Мәмбәт (исем)
Мәмбәт — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
Мәмбәт — башҡорттарға ғәрәп теленән килеп ингән ир-ат исеме. Маҡтауға лайыҡ тигәнде аңлата. Мөхәмәт исеменән ҡыҫҡартылған[1].
Фамилияла
Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы (1 май 1911 йыл — 20 сентябрь 1999 йыл) — педагог. 1963—1972 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһы директоры. 1939—40 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленин (1960), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1943, 1963) ордендары кавалеры. Сибай ҡалаһы, Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы.
Мәмбәтов Рәфҡәт Әхмәтхан улы (1938 йыл) — ауыл хужалығы ветераны. 1957—1995 йылдарҙа Хәйбулла районының Маҡан совхозы тракторсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Башҡа төрки халыҡтарҙа
Ауылдар
Үрге Мәмбәт (рус. Верхнемамбетово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.
Мәмбәт (рус. Мамбетово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Мәмбәт (ҡая) — Көньяҡ Уралда Башҡортостандың Ғафури районында Еҙем йылғаһы буйындаға ҡая. Еҙем буйлап 15 км өҫтәрәк һәм Толпар ауылынан 10 км алыслыҡта урынлашҡан. 1,5 км ситтә Күҙгәнәк тауы.
Мәмбәтйылға — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Оло Апшак йылғаһының һул ярына тамағынан 7,6 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ