Маневич Лев Ефимович

Маневич Лев Ефимович (Изра́илевич) (ҡушаматы — Этье́н; 20 август 1898 йыл — 11 май 1945 йыл) — разведчик, совет хәрби офицеры, полковник. Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы

Маневич Лев Ефимович 1898 йылдың 20 авгусында Рәсәй империяһы Могилёв губернаһы Чуасы ҡалаһында хеҙмәткәр Исроэль-Хаим Абрамович Маневичтың күп балалы ғаиләһендә тыуған. Лев Маневичтың өлкән ағаһы Яков йәш сағынан революцион хәрәкәттә ҡатнаша. 1905 йылда Яков ҡулға алына, әммә ҡаса һәм Германия аша Швейцарияның Цюрих ҡалаһына китә[2].. 1907 йылдың яҙында, әсәһе үлгәндән һуң, ҡустыһы Левты ла Цюрихҡа алып баралар. Ул Цюрихтың Политехник колледжында белем ала, унда немец, француз һәм итальян телдәрен өйрәнә

1917 йылдың 20 июнендә ағалы-ҡустылы Маневичиҙар Рәсәйгә ҡайта. Лев Маневич үҙ теләге менән Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә алына. 1918 йылда РКП(б)-ға инә (партбилет номеры 123915). Көнсығыш фронтта һәм Кавказда граждандар һуғышында ҡатнаша, штаб хеҙмәткәре, махсус тәғәйенләнештәге отряд командиры була. Әзербайжанда Баҡының 26 комиссарының береһе Мәшәҙи Әзизбәков етәкселегендә һуғыша. Баҡы Советының беренсе интернациональ полкында хеҙмәт итә. Һамарҙа, Баҡыла, Өфөлә әүҙем партия эше алып бара. Граждандар һуғышын бронепоезд комиссары вазифаһында тамамлай.

Өс сит ил теле белгән һәм Европа илдәрендә йәшәү тәжрибәһе булған кеше булараҡ,РККА комсоставының штаб хеҙмәте юғары мәктәбенә уҡырға ебәрелә, уны 1921 йылда тамамлай. Һуңынан РККА-ның Хәрби академияһында уҡый, тағы бер сит ил — инглиз телен өйрәнә. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, 1924 йылдың йәйендә, Разведдупра ҡарамағына ебәрәлә. 1925 йылдың апреленән сентябренә тиклем СССР Реввоенсовет секретариатында «1-се разрядлы махсус йөкләмәләр өсөн» вазифаһында эшләй.

1925 йылдың ноябренән 1927 йылдың мартына тиклем Этьен псевдонимы менән Германияла оператив эштә була. Ғаиләһе лә уның менән бергә була, әммә ҡатыны һәм ҡыҙы сит ил тормошона яраҡлаша алмай. Шуға арҡала оператив эш алып барыу хәүеф аҫтына булғанлыҡтан СССР-ға кире ҡайта[3]..

1927 йылдың майында Разведдупраның 3-сө мәғлүмәт-статистика бүлеге секторы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Һуңыраҡ ғәскәргә стажировкаға ебәрелә, 1928 йылда 164-се уҡсылар полкында рота командиры була.

Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһы ҡарамағындағы хәрби-һауа көстәренең командирҙар составын камиллаштырыу курстарына уҡырға инә. 1929 йылдың майында РККА Һауа флотының «осоусы-күҙәтеүсеһе» дәрәжәһе менән уҡыуын тамамлай. 1929 йылдың майынан октябренә тиклем Грузияла 44-се авиаотрядта стажировка үтә.

Маневичты башта АҠШ-та легаль эшкә планлаштыралар, әммә Италияға легаль булмаған кеше сифатында ебәрергә ҡарар ителә.

1929 йылда Конрад Кертнер исемендә документтар менән Австрияла эш башлай. Венала патент бюроһы аса, унда патент алырға йәки теркәлгән уйлап табыуға лицензия алырға мөмкин була. Тиҙҙән был ойошма яҡшы абруй яулай, сөнки уның хужаһы пилот була. Уны йыш ҡына аэродромдарҙа күрергә була. Осоусылар, планеристтар, техниктар, мотористар, көйләүселәр һәм авиаконструкторҙар араһында таныштары күбәйә. Бынан тыш, Маневич даими рәүештә Англияға һауа ярыштарына бара. Унда самолет, авиадвигатель һәм башҡа авиация ҡорамалдары конструкторҙары менән бәйләнеш булдыра. 1931 йылда Италияға күсеп килә, Миланда шулай уҡ патент бюроһын аса. Авиадвигателдәр, төнгө күреү приборҙары һәм башҡа авиация ҡорамалдары етештергән һәм Италияла үҙ продукцияһын һатыу менән ҡыҙыҡһынған бер нисә Австрия, Германия һәм Чехия фирмаларынан вәкиле хоҡуғын ала.

Маневичтың разведка хеҙмәте «һыҡыр», приборҙар буйынса осоуҙар, шулай уҡ авиация подразделениеһының сафта һәм томан эсендә осоуҙары менән бәйле мәсьәләләр буйынса мәғлүмәт йыйыуҙан ғибәрәт була. Шулай уҡ Италияла яҡшы үҫешкән хәрби караптар төҙөү мәсьәләләрен өйрәнә. Үҙәк менән бәйләнеш өсөн Италияға Милан консерваторияһының Австрия студенты легендаһы аҫтында эшләгән радистка ебәрелә. Маневич Италияның күп кенә порт ҡалаларында порт хеҙмәткәрҙәренән торған агентура селтәрен, итальян ғәскәрҙәре хәрәкәтен һәм хәрби тәьминәтен күҙәтеү ойоштора. 19311932 йылдарҙа Маневич резидентураһында мәғлүмәт сығанағы булған туғыҙ һәм ярҙамсы ғәмәлдәр үтәгән өс агент була. Был осорҙа Үҙәккә бер нисә йөҙ ҡиммәтле документ һәм мәғлүмәт тапшырыла.

1932 йылда Маневичтың һаулығы насарая башлай. Бынан тыш, ул контрразведка күҙәтеүнә эләгеүен һиҙә башлай. Үҙәктән үҙен СССР-ға ҡайтарыуҙы һәм алмаш ебәреүҙе һорай. Юғары класлы белгес булғанлыҡтан уға алмаш тиҙ генә табылмай һәм СССР-ға ҡайтыуы тотҡарлана.

1932 йылдың октябрендә оҙаҡ ваҡыт полиция һәм контрразведка күҙәтеүе аҫтында булған агенты менән осрашыу ваҡытында ҡулға алына.

1935 йылдың 16 декабрендә Италияла тикшереү аҫтында булған Лев Маневичҡа СССР НКО-һының йәшерен бойороғо менән полковник званиеһы бирелә.

1937 йылдың ғинуарында ҡулға алынған Конрад Кертнер (Маневич) шпионлыҡта ғәйепләнә. Уны төрлө самолеттарҙың һыҙмаларын законһыҙ һатып алыуҙа ғәйепләүҙәр. 1937 йылдың 9 февралендә Италияның Махсус трибуналы тарафынан 16 йылға төрмәгә хөкөм ителә, төрлө амнистиялар һөҙөмтәһендә хөкөм 6 йылға тиклем кәметелә. Һуңынан сит илгә һөргөнгә ебәрелә. Тикшереүҙәр һәм һорау алыуҙар ваҡтында Маневич үҙенең ысын исемен, ҡайһы дәүләт гражданы икәнен әйтмәй, шуға күрә уны австриялы тип хөкөм итәләр.

Хөкөм ҡарары сығарылғандан һуң Маневич Кастельфранко Дель Эмилия төрмәһенә ебәрелә. Төрмәлә ул Мәскәүгә әһәмиәтле разведка мәғлүмәттәрен ебәреүен дауам итә. Элек авиация заводтарында эшләгән тотҡондар ярҙамында бомба ташлау өсөн яңы прицелдың етешһеҙлектәрен анализлай, Генуя верфинда төҙөлгән крейсерҙың характеристикаһын, Абиссинияла төнгө бомба ташлауҙар тураһында мәғлүмәттәрҙе, шулай уҡ бронесталь рецептын Үҙәккә хәбәр итә.

1937 йылдың июнендә Разведдупра начальнигы Ян Берзин полковник Маневичты комбриг дәрәжәһенә тәҡдим итә.

1941 йылдың яҙында үпкә туберкулезы менән ауырыған Маневичты Италияның көньяғына Санто-Стефано утрауындағы төрмәгә күсерәләр, унда ул 1943 йылдың 9 сентябренә тиклем була. Утрауҙы Америка ғәскәрҙәре азат иткәндән һуң бөтә сәйәси тотҡондар азат ителә. Маневич бер нисә иптәше менән ҡуртымға алынған елкәнле карапта Гаэтаға юллана. Әммә судно килгәнгә тиклем бер көн алда Гаэтты немец ғәскәрҙәре баҫып алған була. Бер нисә көндән Маневич яңынан ҡулға алына һәм концлагерға оҙатыла.

«Австриялы» Кертнерҙы тыуған еренә ебәрергә тейеш булалар, был уның ялған исем менән йөрөүенең фаш ителеүе менән янай. Шуға күрә концлагерға килеп еткәс, Маневич урыҫ тотҡондарының береһенең үлеменән файҙалана, уның урынына Яков Старостин булып китә. Уның биографияһын яҡшы белгән элекке дуҫы була. Артабан разведчик ошо исем аҫтында Эбензее концлагерында (Маутхаузен лагерь комплексының бер өлөшө) тотола. Лагерҙа ул 23-сө танк дивизияһының элекке штаб офицеры Грант Айрапетов менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Икеһе лә производствола диверсиялар ойошторған йәшерен ҡаршылыҡ штабына инә.

1945 йылдың майында лагерь Америка ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә, тотҡондарҙы ваҡытлыса Штайнкогель ҡаласығына урынлаштыралар. Ул ваҡытта Маневич ҡаты ауырый. Лев Ефимович Маневич 1945 йылдың 9 майында вафат була, лагерь иптәшенә үҙенең оператив псевдонимын әйтә һәм уның тураһында Мәскәүгә хәбәр итеүен һорай. Башта Маневич полковник Яков Старостин исеме менән ерләнә[4][5][6]. 1965 йылда, «Правда» гәзитендә Маневичҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында Указ баҫылып сыҡҡандан һуң, Австрияға уның ҡәберен эҙләү өсөн совет делегацияһы килә. Разведчиктың мәйете эксгумациялана һәм Һуңынан Линцта, Санкт-Мартин-Зюд мемориаль зыяратында, Австрияны азат иткәндә һәләк булған совет яугирҙары ерләнгән урынға күсереп ерләнә. Ҡәбер ташында: «Бында Советтар Союзы Геройы полковник Маневич Лев Ефимовичтың кәүҙәһе ята. 1898—1945» тип яһылған.

Наградалары

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 20 февралендәге указы менән икенсе донъя һуғышы алдынан Һәм фашизмға ҡаршы көрәш йылдарында Совет хөкүмәтенең махсус заданиеларын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн полковник Маневич Лев Ефимовичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә (үлгәндән һуң).
  • Ленин ордены менән бүләкләнгән (20.02.1965, үлгәндән һуң).

Хәтер

  • Һамарҙа Л. Е. Маневич мемориалы
  • Минскиҙа[7], Гомелдә һәм Могилевта маневич исеме менән урамдар аталған.
  • Геройҙың тыуған Яғында, Чаусы ҡалаһында, уның исеме менән урам аталған һәм мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Мемориаль таҡтаташтар Шулай уҡ Курск өлкәһенең Рыльск ҡалаһында (Граждан авиацияһының рыльск авиация техник колледжы бинаһында),Һамарҙа (Федераль именлек хеҙмәтенең Һамар өлкәһе Буйынса Идаралығы бинаһында), Өфөлә (тимер юл вокзалы бинаһында) ҡуйылған.

Әҙәбиәт һәм кино

  • Е.Воробьевтың «Ер, талап ителгәнгә тиклем»[8] һәм «Этьен һәм уның күләгәһе» романдарында разведчиктың тормошо һүрәтләнә. Романдарҙың беренсеһе 1973 йылда режиссер В.Дорман төшөргән шул уҡ исемле нәфис фильмға нигеҙ һалына. Фильмда төп герой ролен актер Олег Стриженов башҡара.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Маневич Лев Ефимович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Герои Советского Союза — Сыны Азербайджана / Редакционная коллегия: Токаржевский Е. А., Мадатов Г. А., Мурадян В. А., Зейналов Р. Э.. — Б.: Азербайджанское государственное издательство, 1965. — С. 212. — 340 с.
  3. Попова-Маневич Т. Л. Отец, каким я его помню // Неман. Минск, 1984. № 5.
  4. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  5. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  6. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  7. Улица Маневича. vulica.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2014. Архивировано 30 ғинуар 2020 года.
  8. Земля, до востребования. Книги 1, 2 Архивная копия от 26 август 2014 на Wayback Machine.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә