Алкин Мәжит Сәмиғулла улы

Мәжит Сәмиғулла улы Алкин (Баһауетдинов, рус. Алкин, Мажит Самигуллович1940 йылдың 15 феврале, Әлкә ауылы, Башҡорт АССР-ы2022 йылдың 25 марты, Өфө ҡалаһы ҡала округы, Башҡортостан Республикаhы) — совет, Рәсәй йырсыһы (тенор), педагог. 1971 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—1995 йылдарҙа музыка факультеты деканы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2011), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977).

Биографияһы

1940 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ (хәҙерге Салауат) районы Әлкә ауылында тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.

Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт интернат-мәктәбен тамамлаған.

1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1971 йылда Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институтын (С. М. Хромченко класы) тамамлай. 1971 йылдан — Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1992—1995 йылдарҙа ул музыка факультеты деканы була.

1992 йылдан — профессор, 1989 йылдан башҡорт музыкаһы кафедраһында халыҡ йырҙарын башҡарыу класы етәксеһе[1].

2011 йылда «сәнғәт фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Фәнни тикшеренеүҙәренең темаһы «Башҡорт халыҡ-йыр мәҙәниәте: традициялары һәм хәҙерге ҡулланылышы»[2].

Йырсы һәм педагог 2022 йылдың 25 мартында Өфө ҡалаһында вафат була, тыуған ауылында ерләнә[3].

Ижады

Йомшаҡ тембрлы йырсының репертуарында башҡорт, рус һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәре бар.

Оҙон көй йырҙарының классик өлгөләрен: "Азамат"ты, «Сәлимәкәй»ҙе, "Урал"ды, "Һандуғас"ты һ. б. еренә еткереп башҡарыуы менән билдәле.

Хөсәйен Әхмәтовтың, Заһир Исмәғилевтең, Таһир Кәримовтың, Рәүеф Мортазиндың, Данил Хәсәншиндың әҫәрҙәренең тәүге башҡарыусыһы.

Рәсәй һәм Болгария буйынса гастролдәргә йөрөй. Башҡорт радиоһы һәм телевидениеһында концерттар менән сығыш яһай[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

40-тан артыҡ уҡытыу-методик хеҙмәт, 50 башҡорт халыҡ йырын нотаға һалыусы автор.

Тенор өсөн хрестоматияның төҙөүсе редакторы («Тенор өсөн хрестоматия: Йырҙар, романстар, ариялар», 1984) һәм «Башҡорттоң 100 йыры» (1992) йыйынтығы редакторы[1].

Башҡарған әҫәрҙәре

  • «Аҡ ҡайындар шаулай» (Тәлғәт Шәрипов музыкаһы, Әхмәт Йәркәй һүҙҙәре)
  • «Дим ҡыҙы» (Нәбиулла Мөстәҡимов музыкаһы, Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәре)
  • «Елдәр-елдәр» (музыкаһы / һүҙҙәре)
  • «Кил баҡсаға» (Абдулла Хәлфетдинов музыкаһы, Әхмәт Вәлиев һүҙҙәре)
  • «Таң ҡыҙы» (Абрар Ғабдрахманов музыкаһы, Муса Сиражи һүҙҙәре)
  • «Уйна әле гармуныңды» (Хөсәйен Әхмәтов музыкаһы, Фәүзиә Рәхимғолова һүҙҙәре)
  • «Яҡты йондоҙом» (музыкаһы / һүҙҙәре)
  • «Һандуғас» (башҡорт халыҡ йыры)
  • «Һағынырмын Уралтау буйҙарын» (Заһир Исмәғилев музыкаһы, Гөлшат Зәйнәшева һүҙҙәре)
  • «Һаҡмар һылыуҡайҙары» (Рим Хәсәнов музыкаһы, Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәре)
  • «Һин ултыртҡан муйыл» (Абдулла Хәлфетдинов музыкаһы, Рамаҙан Шәүәлиев һүҙҙәре)
  • «Һинең күҙҙәр» (музыкаһы / һүҙҙәре)
  • «Әллә бөтөнләй оноттоң» (Хөсәйен Әхмәтов музыкаһы, Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәре)

Билдәле уҡыусылары

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1977);
  • Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсы лауреаты (1972).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС-АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 38. — 800 с. — ISBN 978-5-6049650-1-6.
  2. Башкирская народно-певческая культура: традиции и современная практика. disserCat. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
  3. Ушел из жизни видный башкирский певец и фольклорист Мажит Алкин. Башинформ (5 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.

Әҙәбиәт

  • Алкин Мәжит. Тенор өсөн хрестоматия: Йырҙар, романстар, ариялар", 1984
  • «Башҡорттоң 100 йыры», 1992
  • Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 245.
  • Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС-АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 38. — 800 с. — ISBN 978-5-6049650-1-6.