Озолин Владислав Анатольевич
Озолин Владислав Анатольевич (1975 йылдың 23 ғинуары, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. «Салауат Юлаев» клубы тәрбиәләнеүсеһе. Тренер.
Биографияһы
Владислав Анатольевич Озолин 1975 йылдың 23 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. Игеҙәге Станислав кеүек үк, «Салауат Юлаев» спорт мәктәбендә хоккей серҙәренә төшөнә.
Спорт карьераһы
Тәүҙә «Авангард» (1991/92) һәм «Новойл» (1992/93—1995/96) фарм-клубтары өсөн уйнай. Артабан «Салауат Юлаев», Мәскәүҙең ЦСКА, Тольяттиҙың «Лада», Хабаровскиҙың «Амур», Ханты-Мансийскиҙың «Югра» һәм Орскиҙың «Көньяҡ Урал» командалары уйынсыһы була.
2015 йылдың 27 ғинуарында Өфөлә «Мин һине аңлайым!» лозунгыһы аҫтында хәйриә осрашыуында ҡатнаша. Хоккей матчы һаңғырауҙар өсөн мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәре, Башҡортостан спорты ветерандары һәм Төнгө хоккей лигаһы уйынсылары ҡатнашлығында уҙа[1].
2017 йылдың ноябрендә Өфөлә Спорт һарайында Төнгө хоккей лигаһының етенсе миҙгелен асҡан һәүәҫкәрҙәр араһында «Салауат Юлаев» ветерандары һәм «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙ хоккейсылар командалары матчында боҙға уйнарға сыға. «Ағиҙел» хоккейсылары яҡлы сығыш яһаған Башҡортостан хоккейының данлыҡлы ветерандары араһында ул да була[1].
Өфөләр топ-клуб булмаған йылдарҙа уҡ «Салауат Юлаев» өсөн ун миҙгел үткәрә (1995/96 — 2005/2006). Өфө клубы өсөн бөтәһе 80 мәрәй йыя (20+60). Команда өсөн 442 матч — етди, ихтирамға лайыҡ күрһәткес. Әммә һаҡсының уңышлы һәм уңышһыҙ уйындары сиратлап килә, ул йыш ҡына тренерҙар штабы тарафынан тәнҡитләнә[2].
Артабан ЦСКА (2006/07, 62 уйын үткәрә, 13 (2+11) мәрәй йыя)[3], «Лада» клубтарында уйнай[4] (2007/08, 53 уйын үткәрә, 9 (3+6) мәрәй йыя)[5]. 2008 йылдың майында «Амур» менән килешеү төҙөй[6], әммә 19 августа клубтан китә[7]. 2008/09 йылдар миҙгелендә «Югра» һәм «Көньяҡ Урал» өсөн сығыш яһай.
Мәскәүҙең ЦСКА клубында саҡта Вячеслав Быков һәм Игорь Захаркиндың ҡул аҫтында ла уйнай. Карьераһын 2009 йылда тамамлай һәм "Салауат Юлаев"тың Олимпия резервындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләй[2].
1995/96 йылдарҙа МХЛ-дың бронза призеры. 1997 йылда Универсиаданың хоккей турнирында ҡатнаша.
Нефтекама ҡалаһының 2006 (2019—2021) һәм 2015 (2022—2023) йылдарҙа тыуған хоккейсыларҙан тупланған «Торос» командаһы баш тренеры була[8]. 2024 йылдан алып Ямал-Ненец автономиялы округының Тарко-Сале ҡалаһында 2010 йылда тыуған хоккейсыларҙан торған «Факел-Ямал» командаһының баш тренеры[9], юғары профессиональ белемле уҡытыусы-тренер[10].
Ғаиләһе
Игеҙәге — Станислав Озолин.
Улы Егор (1994 йылғы) 2013—2015 йылдарҙа ЙХЛ-Б-ла уйнай. Карьераһын Башҡортостанда Нефтекамала башлай. Унан Удмурт Республикаһына күсеп, Ижевск һәм Глазовта уйнай, һуңынан Учалының «Горняк» командаһына ҡайта[11]. 2017 йылда Башҡортостан физик культура институтының «Алтын» командаһы һаҡсыһы һәм капитаны сифатында Студенттар хоккей лигаһының ("Магистр"дивизионы) Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнаша[12].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 В Башкортостане стартовала Ночная хоккейная лига. sport.rambler.ru (11 ноябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 Андрей Лопата. 5+1. Российская эпоха – «Салават Юлаев». sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
- ↑ Озолин Владислав Анатольевич. cska-hockey.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
- ↑ «Лада» пополнится тремя игроками. sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
- ↑ Владислав Озолин. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
- ↑ «Амур» заключил 17 контрактов. sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
- ↑ Озолин покинул «Амур». sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
- ↑ Владислав Озолин в ДЮСШ "Торос". hctoros.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
- ↑ Озолин Владислав Анатольевич 23.01.1975 — Ассоциация МКЦ УЗС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
- ↑ Педагогический состав. fakel-ts.yanao.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
- ↑ Василевские, Гимаевы, Емелины, Юлдашевы: хоккейные династии «Салавата Юлаева». m.sport.business-gazeta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
- ↑ Башкирские студенты-хоккеисты отправились защищать честь республики в Казань. sport.rambler.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.