Көнсығыш (космодром)
| Йылына осороуҙар һаны | ||||
|---|---|---|---|---|
| 2016 | 1 | |||
| 2017 | 1 | |||
| 2018 | 2 | |||
| 2019 | 1 | |||
| 2020 | 1 | |||
| 2021 | 5 | |||
| 2022 | 1 | |||
Көнсығыш космодромы — Алыҫ Көнсығышта Амур өлкәһенең Циолковский ҡалаһы янындағы Рәсәй космодромы[2]. Свободный ҡалаһынан 45 км төньяҡтараҡ урынлашҡан. Яҡындағы тимер юл станцияһы — «Ледяная». Беренсе Рәсәй граждандар космодромы. Дөйөм майҙаны — яҡынса 700 км².
2007 йылдың 6 ноябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин космодром төҙөү тураһындағы указға ҡул ҡуя. 2010 йылда эш башлау хөрмәтенә «иҫтәлекле билдә» һалына. 2011 йылда техник һәм эскиз проектлауы башлана. Көнсығыш космодромының беренсе сираты 2012 йылда төҙөлә башлай һәм 2016 йылдың апрелендә тамамлана.
Космодром йыһанға үҙ аллы сығыуҙы тәьмин итеү, халыҡ-ара һәм коммерция космос программаларын тормошҡа ашырыуҙы гарантиялау, Байконур космодромының үҙҡиммәтен кәметеү һәм Амур өлкәһендәге социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыу маҡсатында төҙөлә.
Яңы космодромдың өҫтөнлөгө шунда: осоу траекторияһының башланғыс участкаһы Рәсәйҙең халыҡ тығыҙ йәшәгән райондарынан һәм сит илдәр территорияларынан үтмәй, айырылып төшкән өлөштәренең төшөү райондары Рәсәй территорияһының аҙ халыҡ йәшәгән райондарында йәки нейтраль һыуҙарҙа урынлашҡан, үҫешкән тимер юлдарға һәм автомобиль юлдарына яҡын, шулай уҡ Ҡаҙағстан менән бәйле сәйәси хәүефтәрҙе кәметеүгә булышлыҡ итә.
Космодром муссонлы климатлы төбәктә урынлашҡан, ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура −25,6 °C (оҙайлы күҙәтеүҙәрҙең абсолют минимумы −49,0), июлдә уртаса айлыҡ температура +20,6 (оҙайлы күҙәтеүҙәрҙең абсолют максимумы +39,1).
2016 йылдың 28 апрелендә унан тәү тапҡыр ерҙең өс яһалма юлдашы орбитаға уңышлы осорола. 2016 йылдың 28 апреленән 2022 йылдың 22 октябренә тиклем бөтәһе 12 орбиталь ракета ебәрелә[3].
Космодромдың старт комплексы Рәсәй Банкы 2017 йылдың 12 октябрендә[4][5] сығарған ике мең һумлыҡ банкнотаның[6] кире яғында һүрәтләнгән.
2023 йылдың февраленә асыҡ һәм урта класлы «Союз-2» ракеталары өсөн «Площадка 1С» ракеталар комплексы эшләй. «Ангара» төрө ракеталары өсөн «Площадка 1А» яңы старт комплексы төҙөлә.
Тарихы
Космодромды төҙөү
Беренсе сираты
Президент Владимир Путин яңы космодром өсөн майҙансыҡ һайлауҙа шәхсән үҙе ҡатнаша[8]. Уны булдырыуҙың маҡсаты: СССР тарҡалғандан һуң Ҡаҙағстанға ҡараған Байконур космодромынан бойондороҡлолоҡто кәметеү[9]. 1996 йылдың мартында президент Борис Ельциндың указы менән булдырылған Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 2-се дәүләт һынау космодромы һайлана[9]. 2007 йылдың мартында Свободный космодромын бөтөрөү тураһындағы указға ҡул ҡуйыла[9]. 2007 йылдың 6 ноябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин «Восточный космодром тураһында» 1473с һанлы Указға ҡул ҡуя[10]. 2008 йылдың 1 июлендә космодром проекты Федераль космос агентлығы идараһы тарафынан раҫлана[11]. Осоу комплекстарының һәм башҡа объекттарҙың урынлашыуы космодром проектында һәм уны эшләү программаһында билдәләнә[12]. 2010 йылдың авгусында космодром төҙөү буйынса эш башлау хөрмәтенә иҫтәлекле билдә ҡуйыла[13].
2011 йылда техник һәм алдан проектлау башлана, эш менән идара итеүселәр тәғәйенләнә, космодром төҙөлә башлай[14]. 2012 йылдың июлендә старт комплексын төҙөү буйынса эштәр башлана[1]. РФ Махсус төҙөлөш директоры урынбаҫары Александр Бусыгин һүҙҙәренсә, 2013 йылдың сентябрендә уның айырым объекттарын төҙөү графиктан ике айға артта ҡала[15]. Космодромдың административ һәм торлаҡ үҙәге булып Циолковский ҡалаһы тора, ул ябыҡ Углегорск ҡалаһы территорияһында төҙөлә[16].
Космодромды төҙөү графиктан 26 айға артта бара, әммә төҙөлөш вице-премьер Дмитрий Рогозин күҙәтеүенә күсерелгәндән һуң, артта ҡалыу 2014 йылдың ноябренә 4 айға тиклем ҡыҫҡара. Эш хаҡы түләнмәй, бүленгән аҡса урлана[17]. Ғәйеплеләр тейешле язаһын ала[17].285 миллион һум күләмендәге бурыс 2017 йылдың мартында ғына ҡайтарыла[17].
Космодромдан тәүге осоу 2015 йылдың 25 декабрендә башҡарылырға тейеш була, әммә уның ҡайһы бер объекттары әҙер булмау сәбәпле, уны эшләтеп ебәреү 2016 йылға күсерелә[18]. 27 апрелдә старт техник проблемалар арҡаһында бер тәүлеккә кисектерелә[19], бының өсөн Дмитрий Рогозин менән Игорь Комаров президент Владимир Путин тарафынан шелтәләнә[20]. 2016 йылдың 8 апрелендә ерҙең яһалма өс юлдашын орбитаға беренсе осороу уңышлы үтә[21].
Космодромды төҙөүҙең беренсе этабын 2016 йылдың 31 октябренә тамамлау планлаштырыла[22]. 2016 йыл аҙағына уның бөтә объекттары файҙаланыуға тапшырыла[23]. Август айында Циолковский ҡалаһында космодром төҙөүселәргә һәйкәл асыла[24].
Циолковский ҡалаһында административ бина төҙөлөшө 2017 йылдың мартына тамамлана[25]. Королев, Гагарин һәм 2018 йылға Терешкова исемендәге урамдар барлыҡҡа килә[26].
Төҙөлөштөң икенсе этабын 2017 йылдың икенсе яртыһында башлау планлаштырыла[27], ә файҙаланыуға 2021 йылда тапшырылырға тейеш була[28].
2019 йылдың мартында космодромда «Союз-2» ракеталарын орбитаға экваторға 51,6 градус ауышлыҡ менән ебәреү маршруты асыла. Ул Халыҡ-ара йыһан станцияһына пилотлы һәм йөк йыһан аппараттарын осороу өсөн ҡулланыла ала[29].
Икенсе сираты
2020 йылдың 10 июлендә космодромға «Ангара» космос ракета комплексының старт майҙансығы компоненттары менән беренсе тимер юл платформалары килә[30]. Төҙөлөш эштәрен тамамлау 2022 йылға билдәләнгән һәм параллель рәүештә технологик ҡорамалдар ҡуйыу буйынса эштәр йәйелдерелергә тейеш. Бынан һуң, 2023 йылдың декабрендә «Ангара» ракетаһының тәүге осошо тормошҡа ашырылһын өсөн, комплекслы автономлы һынауҙар үткәрелергә тейеш була[31].
Өсөнсө сират
Старт майҙансығын төҙөү «Энергия» ракета ташыу машинаһы өсөн ғәмәлгә ашырылған принциптар буйынса планлаштырыла. Унан урта класлы «Союз-5» һәм «Союз-6» ракеталары, шулай уҡ «пакет» блоктарына берләшкән бер нисә ракета ебәрелә ала[32]. 2020 йылдың февралендә шулай уҡ урта класлы «Союз-5» һәм «Союз-6» ракеталарын осороу өсөн айырым старт майҙансығы төҙөләсәге тураһында иғлан ителә[33].
Эксплуатациялау
Ракетаны беренсе тапҡыр осороу 2015 йылдың 25 декабренә планлаштырыла[18]. Беренсе старт, космодромдың ҡайһы бер объекттары төҙөлөп бөтмәү сәбәпле, Рәсәй Федерацияһы Президенты В. Путин ҡарары менән 2016 йылдың яҙына күсерелә[18].
Ракета ташыусының идара итеү системаһында яуап сигналы булмау сәбәпле, 2016 йылдың 27 апрелендә планлаштырылған осороу автоматик старт системаһы тарафынан туҡтатыла һәм бер тәүлеккә кисектерелә[34][19].
Беренсе старт 2016 йылдың 28 апрелендә бирелә[35][36][37]. «Союз-2.1а» ракетаһы орбитаға өс йыһан аппаратын: «Михайло Ломоносов», «Аист-2Д» һәм «СамСат-218» наноюлдашын ебәрә[38].
Сираттағы старт 2017 йылдың 28 ноябрендә үтте. «Союз-2.1б/Фрегат» ракетаһы «Метеор-М № 2-1» юлдашы менән осорола, әммә тейешле орбитаға сыҡмай[39].
2018 йылда 2 старт башҡарыла (тәүгеһе 1 февралдә һәм 27 декабрҙә «Союз-2.1а/Фрегат» ракета ташыусыһы менән). Артабанғы ике йылда йылына бер тапҡыр сығарыла.
2021 йылда OneWeb юлдаштары менән 5 коммерция осороу башҡарыла[40].
Был космодромдан «Ангара-А5П» һәм «Ангара-А5В» ракета ташыусыларын осороуҙы башлау 2021 йылдан планлаштырыла. 2017 йылда уҡ, космодром граждандар космодромы булараҡ төҙөлһә лә, Дмитрий Рогозин, Байконур космодромы менән бәйле проблемалар килеп тыуғанда, уны Оборона министрлығы менән берлектә ҡулланыу планлаштырылыуы тураһында хәбәр итә[41].
Климат
Климаты муссонлы. Ғинуар айында уртаса айлыҡ температура −25,6 °C тәшкил итә[42][43]. температураның −40 °C-тан түбән төшөүе ихтимал[42][44].
Беренсе һыуыҡтар 3 октябрҙә була, тәүге ҡырау сентябрь башында төшә. Күсеү осоронда (апрель — май) 20 м/с тиклем көслө ел иҫә[43][45]. Ҡышҡы ваҡытта ел көсһөҙ. Атмосфера баҫымының уртаса йыллыҡ фоны норманан юғары, һауаның дымлылығы 50 — 60 %[43]. Ноябрҙән мартҡа тиклем ҡояшлы һауа торошо өҫтөнлөк итә, яуым-төшөм һирәк һәм аҙ була. Йәй (июнь — август) ямғырлы, яуым-төшөм күп һәм һауаның дымлылығы юғары. Йәшендәр — майҙан сентябргә тиклем[45]. Ел 12 м/с тиҙлек менән йылына 7-8 көн генә иҫә, ә 24 м/с — һирәк күренеш[45].
Космодромдың әһәмиәте
Космодромды төҙөү һөҙөмтәһендә Рәсәй:
- Фәнни һәм социаль-иҡтисади программаларҙан алып пилотлы программаларға тиклем бөтә мәсьәләләр буйынса йыһан эшмәкәрлегендә бойондороҡһоҙлоҡ аласаҡ[46][47][48][49][50].
- Халыҡ-ара һәм коммерция космос программаларын гарантиялы тормошҡа ашырасаҡ[46][51].
— Амур өлкәһендә социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртасаҡ, космодром төҙөү районында инвестициялар һәм шәхси капитал йәлеп итеп, урындағы сәнәғәт базаһын үҫтерәсәк[46][47][49][50].
— Яңы техник комплекс төҙөй[48][49][50].
— Киләсәктә Байконур космодромын ҡуртымға алыуға киткән сығымдарҙы кәметеләсәк[48][47][52].
Космодромдың өҫтөнлөгө һәм етешһеҙлектәре
Өҫтөнлөгө
«Роскосмос» телестудияһының «Көнсығыш» космодромын төҙөүҙең төп этаптары тураһында презентация фильмы материалдарында[53]] өҫтөнлөктәре хәбәр ителә:
1. Космодромдың Плесецкиҙан 11° көньяҡтараҡ урынлашыуы ҙур массалы йөктәр ебәреү мөмкинлеге бирә;
2. Осоу траекторияһының башланғыс участкаһы Рәсәйҙең халыҡ тығыҙ йәшәгән райондары һәм сит илдәрҙең территориялары аша үтмәй;
3. Ракета йөрөтөүселәрҙең айыра торған өлөштәренең төшөү райондары Рәсәй территорияһының аҙ халыҡ йәшәгән райондарында[54][55] йәки нейтраль һыуҙарҙа урынлашҡан[56];
4. Космодром үҫешкән тимер юлдарға, автомобиль юлдарына һәм аэродромдарға яҡын урынлашҡан[56];
5. Сәйәси хәүефте кәметеү. Ҡаҙағстан һуңғы йылдарҙа төрлө һылтауҙар менән бер нисә тапҡыр Рәсәй ракеталарын осороуҙы туҡтата[57].
Яңы комплекстың беренсе сираттағы бурысы — Байконур космодромына йөкләнеште кәметеү, әммә, кәм тигәндә 2050 йылға тиклем ҡуртым срогы тамамланғансы, уны тулыһынса алмаштырмау[58].
Урындағы властар Алыҫ Көнсығыш федераль округы мәсьәләләрен космодром төҙөлөү иҫәбенә хәл итергә тырыша. Күҙәтеү советы рәйесе Юрий Крупнов, «Көнсығыш» космодромы ватандаштарҙы күсереү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй[59].
Ҡатмарлыҡтар
1. Космодром өсөн үҙ аэродромын төҙөү йәки космодромдан яҡындағы аэродромға тиклем космос аппараттарын ташыу өсөн тимер юл линияһын һалыу кәрәклеге[46].
2. Транспорт сығымдарының финанс һәм ваҡыт йәһәтенән артыуы. «Көнсығыш» космодромы булдырылған осраҡта ракета ташыусыны һәм персоналды килтереү алыҫлығы 5500 саҡрымдан артып китәсәк[60]. Шуның өсөн 2015 йылдың май аҙағында яңы «Ангара ракеталарын йыйыуҙы Омск ҡалаһына тапшырыу тураһында ҡарар сығарыла[61]. Шуға күрә 2015 йылдың май аҙағында яңы «Ангара» ракеталарын йыйыуҙы Омск ҡалаһына тапшырыу тураһында ҡарар сығарыла.
3. Хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ һәм инфраструктураның булмауы[46]. Углегорск ҡалаһында яҡынса 6200 кеше йәшәй[62] Космодром персоналы өсөн уны киңәйтеү кәрәк (яҡынса 12 мең кешегә иҫәпләнгән Звездный биҫтәһен төҙөү).
Был проблемаларҙы хәл итеү космодромдың эшләү һәләтен тәьмин итеүҙән тыш, Алыҫ Көнсығыш федераль округының инфраструктураһын үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк[63][64][65].
Етешһеҙлектәре (Байконур менән сағыштырғанда)
1. Космодром Байконурҙан төньяҡҡа табан 6° самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан, был ебәрелгән йөктөң ауырлығын кәметеүгә килтерәсәк[46].
2. Ракеталарҙың ҡулланылыштан сыҡҡан өлөштәре, тайгаға төшөп, урман янғындарына килтереүе ихтимал, ә был төбәк өсөн етди проблема булып тора[66][67].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Строительство космодрома Восточный Архивная копия от 12 октябрь 2018 на Wayback Machine / «РИА Новости», 3 сентября 2013
- ↑ «В Амурской области появится ещё один российский космодром» Архивная копия от 5 март 2016 на Wayback Machine. А. Горяйнов «Российская газета»-Приамурье от 30 января 2008 года № 4575
- ↑ Пресс-служба Госкорпорации «Роскосмос». Космодром Восточный (рус.), Роскосмос (22 ноябрь 2022).
- ↑ Выпускаются новые банкноты 200 и 2000 рублей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2017. Архивировано 12 октябрь 2017 года.
- ↑ Источник рассказал, когда поступят в обращение купюры в 200 и 2000 рублей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 май 2017. Архивировано 26 апрель 2017 года.
- ↑ Изображение космодрома Восточный — на российских рублях. «Новости космонавтики» (1 февраль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2017. Архивировано 3 февраль 2017 года.
- ↑ Схема космодрома «Восточный» на перспективу до 2030 года - Госкорпорация «Роскосмос». www.roscosmos.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2020. Архивировано 31 август 2020 года.
- ↑ Что нужно знать о космодроме Восточный. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2019. Архивировано 2 июль 2019 года.
- ↑ 1 2 3 Предстартовые волнения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2019. Архивировано 15 июль 2018 года.
- ↑ Космодром Восточный: от идеи к старту. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2017. Архивировано 9 апрель 2017 года.
- ↑ Что представляет собой космодром «Восточный»? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2019. Архивировано 2 июль 2019 года.
- ↑ Вестник ДФО. Январское приложение. Космодром «Восточный». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2008. Архивировано 14 июль 2014 года.
- ↑ Космодром «Восточный»: запуск ракет теперь благословляют дистанционно. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2019. Архивировано 2 июль 2019 года.
- ↑ Будущее дальневосточного космодрома. «Восток-Медиа» (2 август 2011). Архивировано из оригинала 27 октябрь 2011 года.
- ↑ Объекты космодрома «Восточный» строятся с опозданием до двух месяцев. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2019. Архивировано 15 август 2016 года.
- ↑ Андрей Горяйнов. Космические планы. «Российская Газета» (30 ғинуар 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2008. Архивировано 5 март 2016 года.
- ↑ 1 2 3 Задолженность по зарплате перед строителями космодрома Восточный погашена. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2019. Архивировано 16 июль 2019 года.
- ↑ 1 2 3 «Роскосмос» назвал дату первого запуска с космодрома Восточный. РБК (4 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2016. Архивировано 9 апрель 2016 года.
- ↑ 1 2 «Надо было с толкача» (Почему не состоялся запуск ракеты «Союз» с нового космодрома Восточный) Архивная копия от 29 апрель 2016 на Wayback Machine — репортаж в «Газета.Ру»
- ↑ Рогозин рассказал о работе над недочетами при подготовке пуска на Восточном. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2019. Архивировано 16 июль 2019 года.
- ↑ «Космос начинается с земли». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2019. Архивировано 4 июль 2019 года.
- ↑ Рогозин: первый этап строительства Восточного должен быть завершен до 31 октября 2016. ТАСС (21 июнь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2016. Архивировано 24 июнь 2016 года.
- ↑ Все объекты космодрома «Восточный» планируется ввести в строй до конца года. «РИА Новости» (2 сентябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2016. Архивировано 19 сентябрь 2016 года.
- ↑ В Амурской области открыли бронзовый памятник строителям космодрома. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2019. Архивировано 16 июль 2019 года.
- ↑ На космодроме Восточный построено новое административное здание. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2019. Архивировано 16 июль 2019 года.
- ↑ Одну из улиц в Циолковском назовут в честь Терешковой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2019. Архивировано 16 июль 2019 года.
- ↑ Строительство второй очереди Восточного начнется во второй половине 2017 года. ТАСС (30 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ноябрь 2016. Архивировано 1 декабрь 2016 года.
- ↑ ЦЭНКИ: сокращение программы развития космодромов не повлияет на «Восточный». «РИА Новости» (8 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2020. Архивировано 27 июнь 2020 года.
- ↑ Открыта трасса для запуска кораблей к МКС с космодрома Восточный. «РИА Новости» (17 март 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2019. Архивировано 24 март 2019 года.
- ↑ Новости. Первые составные части стартового стола «Ангары» прибыли на Восточный. www.roscosmos.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2020. Архивировано 12 июль 2020 года.
- ↑ Источник назвал сроки начала испытаний объектов второй очереди космодрома Восточный. ТАСС (10 июнь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2021. Архивировано 18 май 2021 года.
- ↑ Источник: РФ в ближайшие недели приступит к проектированию сверхтяжёлой ракеты Архивная копия от 12 ноябрь 2019 на Wayback Machine // ТАСС, 5 июля 2017
- ↑ На Восточном построят стартовый стол для пусков «Союза-5» и «Союза-6». «РИА Новости» (25 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2020. Архивировано 25 февраль 2020 года.
- ↑ СМИ узнали о замене неисправного блока в системе управления ракеты «Союз». «Лента.Ру» (27 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2016. Архивировано 28 апрель 2016 года.
- ↑ Первый пуск ракеты с Восточного. МИА «Россия сегодня» (28 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2016. Архивировано 11 июнь 2016 года.
- ↑ Ракета-носитель «Союз» стартовала с космодрома Восточный Архивная копия от 29 апрель 2016 на Wayback Machine, Запущенные с Восточного спутники успешно выведены на орбиту Архивная копия от 29 апрель 2016 на Wayback Machine // Lenta.ru
- ↑ Как проходил первый запуск с космодрома Восточный Архивная копия от 28 апрель 2016 на Wayback Machine // ТАСС
- ↑ Стартовавший с Восточного «Союз-2.1а» вывел три спутника на опорную орбиту. ТАСС (28 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2016. Архивировано 1 май 2016 года.
- ↑ Новости. РОСКОСМОС. ИНФОРМАЦИОННОЕ СООБЩЕНИЕ. www.roscosmos.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2021. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
- ↑ Россия провела пятый пуск с Восточного в 2021 году. lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2021. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
- ↑ Своя ноша: почему Россия перестанет запускать военные спутники с Байконура. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2019. Архивировано 16 июль 2019 года.
- ↑ 1 2 КОСМОДРОМ ВОСТОЧНЫЙ В АМУРСКОЙ ОБЛАСТИ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2022. Архивировано 13 ғинуар 2022 года.
- ↑ 1 2 3 Продолжается строительство комплекса эксплуатации районов падения на космодроме «Восточный»
- ↑ Военная закалка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2022. Архивировано 17 июнь 2021 года.
- ↑ 1 2 3 КЛИМАТ АМУРСКОЙ ОБЛАСТИ ПОВЛИЯЛ НА РЕШЕНИЕ О СТРОИТЕЛЬСТВЕ КОСМОДРОМА ВОСТОЧНЫЙ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2022. Архивировано 20 сентябрь 2017 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Андрей Михайлов. Космодром «Восточный» заменит Байконур. Правда.Ру (3 июль 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2020. Архивировано 29 июнь 2020 года.
- ↑ 1 2 3 Елена Объедкова. Владимир Поповкин: С космодрома «Восточный» будут запускать сверхтяжелые ракеты. «Российская Газета» (4 апрель 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2016. Архивировано 16 апрель 2016 года.
- ↑ 1 2 3 Россия постепенно передаст Байконур Казахстану. Лента.Ру (14 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2020. Архивировано 14 июнь 2021 года.
- ↑ 1 2 3 Татьяна Смирнова, Алексей Козырин. Владимир Путин строителям космодрома: Мы с вами возьмем строительство под двойной контроль. «Комсомольская правда» (16 апрель 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2016. Архивировано 7 февраль 2016 года.
- ↑ 1 2 3 Рогозин назвал космодром Восточный новым приоритетом после Олимпиады. «Интерфакс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2014. Архивировано 1 март 2014 года.
- ↑ Ольга Самофалова. Казахстан мешает России выполнять запуски с Байконура. Деловая газета «Взгляд» (26 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2020. Архивировано 11 июль 2018 года.
- ↑ «Байконур» может остаться без денег. «Вестник Кавказа» (1 август 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2020. Архивировано 28 июнь 2020 года.
- ↑ Фильм-презентация телестудии Роскосмоса об основных этапах строительства космодрома «Восточный». Телестудия Роскосмоса. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2009. Архивировано 19 октябрь 2008 года.
- ↑ Обсуждены вопросы взаимодействия Правительства Якутии и Роскосмоса. Архивировано 25 апрель 2016 года.
- ↑ Отделяемые части ракетоносителей, выпущенных с космодрома «Восточный», в Якутии будет искать спецтехника. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2016. Архивировано 16 апрель 2016 года.
- ↑ 1 2 Космодром переезжает. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2016. Архивировано 22 апрель 2016 года.
- ↑ Максименко А. В. Космонавтика. Справочный. Космодромы России. Восточный. «Астрономия» (2 август 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2016. Архивировано 23 март 2018 года.
- ↑ «Перминов: новый российский космодром „Восточный“ не заменит „Байконур“» Архивная копия от 21 февраль 2021 на Wayback Machine // РИА Новости
- ↑ Юрий Крупнов «Создание в Амурской области на базе ЗАТО Углегорск и космодрома Свободный Дальневосточного космического кластера в целях организации полного цикла космической деятельности» Архивная копия от 18 август 2021 на Wayback Machine // Июнь 2007
- ↑ Осмотреться в отсеках. Интервью с В. Е. Гудилиным. Архивная копия от 16 ғинуар 2014 на Wayback Machine // «Аргументы Недели» № 14 (356) от 11 апреля 2013 г.
- ↑ Омский завод «Полёт» будет собирать ракету-носитель «Ангара». РИА «ФедералПресс» (25 май 2015). Архивировано 1 июль 2015 года.
- ↑ Рядом с космодромом «Восточный» появится город «Циолковский». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2016. Архивировано 25 апрель 2016 года.
- ↑ Космодром Восточный: от идеи к старту. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2022. Архивировано 17 май 2022 года.
- ↑ Зачем Дальнему Востоку космодром Восточный? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2022. Архивировано 17 май 2022 года.
- ↑ Путин предложил построить взлетную полосу на Восточном для спецтуров. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2022. Архивировано 17 май 2022 года.
- ↑ Якутяне вышли на пикет против запуска ракеты с Восточного. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2016. Архивировано из оригинала 25 апрель 2016 года.
- ↑ Космодром «Восточный» заменит Байконур. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2013. Архивировано 4 ноябрь 2013 года.
Һылтанмалар
- Космодром «Восточный» // Официальный сайт космодрома
- Космодром «Восточный» // на сайте Роскосмоса
- Фадеев А. Космодром Восточный: как все начиналось… // «Новости космонавтики» : Журнал. — 2012. — Вып. 357, № 10. — ISSN 1561-1078.
- Космодром «Восточный» — Досье // ТАСС
- Космодром «Восточный» — Инфографика // РИА
- Космодром «Восточный» — Путь ракеты до первого гражданского космодрома России // РИА
- Андрей Борисов. Всем спасибо, все свободны. Почему космодром Восточный оказался не нужен России. «Лента.Ру» (28 апрель 2017).
- Схема космодрома «Восточный» на перспективу до 2030 года
- Куратором стройки космодрома Восточный станет выпускница академии Генштаба
- Видео
- Космодром «Восточный» // студии Роскосмоса
- «Восточный» — глубокое бурение // телесюжет студии Роскосмоса
- д/ф о создании космодрома «Восточный» на youtube
- Сборка ракеты-носителя Союз 2.1а и сухой вывоз на стартовый стол на youtube
- Вывоз ракеты Союз 2.1а на первый пуск ии старт на youtube
- «Космодром Восточный. Поехали!» Документальный фильм