Мөхәмәтов Исфар Фәтҡелислам улы

Мөхәмәтов Исфар Фәтҡелислам улы (рус. Мухаметов Исфар Фаткулисламович; 19 апрель 1940 йыл, Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Петровский ауылы) — инженер, комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1974—1987 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡалаһы Калинин район комитетының икенсе секретары, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, КПСС-тың Өфө ҡалаһы Октябрь район комитетының беренсе секретары; 1987—1990 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).

Биографияһы

Исфар Фәтҡелислам улы Мөхәмәтов 1940 йылдың 19 апрель Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Петровский ауылында тыуған[1].

Милләтебашҡорт, юғары белемле — 1966 йылда Өфө авиация институтын, 1980 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған[1].

Хеҙмәт юлын урман хужалығы эшсеһе булып башлай, артабан ВЛКСМ-дың ул саҡтағы Маҡар[2] район комитеты инструкторы була[1].

19591962 йылдарҙа саҡырыу буйынса Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә[1].

Юғары һөнәри белем алғас, 1967 йылдан «Башнефтепроект» институтында конструктор-инженер, өлкән инженер булып эшләй[1].

1969 йылдан — КПСС-тың Өфө ҡала комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы[1].

1974 йылдан — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Калинин район комитетының икенсе секретары[1].

1977 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының оборона сәнәғәте бүлегенең мөдир урынбаҫары[1].

1984 йылдан — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Октябрь район комитетының беренсе секретары[1].

1990 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары[1].

1990 йылда Өфө ҡалаһы Октябрь районы 41-се Транспорт һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана[3]. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса комиссия рәйесе.[4]

1992 йылдан «Восток» коммерция банкыһының иҡтисад бүлеге начальнигы, 1993 йылдан — вице-президенты.[5]

1994 йылдан — дәүләткә ҡарамаған «Благовест» пенсия фонды рәйесе[1].

1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. урынбаҫары[1].

1999 йылдан «Крекс» туристик фирмаһының яуаплы башҡарыусыһы[1].

2001 йылдан «Первое Российское страховое общество» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры[1].

20062008 йылдарҙа «Региональная Инвестиционная Страховая Компания» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең әйҙәүсе белгесе[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». МУХАМЕТОВ Исфар Фаткулисламович. Дата публикации: 01.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 30.01.2020  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2025)
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
  3. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
  4. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  5. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005. ISBN 5-8258-0204-5

Сығанаҡтар