Башҡортостан Республикаһының Милли музейы

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы (рус. Национальный музей Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт дәүләт бюджет учреждениеһы. Башҡортостандың иң ҙур музейы һәм Рәсәйҙең иң боронғо музейҙарының береһе. Өфөлә урынлашҡан; бер нисә филиалы бар[1].

undefined

Тарихы

1864 йылда губерна статистика комитеты ҡарары менән Өфө губернаһы музейы булараҡ ойошторола. Хәҙергә тиклем был музей туғыҙ тапҡыр исемен алмаштыра. 1993 йылдан алып «Башҡортостан Республикаһының Милли музейы» тип атала[2].

Губерна музейын ойоштороуҙа Н. А. Гурвич, А. Б. Иваницкий, В. И. Власов, К. А. Бух, А. А. Пекер ҡатнаша. Музей коллекцияларының төп өлөшөн урындағы сәнәғәт продукцияһы өлгөләре, нумизматика, энтомология, ботаника, зоология, тарих-археология экспонаттары (рус.)баш. тәшкил итә[3].

Музейҙы тулыландырыуҙа төрлө йылдарҙа 3. Ш. Шакиров, Г. В. Вахрушев, Ғ. Ф. Уйылданов, К. С. Никифорук, М. И. Касьянов, Д. Ғ. Йыһановтар күп көс һала.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 100 меңдән ашыу экспонат менән танышырға мөмкин.

В. Потаниндың хәйриә фондының музейҙарға ярҙам итеү программаларында ҡатнашҡаны юҡ.

Музейҙың бөгөнгө хәле

1991 йылда музей яңы бинаға күсә (Совет урамы, 14). Башҡортостан Республикаһы Президенты указы менән 2001—2004 йылдарҙа Милли музейҙа реконструкция (рус.)баш. һәм реставрация эштәре үткәрелә.

2003 йылда БДУ-ның Сибай филиалы һәм БДУ-ның тарих факультеты студенттары өсөн практика үткәрелә музейҙа.

2002 йылда район методик берләшмәләре етәкселәре өсөн «Башҡортостан мәҙәниәте» предметы буйынса «Һынлы сәнғәттә Салауат Юлаев образы» исемле тематик сара ойошторола.

2003 йылдың 21 мартында Ҡала мәҙәниәт һарайында музей фондынан алынған башҡорт милли кейемдәре күргәҙмәһе үткәрелә.

2003 йылда музей белгестәре әҙерләү өсөн БДПУ менән биш йылға иҫәпләнгән ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм Милли сәйәсәт министрлығының 50 йыллығына арнап, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында фотостенд булдырыла.

2004 йылдың 17 июнендә Милли музейҙың яңы экспозиция (рус.)баш. залдары асыла.

2005 йылда музейҙы 61 631 кеше күрә, 1141 экскурсия ойошторола, 388 лекция уҡыла.

Музей фондтары

  • Археология фонды
  • Документаль фонд
  • Тәбиғәт тарихы
  • Ҡиммәтле металдар фонды
  • Һирәк китаптар фонды
  • Текстиль фонды
  • Метал. Фарфор. Быяла. Керамика фонды
  • Ағас фонды
  • Һынлы сәнғәт фонды
  • Ҡорал фонды

Ҡаҙаныштары

  • Себер-Урал күргәҙмәһендә этнография эштәре буйынса көмөш миҙал (1887)
  • Чиагола (АҠШ) ауыл хужалығы темаһы буйынса күргәҙмәнең бронза миҙалы (1893). Экспонаттар Чикаго музейына бүләк итеп ҡалдырыла.
  • Урал-Себер күргәҙмәһендә этнография коллекцияһы өсөн көмөш миҙал (1897)
  • Ҡазан ҡалаһында нумизматик коллекцияһы өсөн Император ғаиләһенән Маҡтау ҡағыҙы (1910)

Филиалдары

Етәкселәре

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Государственное бюджетное учреждение культуры и искусства Республики Башкортостан Национальный музей Республики Башкортостан. Госкаталог. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)
  2. Ғ. Ф. Вәлиуллин. Милли музей (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026.
  3. История музея. Национальный музей Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026.
  4. 1 2 Национальный музей Республики Башкортостан возглавила Альбина Ярмуллина. ИА «Башинформ» (17 февраль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Валиуллин Г. Ф. Национальный музей Республики Башкортостан: история создания и развития. — Уфа: Китап, 2009. — 152 с.: ил. ISBN 978-5-295-04718-3

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә