Намаҙҡаев Фәйзи Вәли улы
Намаҙҡаев Фәйзи Вәли улы (рус. Намазкаев Файзи Валиевич; 12 март 1906 йыл — 6 апрель 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы яугиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры[1].
Биографияһы
Фәйзи Вәли улы Намаҙҡаев 1906 йылдың 12 мартында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Темәс ауылында тыуған[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән, өлкән сержант. Ворошиловоград өлкәһе Чернухино станцияһы өсөн тиңһеҙ алышта минометсы Намаҙҡаев Фәйзи айырыуса батырлыҡ күрһәтә: дошмандан ҡул пулеметын тартып алып, өс немецты юҡ итә, ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» хәрби миҙалға лайыҡ була[2]. Һуғыштан һуң, 1964—1966 йылдарҙа — Сибай педагогия училищеһында хужалыҡ буйынса директор урынбаҫары.
1973 йылдың 6 апрелендә Сибай ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- НАМАЗК(Г)АЕВ Файзи Валиевич. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Кавалеристы Баймакского района 112(16) гвардейской Башкирской кавалерийской дивизии, призванные Баймакским РВК 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.