Обухов Николай Феоктистович

Обухов Николай Феоктистович (25 май 1921 йыл — 11 ноябрь 1990 йыл) — хәрби офицер, өлкән лейтенант. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Советтар Союзы Геройы (1941), 212-се һауа—десант бригадаһы уҡсыһы (40-сы Армия, Көньяҡ-Көнбайыш фронт). 1942 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Биографияһы

Николай Феоктистович Обухов 1921 йылдың 21 майында Вятка губернияһы Нолин өйәҙенең Власово ауылында[К 1] эшсе ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ. Тулы булмаған урта белемле.

1937 йылдан Удмурт АССР-ының баш ҡалаһы Ижевск ҡалаһында йәшәй һәм машиналар эшләү заводында слесарь булып эшләй.

Ҡыҙыл Армияға 1940 йылда Удмурт АССР-ының Ижевск ҡала хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла.

1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

Ҡыҙылармеец Николай Обухов 1941 йылдың сентябрендә Сумск өлкәһе Кролевец районының Любитово ауылында батырлыҡ күрһәтә[2]. 1941 йылдың аҙағында ул ҡаты яралана. Бер нисә ай Иҫке Оскол госпиталендә дауалана.

1943 йылда Н. Ф. Обухов Мәскәүҙән Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһына эвакуацияланған В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияның 1 курсын тамамлай.

1944 йылда Юғары хәрби-сәйәси курстарҙы тамамлай һәм яңынан фронтҡа китә. Һуғыш аҙағында өлкән лейтенант Обухов тағы яралана.

1953 йылдан өлкән лейтенант Н. Ф. Обухов запаста. Черновцы ҡалаһында (Украина) йәшәй.

1990 йылдың 11 ноябрендә вафат булған. Черновцы ҡалаһының үҙәк зыяратта ерләнгән[3].

Батырлығы

«212-се һауа-десант бригадаһы уҡсыһы (40-сы армия, Көньяҡ-Көнбайыш фронт) Рядовой Обухов, любитово ауылында (Сумск өлкәһе Кролевецкий районы) разведкала булып, 1941 йылдың 8 сентябрендә ҡамауға эләгә, әммә, ҡыйыулыҡ күрһәтеп, граната менән гитлерсылар төркөмөн юҡ итә, эҙәрлекләүселәрҙән айырыла. 1941 йылдың 9 сентябренә ҡаршы төндә төркөм составында дошмандың 2 танкын юҡ итә»[2].

Советтар Союзы Геройы исеме 1941 йылдың 20 ноябрендә бирелә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Комментарийҙар

  1. ↑ Деревня Власово, относившаяся к Тумановской, затем — Богородской волости Нолинского уезда, в последующем входила в состав Тумановского сельсовета Кировской области; не сохранилась[1].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Балабанов П. Власово (Власова Заимка). Родная Вятка (20 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2019. Архивировано 19 август 2019 года.
  2. ↑ 1 2 3 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 35, л. 33—35).
  3. ↑ Обухов Николай Феоктистович. «Герои страны» сайты.
  4. ↑ 1 2 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682523, д. 8, л. 1).
  5. ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.

Сығанаҡтар

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979.
  • Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — Т. 4: Л-О. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.

Һылтанмалар