Лобанов Андрей Григорьевич
Андрей Григорьевич Лобаанов (1914 йылдың 21 авгусы, Каменский городской округ[d] — 1942 йылдың 28 июне, Тимский район[d], Курск өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, өлкән лейтенант. Брянск фронты 40-сы армияһының 170-се танк бригадаһы 373-сө танк батальонының танк ротаһы командиры. Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Андрей Григорьевич Лобанов 1914 йылдың 21 авгусында хәҙерге Свердловск өлкәһе Каменск районына ҡараған Рублево ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1929 йылда башланғыс мәктәпте тамамлай. Ауыл хужалығында эшләй.
1936 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1939 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлай[1]. Алыҫ Көнсығышта, ә һуңынан Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә хеҙмәт итә.
1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Дошман менән Төньяҡ-Көнбайыш һәм Брянск фронттарында һуғыша.
Өлкән лейтенант Андрей Лобанов етәкселегендәге 373-сө танк батальонының танк ротаһы (170-се танк бригадаһы, 40-сы армия, Брянск фронты) 1942 йылдың 28 июнендә Курск өлкәһенең Тим районында танк батальоны тупланыуын ҡаплап, дошмандың 5 танкын, 2 орудиеһын һәм автоматсылары менән бер нисә автомашинаһын юҡ итә.
Гитлерсылар Лобанов ротаһына ҡаршы тағы ла 20 танк ебәрә, үҙҙәренең артиллерия утын көсәйтә. Был һөжүм дә кире ҡағыла, ә һуғыш яланында тағы ла 11 танк ҡала, уларҙың бишәүһен өлкән лейтенант Андрей Лобанов яндыра. Йөҙләгән дошман һалдаты һәм офицеры юҡ ителә[2].
Был алышта өлкән лейтенант Лобанов һәм уның хәрби иптәштәре танкта янып һәләк була. Уның экипажы дошмандың 10 танкыһын юҡ итә.[2][3][4] Курск өлкәһе Тим районының Беловские Дворы ауылынан 2 километр алыҫлыҡта ерләнәләр Курск өлкәһенең Тим районы[5].
СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 4 февралендәге «Ҡыҙыл Армияның етәксе һәм рядовой составына Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында» Указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» Андрей Лобановҡв үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[6][7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Андрей Григорьевич Лобановтың исеме Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районы муниципаль (рус.)баш. районының Ҡарман ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе бюджет учреждениеһына бирелә[9][10];
- Курск өлкәһе Тим районы Волобуевка ауылында иҫтәлекле стела ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Лобанов Андрей Григорьевич. «Герои страны» сайты.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 22/28, л. 1/147—149).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему и рядовому составу Красной Армии» от 4 февраля 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 7 февраль (№ 6 (212)). — С. 1.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 237, л. 50, 488, 489).
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (рус.)