочерга ла тыуған яҡтарына юллана[2].
Бөгөнгө исеме «Культура і життя» менән гәзит 1965 йылдан сығып килә. Һуңғы йылдарҙағы тиражы — уртаса 3 мең дана. Украинаның һәм сит илдәрҙең мәҙәни-тарихи тормошона, сәнғәттең төрлө төрҙәренә, шул иҫәптән музейҙар, клубтар, китапханалар эшмәкәрлегенә, үҙешмәкәр сәнғәт мәсьәләләренә, унда әүҙем ҡатнашыусыларға арналған мәҡәләләр гәзит биттәрендә даими донъя күрә. Милли мәҙәниәтте тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау хаҡында көнүҙәк материалдар ҙа баҫмала йыш сыға. Украин мәҙәниәтенең сәйәси золом ҡорбандары булған, төрлө сәбәптәр арҡаһында онотолоуға дусар ителгән арҙаҡлы вәкилдәре исемдәрен киң ҡатлам уҡыусыларға еткереү бурысын да гәзит эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра. «Көнүҙәк» (украинса «Актуально») «Халыҡ-ара бәйләнештәр» («Міжнародні зв’язки»), «Онотолмаҫтар» («Незабутні»), «Ҡурсала» («Обереги»), «Мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлайыҡ» («На захист культурних надбань»), «Һәйкәлдәр һәм хәтер» («Пам’ятки і пам’ять») һәм тағы ҡайһы бер башҡа рубрикаларҙың материалдары уҡымлылар иҫәбендә[1].
Гәзиттең беренсе мөхәррире - В. Голубой, 2011 йылдан - уны Л. Гнатюк етәкләй, 2015 йылдың майынан – баш мөхәррир Евгений Букет.
Хеҙмәттәшлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Культура і життя» гәзитенең былтырғы 49-сы-52-се һанында башҡорт шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (1995), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). 2012 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире Гүзәл Ситдиҡованың Михаил Петренконың «Дивлюсь я на небо» шиғырының - башҡортса, 33-се һанда Башҡортостандың сатирик һәм юмористик шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, СССР Яҙыусылар (1988) һәм Журналистар (1976) союздары ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марсель Сәлимовтың хикәйәһенең украин теленә тәржемәһе донъя күрә. Быйылға 17-се һанда Башҡортостанға ҡағылышлы мәҡәләләр сыға.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Культура і життя // Київ та регіони. Хто є хто 2004–2005. — 2005.
- Національне газетно-журнальне видавництво // Золотий фонд нації 2012. — К. — 2012. — С. 409–410.
- http://ufa-gid.com/ocherki/ufimskiy-period-zhizni-ivana-kochergi.html