Үтәшева Ләйсән Альберт ҡыҙы

Үтәшева Ләйсән Альберт ҡыҙы (рус. Утяшева Ляйсан Альбертовна, 28 июнь 1985 йыл) — спортсы, Рәсәйҙең художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры[1]. Рәсәй йыйылма командалары составында донъя һәм 2 тапҡыр Европа чемпионы, күп тапҡыр Донъя кубогын яулаусы, художестволы гимнастика буйынса халыҡ-ара спорт комментаторы, Рәсәй телеканалдарында (НТВ, НТВ+, Россия-2, ТНТ һ.б.) төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙар алып барыусы.

Биографияһы

Ләйсән Альберт ҡыҙы Үтәшева 1985 йылдың 28 июнендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында (2003 йылдан ауыл) тыуған[2].

1989 йылда ата-әсәһе менән Волгоград ҡалаһына күсенә. Үтәшевтар дүрт йәшлек ҡыҙҙарын балет мәктәбенә бирергә ниәтләнә, әммә осраҡлы осрашыу Ләйсәндең артабанғы тормошон бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа үҙгәртә.

2012 йылдың 14 мартында Ләйсән ауыр юғалтыу кисерә — 47 йәшендә генә йөрәк өйәнәгенән әсәһе Зөлфиә Солтангәрәй ҡыҙы вафат була[3].

2012 йылдың сентябрендә Ләйсән актёр һәм шоумен Павел Воля менән ғаилә ҡора[4]. 2013 йылдың 14 майында улдары Роберт, 2015 йылдың 6 майында ҡыҙҙары София тыуа[5].[6]. Ғаиләһе менән тыуған төбәгенә даими ҡайтып йөрөй[7].

2016 йылда «Glamour» журналы үткәргән конкурс һөҙөмтәһе буйынса Ләйсән Үтәшева һәм Павел Воля «Йыл пары» тип таныла[8].

Ләйсән — гимнастка

Гимнастика тренеры Надежда Касьянова ҡыҙҙың быуындарының үтә һығылмалы булыуына иғтибар итә һәм уны үҙенә художестволы гимнастика менән шөғөлләнергә саҡыра. 1994 йылдан Ләйсәнде Татьяна Сорокина үҙенә ала. 1997 йылда йәш гимнастка Мәскәүгә күсә һәм спорттың был төрө менән әүҙем шөғөлләнеүен Алла Янина һәм Оксана Скалдина етәкселегендә дауам итә.

1999 йылда Ләйсән Үтәшеваға «Спорт мастеры» исеме бирелә[9][10].

2000 йылда танылған СССР һәм Рәсәй гимнасткаһы, 1993 йылдың 11 февралендә автоһәләкәттә ғүмере өҙөлгән Оксана Костина иҫтәлегенә үткәрелгән турнирҙа Ләйсән Үтәшева көмөш миҙал яулай. Артабанғы ике йыл уға оло ҡаҙаныштар алып килә: 2001 йылдың сентябрендә Берлиндә үткән Донъя кубогы этабының барлыҡ алты төр ярыштарында ла абсолют еңеүсе була. Октябрҙә иһә Мадридтағы Донъя беренселегендә Рәсәй командаһы составында алтын миҙалға лайыҡ була[11]. Был уңыштары өсөн гимнастка «Халыҡ-ара спорт мастеры» исемен ала[9][10].

2002 йылдан Ләйсән Үтәшева менән тренерҙар Ирина Винер һәм Вера Шаталина шөғөлләнә. Гимнастка Словениялағы халыҡ-ара турнирҙа икенсе урын ала, майҙа Францияның Корбей-Эсон ҡалаһында үткән рәсми булмаған донъя чемпионатында еңеүсе була. Июндә Мәскәүҙә уҙғарылған Үҫмерҙәр уйындарында күпбәйгелә (многоборье) һәм тағы өс төр ярыш (скакалка, туп һәм булава) буйынса алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй.

2002 йылдың сентябрендә Һамар ҡалаһында ойошторолған күрһәтмә сығышта насар әҙерләнгән матҡа уңышһыҙ төшөүе арҡаһында гимнастка аяҡ табанын ауырттыра. Медицина тикшереүе ниндәйҙер имгәнеү тапмай, һәм Үтәшева ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итә, ә был, аҙаҡтан асыҡланыуынса, кире эҙемтәләргә килтерә. Тиҙҙән спортсының аяғы ауыртыуына зары йышая, әммә яңы тикшереүҙәр тағы ла бер һөҙөмтә лә бирмәй. Үтәшеваны өнәп бөтмәүселәр өсөн был хәл, «ул юрый имгәнеүгә һылтана», тип раҫларға сәбәп була.

2002 йылдың декабрендә донъя кубогы этабынан һуң Винер булышлығында гимнастка Германия клиникаһында комплекслы медицина тикшереүе үтә. Магнит томографияһы уның бер аяғындағы ладьяға оҡшаш һөйәктең (русса ладьевидная кость) күп тапҡыр һыныуын, ә икенсе аяҡ табаны һөйәктәренең даими ауырлыҡ төшөүҙән айырылыуын күрһәтә. Был мәғлүмәт спортсының карьераһы тамамланыуға ғына түгел, уның бөтөнләй атлай алмаҫлыҡ хәлгә килтереү ҡурҡынысы тыуҙыра. Шулай ҙа Рәсәй хирургтары яһаған уңышлы операциянан һуң Ләйсән яңынан спортҡа ҡайта[12][9][10][13][14]. 2004 йылда илдең йыйылма командаһы составында сығыш яһап, Европа чемпионы була, артабан Латвияла һәм Францияла үткән халыҡ-ара турнирҙарҙа еңеүгә өлгәшә. 2008 йылда Пекинда уҙасаҡ йәйге Олимпия уйындарына тиклем сығыш яһарға ниәтләнһә лә, 2006 йылдың апрелендә Рәсәйҙең художестволы гимнастика буйынса йыйылма командаһының баш тренеры Ирина Винер менән кәңәшләшкәндән һуң, Үтәшева спорттан китергә ҡарар итә[15].

Художестволы гимнастикалағы ҡаҙаныштары

  • Спорт мастеры (1999)
  • Оксана Костина иҫтәлегенә үткәрелгән турнирҙың көмөш миҙалы (2000)
  • Донъя кубогы этабының барлыҡ алты төр ярыштарының абсолют еңеүсеһе (2001, сентябрь)
  • Рәсәй командаһы составында Донъя беренселеге чемпионы (2001, октябрь)
  • Халыҡ-ара спорт мастеры (2001)
  • Словениялағы халыҡ-ара турнирҙа икенсе урын (2002)
  • Рәсми булмаған донъя чемпинаты (Корбей-Эсон ҡалаһы, Франция) — 1-се урын (май, 2002)
  • Үҫмерҙәр уйындары (Мәскәү) — күпбәйге һәм тағы өс төр ярыш — 1-се урын (июнь, 2002)
  • Рәсәй йыйылма командаһы составында Европа чемпионы (2004)
  • Латвиялағы халыҡ-ара турнир — 1-се урын
  • Франциялағы халыҡ-ара турнир — 1-се урын.
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1 июль 2010)[1][16]

Әҙәби ижады

  • Несломленная: Автобиографический роман. — М.: Рипол Классик Пр, 2008. — 352 с. (ISBN 978-5-386-00831-4). (рус.)

Телевидениелағы эшмәкәрлеге

Профессиональ спорттан киткәндән һуң Ләйсән Үтәшева телевидениела үҙ көсөн һынап ҡарай. 2007 йылда НТВ каналында алып барыусы булараҡ дебюты үтә. Ул «Главная дорога» программаһын төшөрөүҙә ҡатнаша. Шулай уҡ «Живи» телеканалында "Фитнес со звёздами"тапшырыуын алып бара. Шул уҡ йылда «Новая опера» театрында «Болеро» балетында үҙенең партияһы менән сығыш яһай[17][16][18][19].

2008—2010 йылдарҙа НТВ-ла и «Сегодня утром» тапшырыуын алып бара. 2008 йылда Евгений Плющенко менән бергә «Золотой лёд Страдивари» шоуын алып бара. Шул уҡ йылда «Спорт»/«Россия-2» каналында уның ҡатнашлығында «Будь здоров» программаһы бара[12][16][19].

2009 йылдың ноябрендә Ләйсән Үтәшеваның «Знак бесконечности» бейеү шоуының премьераһы тамашасыға тәҡдим ителә[12][16][19].

2010 йылда ул «Йена» музыкаль коллективының «Open Air» йыры клибында төшә. Шул уҡ йылда «НТВ утром» программаһында телевизор ҡараусыларҙы иртәнге гимнастиканы нисек эшләргә өйрәтә[12][16][19]. «Танцы со звёздами» шоуында Алексей Мазурин менән ҡатнаша[12][16][19].

2011 йылдың октябрендә үҙенең «Академия красоты с Ляйсан Утяшевой» тип аталған авторлыҡ программаһын тәҡдим итә[12][16][19].

2009—2012 йылдарҙа «Воронины» һәм «Чемпионки» телесериалдары эпизодтарында төшә, камео ролен башҡара[12][16][19].

2012 йылда Ләйсән Үтәшеваны «Радио Romantika» радиоһына «Кафе Романтика» программаһына саҡыралар[12][16][19].

2013 йылда YouTube сайтында кулинария буйынса «Дерзкая готовка с Ляйсан» каналы асыла[12][16][19].

2015 йыл башында йырсы Ёлканың «Я тебя буду ждать» йырына төшөрөлгән видеоклипта ҡатнаша[20].

Л. Утяшева по праву считается одной из самых гибких представительниц художественной гимнастики за всю историю этого спорта.

2014 — 2021 йылдарҙа Ләйсән «ТНТ» каналында — «Танцы», һуңынан яңы «Новые Танцы» программаһын алып бара[12][16][19].

2022 йылда ТВ-3 каналында «Наследники и самозванцы» шоуында алып барыусы була[21].

2022 йылда Ләйсән Үтәшева тамашасыларға режиссёр Анастасия Вядро ҡуйыуында «Carmen P.S.» шоуын тәҡдим итә[22].

2023 йылда ТВ-3 телеканалы уны ҡабат «Вкусно с Ляйсан» тапшырыуын, шулай уҡ «Выжить в Дубае» шоуын алып барырға саҡыра[23].

Бынан тыш Ләйсән йәнһүрәттәрҙе тауышлы итеп яҙҙырыуҙа ла ҡатнаша. «Ральф против интернета» йәнһүрәтендәге Тиана, "Снежная Королева: Зазеркалье"ла — Альфида, "Семейка Крудс: Новоселье"ла Надя Беттерман, "Конёк-горбунок"та — Алтын ҡаурыйлы ҡош уның тауышы менән һөйләшә[10].

Гәзит һәм журналдарҙа уның тураһында мәҡәләләр

  • Наталья Овчарук. Ляйсан Утяшева показала, как она выглядела 11 лет назад. «Комсомольская правда» — Уфа гәзите, 2017, 14 март[24].
  • Ләйсән Үтәшева: «Экранда ысын хис-тойғоға һәр саҡ ҡытлыҡ». «Башҡортостан» гәзите, 2015, 26 август[25]
  • Ляйсан Утяшева, рождённая в раю. «Советский спорт» гәзите, 2003, 22 февраль[26]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Приказ Минспорттуризма РФ от 01 июля 2010 года № 89-нг О присвоении почетного спортивного звания «Заслуженный мастер спорта России». Министерство спорта, туризма и молодежной политики Российской Федерации (1 июль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2023. Архивировано из оригинала 17 июль 2021 года.
  2. Ләйсән Үтәшеваның официаль сайты 2016 йылдың 13 март көнөндә архивланған. (рус.)
  3. Зульфия Утяшева, мама знаменитой гимнастки и телеведущей, скоропостижно скончалась из-за сердечного приступа —ЖурДом.ру. 14 марта 2012 года 2012 йылдың 20 март көнөндә архивланған. (рус.)
  4. Ляйсан Утяшева впервые откровенно рассказала о жизни с Павлом Волей — 7Дней.ру (рус.)
  5. Ляйсан Утяшева родила Павлу Воле дочь — ДНИ.РУ Интернет-газета (рус.)
  6. Ляйсан Утяшева восстанавливает фигуру после родов Сайт «Дети Mail.Ru» (рус.)
  7. В Башкирию на отдых приехал Павел Воля. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июль 2016)
  8. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2016, 10 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2016)
  9. 1 2 3 Ляйсан Утяшева — биография. biographe.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2023.
  10. 1 2 3 4 Утяшева Ляйсан Альбертовна. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2023.
  11. Досье: Утяшева Ляйсан|Аргументы и Факты Адыгея 2016 йылдың 7 март көнөндә архивланған. (рус.)
  12. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Ляйсан Утяшева. Rus.Team. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2023.
  13. Ангелина Николаева. «А сейчас началась жизнь!» Как гимнастка Утяшева стала авторитетной телезвездой в России. Чемпионат (сайт) (28 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2023.
  14. Начать сначала. История гимнастки Лейсан Утяшевой. YouTube (8 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2023. Архивировано 27 март 2019 года.
  15. Ляйсан Утяшева приняла решение уйти из большого спорта — SOVSPORT.RU 2013 йылдың 2 декабрь көнөндә архивланған. (рус.)
  16. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Ляйсан Утяшева. 7 Дней. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2023.
  17. Ляйсан Утяшева. Телеканал "Живи". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2023. Архивировано из оригинала 24 ғинуар 2012 года.
  18. Фоменко разводится, а Ксению Стриж выдают замуж. kp.ru. Комсомольская правда (14 февраль 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2023.
  19. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Ляйсан Утяшева. Вокруг ТВ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2023.
  20. Ляйсан Утяшева для Woman.ru: «Рожайте больше деток!» woman.ru (25 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2023. Архивировано 17 сентябрь 2015 года.
  21. Сусанна Альперина. На ТВ-3 стартует детективное реалити-шоу с Ляйсан Утяшевой. Призовой фонд - 5 миллионов рублей. Российская газета (12 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2023.
  22. Обнаженные тела и танец: как прошла премьера шоу Утяшевой Carmen P.S. РИА Новости (26 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2023.
  23. Непростая девчонка из простого башкирского села: как складывалась карьера теледивы Ляйсан Утяшевой. ufa1.ru (28 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2023.
  24. Ляйсан Утяшева показала, как она выглядела 11 лет назад. «Комсомольская правда» гәзите, 2017, 14 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 март 2017)
  25. Ләйсән Үтәшева: "Экранда ысын хис-тойғоға һәр саҡ ҡытлыҡ — «Башҡортостан» гәзите, 2015, 26 август 2016 йылдың 8 март көнөндә архивланған.
  26. «Советский спорт», 2003, 22 февраля 2015 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.)